Өйгә ҡайтҡы килеп торһон

29-11-2017, 00:10 // Йәмғиәт, Анонстар // Баҫып сығарырға
Өйгә ҡайтҡы килеп торһонТәбиғәттәге бар тереклек һымаҡ уҡ, кешенең асылы ла, йәшәү мәғәнәһе лә был донъяла үҙенән һуң нәҫел тамырын ҡалдырыуға ҡайтып ҡала. Ошо тамырҙың ныҡлығы, тәү сиратта, мөхәббәт ялҡынында ҡауышҡан ир менән ҡатындың артабан тормоштарын нисек көйләүенән тора. Ғаилә ҡиммәттәренә, һис шикһеҙ, мөхәббәт, тоғролоҡ, бер-береһенә яҡшы, ихтирамлы мөнәсәбәт, ата-әсәләренә изгелекле мөғәмәлә, үҙ-ара татыулыҡ, сәләмәт тормош алып барыу инә. Иң мөһиме – ғаиләне бар иткән дә, бөтөн иткән дә бала.

Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, бөгөн Башҡорт­останда йәшәгәндәрҙең 90 проценты ғаилә һәм ғаилә мө­нәсә­бәттәренә өҫтөнлөк бирә. Юҡҡа ғына халыҡта “ғаиләм – ҡәлғәм” тигән төшөнсә йәшәмәй. Кеше эшенән һуң һағынып, аш­ҡынып өйөнә ҡайтһа ғына бәхетле була. Йылы усағың, йыл­майып ҡаршы­лар һөйгәнең, ҡосағыңа алыр, йүгереп кил­гән сабыйың булғанда ғына, тип тә өҫтәргә кәрәктер. Нәҡ ошо ҡиммәттәр алтын-көмөшкә лә, бер нәмәгә лә һатылмай.
Бөгөн баҙар шарттарында йәш ғаиләләргә тормош өҫтәмә һынау­ҙар ғына түгел, яңынан-яңы бурыстар ҙа ҡуя. Бигерәк тә сабыйын үҫтергән, уҡытҡан ата-әсәгә ауырыраҡ.
Һис сер түгел, барыһына ла түләргә кәрәк. Заманса әйткән­дә, “балаға инвестиция һалыу” талап ителә. Быны республика Башлығы Рөс­тәм Хәмитов та һыҙыҡ өҫтөнә алды:
– Бөгөн баҙар иҡтисады ны­ғынды. Күп нәмәгә ғаиләгә үҙенә түләргә кәрәк. Был – һиҙелерлек ауырлыҡ, ресурстар етмәй. Ләкин балаға инвестиция һалыу – бик мөһим. Бөгөн йәш ғаиләнең төп маҡсаты ошо булырға тейеш. Булған бөтә көстө һәм сығым­дарҙы балаға йүнәл­тергә кәрәк.
Баҙар шарттарында тигеҙ генә мөмкинлектәр булмай. Әгәр ҙә ғаилә балаһын үҙе генә ҡарай, уҡытып, аяҡҡа баҫтыра ала икән, бик яҡшы. Хөкүмәт аҙ тәьмин ителгәндәргә иһә ярҙам күрһәтә. Был тәңгәлдә барлыҡ ғаиләләргә лә социаль ярҙам күрһәтеү саралары ҡаралған. Әсәлек капиталы аныҡ миҫал булып тора. Быйылдан башлап Башҡортостанда тәүге балаһы тыуған ғаиләгә 300 мең һум күләмендә субсидия бирелә башланы. Республикала 50 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙың 47 меңе шәхси йорт төҙөү өсөн ер участкаһы алырға хоҡуҡ­лы. Бөгөнгә 60 процентҡа яҡыны ҡулына ергә хоҡуҡ биргән документ алған да инде. “Ныҡлы ғаилә” проекты ипотека торлаҡ кредитлауын дәүләт ярҙамы менән берлектә тормошҡа ашы­рыуҙы күҙ уңында тота. Район­дарҙа, урындарҙа төҙөлөш эштә­рендә аныҡ ярҙам итеүҙәре – ҡыуаныслы хәл.
Барлыҡ ярҙам да йәш ғаилә­нең матди хәлен яҡшыртыуға ғына ҡайтып ҡалмай, уның рухи ныҡ­лығына ла булышлыҡ итә.


“Минеңсә, ғаилә ҡиммәттәрен танытыу идеяһы – үҙе үк милли идея. Ғаиләлә хәл тотороҡло, мөнәсәбәттәр көйлө икән, тимәк, илдә лә, республикала ла барыһы ла яҡшы буласаҡ”.

(Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Рәсәй – Башҡорт­остан радиоһы”на биргән интервью­һынан.)
Автор: Т. МУСИН.