“Эфирҙа – Аҡъяр телевидениеһы!”

22-11-2017, 10:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Эфирҙа – Аҡъяр телевидениеһы!” Тап шундай һүҙҙәр менән бына инде ун йыл рәттән Хәйбулла халҡын “зәңгәр экран”дан урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре сәләмләй.

Уйлап ҡараһаң, һәр район үҙенең телевидениеһын булдыра алмай. Бының өсөн матди сығымдар ғына түгел, башҡа бик күп сәбәптәрҙең булыуы ла ихтимал. Әммә үҙ районының үҫеше, уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үтә лә мөһим район йылъяҙмаһын булдырыуға тос өлөш индергән, йәшәйешкә, рухиәткә ҡеүәт өҫтәгән, заман менән йәнәш атларға оло мөмкинлектәр асҡан, райондың йөрәк тибешен тойорға ярҙам иткән урындағы телевидение хеҙмәтенең роле баһалап бөткөһөҙ ҙур һәм кәрәкле икәнлеген аңлаған хакимиәт башлығы бындай оло яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуҙан ҡурҡмай, киреһенсә, уларға һәр яҡлап ярҙам итә. Аҡъяр телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре был йәһәттән бик бәхетле: уларҙы һәр саҡ аңлаған һәм кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙған етәкселәр бар. Тап уларҙың ярҙамы менән ошо көндәрҙә телеви­дениеның барлыҡҡа килеүенә ун йыл тулыу айҡанлы коллективҡа заманса ҡорамалдар һатып алынған, IP форматына күсеү планлаштырылған.
– Заман талаптарына ярашлы, һуңғы йылдарҙа аналог телевидениеһы яңы форматҡа күсеүҙе талап итә. Был тәңгәлдә беҙҙең коллектив та ситтә тороп ҡала алмай. Шуға күрә IP-ға күсеү эштәре башланғас, ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә юлыҡ­тыҡ. Республикала Хәйбулла районы IP ҡулланыусыларының өсөнсө урында тороуы асыҡланды. Тимәк, ул күптән хәл ителергә тейешле мәсьәлә. Тамашасы­ларыбыҙ яңы форматта күберәк ҡарау мөмкинлеге ала. Иң ҡыуандырғаны – Аҡъяр телевидениеһын райондан башҡа, күрше төбәктәрҙә генә түгел, хат­та Рәсәй өлкәләрендә лә, сит илдәрҙә лә ҡарайҙар. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирәләр, үҙ тәҡдимдәрен яҙалар, – ти телевидение директоры Роза Раузат ҡыҙы.
Район яңылыҡтары, алтын ҡуллы оҫталар, уңған хужабикәләр, баҫыу алдын­ғылары, эшҡыуарҙар һәм уҡытыусылар, абруйлы хужалар һәм күренекле шәхестәр тиһеңме – барыһы хаҡында күрһәтә. Шунлыҡтан уны һәр йортта көтөп алалар һәм яратып ҡарайҙар. Бөгөн телевидение хеҙмәткәрҙәре тарафынан аҙнаһына ике тапҡыр 45 минутлыҡ яңылыҡтар тапшырыуы эфирға сыға. Киләсәктә ваҡытты бер аҙ арттырыу мөмкинлеген табып, хәбәрселәр махсус тапшырыу эшләргә, тура эфирҙа интервью ойошторорға хыяллана. Һуңғы ваҡытта Хәйбулла яңылыҡтарын Башҡортостан юлдаш телевидениеһында йыш күрергә мөмкин. Был уларҙың үҙ эштәренә ҡарата талапсан һәм яуаплы ҡарауынан килә, улар оператив рәүештә һәр яңылыҡты эфирға сығара.
Һигеҙ кешенән торған йәш, дәртле коллективҡа Роза Рәсембәтова етәкселек итә. Әйткәндәй, бында төрлө йылдарҙа директор йөгөн Самат Исҡужин менән Данил Аҡыловтар тарта. Инженер Илнур Ҡырымғужин, хәбәрсе Фәнилә Бәширова телевидение асылғандан алып эшләй. Илнур Йәүҙәт улының бында килеп эләгеүе осраҡлы ғына булһа ла, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы телевидение тормошо уны бөтөнләйгә үҙенә тарта. “Эшем шул тиклем оҡшай, хәҙер барыһы ла заман талаптарына яуап биргән ҡорамалдар, юғары тиҙлекле Интернет, эшләү өсөн бар уңайлыҡтар булдырыл­ған”, – ти ул. Уның һүҙҙәренә хеҙмәттәше Фәнилә Фаил ҡыҙы ла ҡушыла.
– Бала саҡтан “зәңгәр экран”да эшләргә тигән хыялымдың тормошҡа ашыуына үҙемде бик бәхетле һанайым. Беренсенән, мин диктор булып эшкә урынлаштым, әммә текстарҙы уҡыу, бер урында ултырып эшләү күңелемә рәхәтлек бирмәне, күберәк кешеләр менән аралашыу, уларҙың проблемаларын хәл итеүҙә ниндәйҙер кимәлдә ярҙам итеү теләге мине хәбәрсе булырға этәрҙе. Үкенмәйем, эшем шул тиклем оҡшай. Район халҡының эшһөйәр һәм уңған булыуына һоҡланам, арабыҙҙа тәү ҡарашҡа ябай күренгән геройҙарҙың ни тиклем һоҡланғыс ғүмер үтеүҙәрен күреп, уларҙы башҡаларға өлгө һәм фәһем итеп күрһәтә алыуым, ниндәйҙер проблемаларҙы хәл итеүҙә бер нисә минутлыҡ сюжеттың мөһим роль уйнауына, ябай халыҡ менән етәкселәр араһына күпер һала алыуыбыҙ менән эшемдән оло кинәнес табам. Нисек кенә булмаһын, халыҡ беҙҙең тапшырыуҙарҙы көтөп ала, үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән ярҙам өмөт итеп мөрәжәғәт итә икән, тимәк, беҙ уларға кәрәк һәм телевидениебыҙ үҙ маҡсатына өлгәшә, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Фәнилә Бәширова.
Хәбәрсе Фәнилә Бәшированың төрлө темаларға арналған бик күп эштәре республика кимәлендә генә түгел, хатта Рәсәй буйынса бихисап конкурста призлы урын яулаған.
Алдан әйтеүемсә, телевидениеға район хакимиәте яғынан иғтибар һәм ярҙам ҙур. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, сөнки ойошма район ҡаҙнаһы иҫәбенә көн күрә. Был йәһәттән Аҡъяр телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмай: аҡса эшләүҙең төрлө юлдарын таба. Предприятиелар, ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар менән берлектә реклама әҙерләй, ҡотлауҙар ҡабул итә, төрлө фильм­дар эшләй.
Телевидение директоры Роза Раузат ҡыҙы әйтеүенсә, улар замандан артта ҡалмай, киреһенсә, бер аҙым алдан барырға тырыша. Бөгөнгө тормошта мобиль булыу, һәр яңылыҡты халыҡҡа дөрөҫ итеп күрһәтеү – заман талабы. Коллектив үҙҙәре үк башҡаларға өлгө булып тора. Быйыл Рәсәйҙә – Экология йылы, ә республикабыҙҙа Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы уңайынан, шулай уҡ ун йыллыҡ юбилейы айҡанлы Аҡъяр телевидениеһы “Тере шишмә” тип аталған үҙенсәлекле телепроект иғлан итте, һәм үҙе лә был эшкә әүҙем ҡушылды.
Бөгөн Аҡъяр телевидениеһының йөҙөн билдәләгән, башҡорт һәм рус телдәрендә юғары кимәлдә аралашҡан диктор Гүзәл Нарбутина, тәжрибәле оператор Альберт Үзбәков, видеоинженер Илһам Хөсәйенов, оҙаҡ йылдар эшләгән водитель Йәмил Ибраһимовтарҙың хеҙмәте лә баһалап бөткөһөҙ. Йәш, дәртле һәм татыу коллективтың тағы ла оло еңеүҙәр яулауына, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сюжеттар, хәйбуллаларҙы ғына түгел, ә тотош республика халҡын таң ҡалдырырлыҡ тапшырыуҙар күрһәтәсәгенә ышаныс ҙур.

Хәйбулла районы.