Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дарыу – хаҡы арыу
Дәүләт һатып алыуы өлкәһендәге әрәм-шәрәм итеүгә ҡаршы көрәш күптән бара. Шул йүнәлештә төрлө мәғлүмәт системалары ла булдыралар, улары ниндәй ойошманың дәүләт ҡаҙнаһын ҡайҙа тотоноуын асыҡ күрһәтеп торорға тейеш. Ләкин йылғыр һәм оятһыҙ әҙәмдәр ниндәйҙер юлын табып ҡына тора.

Иң ҙур һатып алыу баҙары дарыу етештереүселәр һәм дарыуханалар менән алыш-бирешкә ҡағыла. Рәсәйҙә дәүләт йылына 330 миллиард һумлыҡ дарыу һатып ала. Тимәк, тикшереү даирә­һе лә ҙур ғына. Шуны иҫәпкә алып, илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы киләһе йыл башынан алып яңы мәғлүмәт-аналитика системаһын ғәмәлгә ашырырға уйлай. Ул, теге йәки был дарыуҙың уртаса баҙар хаҡына нигеҙләнеп, уның иң юғары хаҡын да автоматик рәүештә сикләй. Был – ыңғай күренеш, әлбиттә, ләкин...
– Тырышлыҡтың көтөлгән һөҙөмтәне биреүе шикле, – ти Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең социаль өлкә һәм сауҙаға контроллек итеү идаралығы етәк­сеһе Тимофей Нижегородцев.
Эш шунда: дарыуҙың хаҡы тураһын­дағы мәғлүмәтте система берҙәм дәүләт исемлегенән ала. Ә уныһында бер да­рыу­ҙың етегә саҡлы атамаһы булыуы мөмкин. Хатта бер үк исем булғанда ла уның төрлөсә яҙылыуы (һүҙҙәр араһын­дағы арауыҡ, йәйәләр, тырнаҡтар һ.б.) их­тимал. Унан тыш, бер үк дарыу йыш ҡына төрлө рәүештә сығарыла. Монопо­лияға ҡаршы федераль хеҙмәт белде­ре­үенсә, был хәлдең алдашыуҙарға юл ҡуйыуы ла бик мөмкин. Заказсы бындай шарттарҙа көнәркәшлекте юрамал сикләй ҙә ала. Мәҫәлән, килешеүҙә дарыу исеменең тәғәйен исеме һәм яҙылышы ғына күрһәтелеүе һәм шул арҡала күп фирмаларҙың хеҙмәттәшлектән ситлә­те­леүе бар. Был осраҡта дарыу баҙа­рындағы уртаса хаҡ та дөрөҫлөккә тап килмәйәсәк. Тәбиғи, ҡыҙыҡһынған яҡтар уны арттырыу яғын ҡарай, һөҙөмтәлә дәүләт һатып алыуының сығымдары арта, дарыу хаҡы ла күтәрелә.
Һүҙ бында дауаханалар һәм поликлиникалар тураһында бара. “DSM Group” аналитик компанияһының генераль директоры Сергей Шуляк раҫлауынса, ваҡлап һатыу сауҙаһына, йәғни ҡәҙимге дарыуханаларға был ҡағылмаҫҡа тейеш. Йыл аҙағына саҡлы дарыуҙарҙың дәүләт исемлегендә тейешле тәртип булдырырға иҫәп тоталар. Ошо эш биш миллион һум самаһына төшөр тип көтөлә. Шулай булһа ла, ул дарыу баҙарындағы намыҫһыҙ эшмәкәрлек арҡаһында ихтимал булған зыяндан йөҙҙәрсә тапҡырға арзаныраҡ икән.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфөлә ер убылды

Өфөлә ер убылды 19.11.2018 // Йәмғиәт

Төндә баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә ер убылып, ике автомобиль зыян күрә. Ваҡиға Һаҙлыҡ...

Тотош уҡырға 8

Ниндәй ҡала иң таҙаһы?

Ниндәй ҡала иң таҙаһы? 19.11.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙәге миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында Өфө таҙалыҡ буйынса бишенсе урынды алды....

Тотош уҡырға 17

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған 19.11.2018 // Йәмғиәт

Барыһына ла Баста исеме аҫтында билдәле булған йырсы Василий Вакуленконың ошо арала “Бэлла исемле...

Тотош уҡырға 24

Атайҙар кәңәш ҡорҙо

Атайҙар кәңәш ҡорҙо 18.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 73

Был – спектакль түгел

Был – спектакль түгел 18.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн янғын һүндереүселәр Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры...

Тотош уҡырға 82

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”!

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”! 18.11.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй....

Тотош уҡырға 53

"Беҙҙең Зөләйха инәй"

"Беҙҙең Зөләйха инәй" 18.11.2018 // Йәмғиәт

Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип...

Тотош уҡырға 42

Өс коопертив ярҙам алды

Өс коопертив ярҙам алды 18.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының “Оло Теләк”, “Родное село”, “Иван-Казанка” ауыл хужалығы коопертивтары ауыл...

Тотош уҡырға 43

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте 18.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа...

Тотош уҡырға 69

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә 18.11.2018 // Йәмғиәт

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут...

Тотош уҡырға 90

Табиптар өсөн – 125 миллион һум

Табиптар өсөн – 125 миллион һум 18.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен...

Тотош уҡырға 52

Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 97