Һәр кемгә лә тәтеһен бәхетле ҡартлыҡ

21-11-2017, 00:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Һәр кемгә лә тәтеһен бәхетле ҡартлыҡ Эйе, был һәр кемдең хыялы. Гөлсирә инәйем Иҫәнгилдина Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта Хәйбулла районының ҙур булмаған Иҫәнгилде тигән ауылында ҡасандыр ире Яныбай менән һалып ингән йорттарында яңғыҙы йәшәй.

Балалары, дөрөҫөрәге, биш ҡыҙының һәр береһе “әсәй, әйҙә беҙҙең менән, беҙгә күсен”, — тип кенә тора, ә һикһәнде ҡыуған әсә һис кенә килен булып төшкән урынын, тыуған нигеҙҙе, инде үҙе ошо ерлектә тамыр нығытҡан ауылды ташлап китергә ашыҡмай, ҡыҙҙа­рына ҡунаҡҡа ғына барып йөрөүҙе өҫтөн күрә. Ғүмер буйы иңгә-иң терәшеп татыу ғүмер иткән иренең тырышып төҙөгән хужалығы, иркен ихатаһы, йорто үтә лә ҡәҙерле шул. Йәшлеген, балаларының сыр-сыу килгән саҡтарын хәтерләтеп торған урынды нисек етемһерәтеп ҡалдырып китмәк кәрәк?! Ҡотһоҙ­ландырып...
Хәләл ефете шул тиклем донъя көтөргә бөтмөр, әрһеҙ булды. Ҡышын да, йәйен дә тыштан инмәне, йәшәү мәғәнәһе эш ине. Ҡура, ишек алдын тултырып мал, ҡош-ҡорт үрсеттеләр. Йәй етһә, көноҙоно сабынлыҡтан ҡайтмаған иренә Гөлсирә инәй күнегеп бөт­кәйне. Моғайын, ауылда иң бейек кәбән дә Яныбай олатайҙыҡы булғандыр. Йорттоң тирә-яғында баҡса үҫтерҙеләр. Ошондай бөтөн, етеш ерлектә биш ҡыҙ, бер улдары бәхетле, татыу ғаилә тормошон татып үҫте. Шаулатып-гөрләтеп шартына килтереп алты туй үткәрҙеләр. Күпме матур хәтирәләр һаҡлай ҙа был ҡотло урын!
Һәр кемгә лә тәтеһен бәхетле ҡартлыҡ Әле берҙән-бер улы ғаиләһе менән ауылда тора. Уларға ла ауырлығын һалмайынса үҙ тормошо менән көн итеүен дауам итә. Бар өмөтө – Миңлеғәли улының өс улында. Моғайын, өйләнеп, бе­ре­һе ошо нигеҙгә төпләнер ҙә уға йән өрөр... Нигеҙ генә ҡоромаһын. Әлегә малайҙар ҡырҙа эшләп йөрөй. Әйҙә ер-һыу күрһендәр, йәшәргә өйрәнһендәр...
Йәй етһә, Гөлсирә инәй ҡаҙ бәп­кәләре ала, ихатала үлән етәрлек, әрәм булып ултырмаһын. Эшһеҙ ултырыуҙы бер ҙә мөрхәтһенмәгән йүгерек инәйем башҡа шөғөлөн дә табып ҡына тора. Иң мөһиме — балалары ҡайтҡанда, ҡот-йәм булһын. Ҡыҙҙары ла алмашлап килеп, миҙгеленә күрә ниндәй эше бар, шартына килтереп теүәлләп, бар донъяны ялтыратып ҡуя. Шөкөр, хәҙер инде үҙҙәре өләсәй булған ҡыҙҙарының һәр ергә өлгөр, һәр эшкә бөтмөр булғандарына ҡыуанып бөтә алмай. Әлдә бынау сымһыҙ телефон бар. Балалары гелән шылтыратып, хәлен белешеп тора.
Гөлсирә инәй – һуғыш балаһы. Ул атаһын бер тапҡыр ҙа күрмәгән. Ҡыҙы тыуғас һуғышҡа алынған Фазулла Исҡужин тыуған ауылына кире әйләнеп ҡайтмаған. Атай ғынаһының исемен ауыл урта­һындағы обелисктан уҡып йөрәге һыҙлай инәйемдең. Үҙе атайһыҙ, шул осорҙоң башҡа тиҫтерҙәре кеүек юҡлыҡты күреп, әсе тормошто татып үҫкәнгәлер ҙә, балаларына ғаилә, атай, мөлкәт, ризыҡ ҡәҙерҙәрен белеп йәшәргә өйрәткән. Ире Яныбайға уны йәшләй генә димләп биргәндәр. Бер йортта ҡәйнәһе менән 29 йыл йәшәгән, бер-бер артлы балалар тыуып торған. Һис зарланмаған, кеше менән әрләшә белмәгән нурлы йөҙлө инәйемә ҡарап һоҡла­нам.
Гөлсирә инәйҙе оло йөрәкле, изге күңелле, ярҙамсыл булғаны өсөн дә ауылдаштары ихтирам итә. Ауылда уны “банк инәй” тиҙәр. Ни өсөн тигәндә, унда һәр ваҡыт запас аҡса ятҡанын барыһы ла белеп бөткән. Кемдер алыҫ ергә эшкә китеп бара, кемдер балаһын уҡырға ебәрә —йүгереп килеп етә. Барыһының да хәленә инә белә оло йөрәкле инәй. Әлбиттә, бындай изгелекте баһалап, бурысын ҡайтара һала ауылдаштары.
Тормоштағы күп күренештәргә, замана яңылыҡтарына битараф түгел ул: телевизорҙан ҡарап та, гәзиттән уҡып та һәр хәлгә үҙ ҡа­рашын белдерә, килер быуындың яҙмышы өсөн борсола. “Һай, тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуймай, ейән-ейәнсәрҙәрем имен-һау булһын, инде бүлә-бүләсәремде күреү бәхетенә эйәмен. Был да бәхет, үҙе бер байлыҡ”, – ти инәй.
Инәһе көслөнөң иләүе көслө... Боронғолар хаҡ әйткән. Гөлсирә инәйҙең алты балаһы, 16 ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре бар. Шундай татыу, берҙәм ғаилә. Һәр байрам, юбилей бергә һәм күңелле үтә.
Быйыл йәй инәйем тыуған ауылы Байышҡа “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамына килеп, ауыл­даштарының хөрмәтләүҙәренә ихлас ҡыуанып ҡайтты.
— Ҡартмын тип балаларға ауырлыҡ һалырға тырышмайым, һыҙланмайым, зарланмайым, улар­ға, киреһенсә, дәрт-көс би­рергә, яҡшы кәйеф таратырға тырышам. Хәҙер тормошта ығы-зығы күбәйеп китте. Кемеһе йорт һалды йә фатир һатып алды, кредит алып, эш асып йәшәгәндәре лә бар. Шундай ваҡытта уларға мәшәҡәт тыуҙыра алмайым. Ҡартым иҫән саҡта ярҙам итергә тырыштыҡ. Һаҡсыл булырға өйрәттем. Иртәгәһе көнөңдө уйлап йәшәргә кәрәк. Аллаға шөкөр, хәҙер бына һәр ҡайһыһының бөтөн донъяһына барып ҡыуанып ҡай­там. Ҡыҙҙарым ғына түгел, кейәү­ҙәр ҙә ипле, бөтмөр. Һәр кемдең эше бар. Аптырап ултыр­майҙар, – Гөлсирә инәйемдең һүҙҙәре хаҡ, әлбиттә.
Ул мәктәптә ете класс тамамлай. Фермала һыйыр һауа, бәрәс ҡарай. Йәштән икмәк бешерә, һыйыр ағын эшкәртә, ҡорот эшләй. Шулар менән ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Ире менән 43 йыл бергә йәшәй.
— Әле, әлхәмдүлилләһ, 80-гә етеп барам, һәр йәштең, осорҙоң үҙ матурлығы, йәме була икән дә. Ғүмер буйы йыйылған аҡыл, тәжрибәм менән йәшәйем. Балаларымдан бер ҡасан да ауыр һүҙ ишетмәй, бәхет-шатлыҡта ғүмер кисерәм. Ошо бәхетле ҡартлыҡтың үҙе түгелме?! — ти Гөлсирә инәй.

Сибай ҡалаһы.