Аҡһаҡ Тимер исем ҡушҡан ерҙә

5-12-2017, 00:02 // Йәмғиәт, Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Аҡһаҡ Тимер исем ҡушҡан ерҙәБыйыл районда иң ҙурҙарҙан һаналған Учалы ауылына 280 йыл тулды. Районға исем биргән ултыраҡҡа нигеҙ һалыныу һәм уның атамаһының нисек килеп сығыу тарихы тураһында бер нисә легенда йөрөй. Беҙ иһә яҙыусы, тарихсы Рим Әхмәдовтың фаразына туҡталайыҡ: “Борон бында бәләкәй генә бер ауыл булған. Бер мәл башҡорт еренә Аҡһаҡ Тимер исемле хан килеп, иң һылыу ҡыҙҙың ҡулын һораған. Ауыл аҡһаҡалдары тәүҙә ризалыҡ бирә, һуңынан, ни сәбәптәндер, хандың теләгенә ҡаршы сыға. Асыуы килгән Аҡһаҡ Тимер ауылды яндырып үс ала. Һуңынан был урындарҙы “үс алды” тип йөрөтә башлайҙар. Учалы атамаһы ошолай килеп сыҡҡан да инде”.
Архив документтарына ҡарағанда, ХVIII быуат аҙағында уҡ ауылда 300-гә яҡын кеше йәшәгән. Революцияға тиклем ул Учалы-Типтәр улысының үҙәге булған, бында өс мәсет, башланғыс мәктәп, баҙар, почта эшләгән. Ә 1930 йылдың 20 авгусында Учалы районы ойошторолғас, таусылар ҡалаһына нигеҙ һалынғансы, ул район үҙәгенә әйләнә.
Ауыл ултырағына Учалы, Ҡалҡан, Өргөн, Һәйтәк ауылдары ҡарай, 2688 йортта 8297 кеше йәшәй. Ир-егеттәр – 4267, ҡатын-ҡыҙҙар – 4030, шул иҫәптән пенсионерҙар – 1555. Учалы ауылының үҙендә генә ете меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Күрһәткес үҙгәреп тора, кемдер күсеп килә, икенселәр китә. Демографик хәл дә төрлөсә йоғонто яһай.
Хакимиәт башлығы вазифаһын урындағы халыҡтың проблемаларын яҡшы белгән, уртаҡ мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә тырышҡан яуаплы, талапсан етәксе Альберт Мостафин башҡара. Альберт Любик улы оҙатыуында беҙ Учалы ауылында урынлашҡан ҡайһы бер учреждение-хужалыҡтар буйлап йөрөп сыҡтыҡ, биләмә халҡының йәшәйеше, борсоған проблемалары, киләсәккә пландары менән таныштыҡ.



Шәхси йорт төҙөүселәр күбәйә

Аҡһаҡ Тимер исем ҡушҡан ерҙәУчалы ауылы биләмәһе йылдан-йыл үҫә, матурая, яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә. Шәхси йорт һа­лып инергә теләгәндәр өсөн ер биләмәләре бүленә. Ултыраҡтың ҡаланан алыҫ булмауы ла әһәмиәткә эйә. Эргәнән генә Белорет – Учалы – Мейәс трас­саһы үтә. Тәүлек әйләнәһенә маршрут автобустары йөрөй, ҡалаға барыу өсөн транспортты ла оҙаҡ көтөргә кәрәкмәй. Йәштәр бында күпләп төпләнә, быйыл ғына 16 ғаилә өй туйлаған.
Юл мәсьәләһе һәр ҡайҙа ла көнүҙәк булып тора. Ауылдар эсендәге юлдар муниципалитеттар, ә үҙәк участкаларҙың торошо юл ремонт-төҙөлөш ида­ралығы яуаплылығында. Учалы ауылы хаки­миәте ҡарамағында 82 километр оҙонлоғонда юл иҫәпләнә. Уны хеҙмәтләндереү килешеү буйынса “Транстехсервис” йәмғиәтенә тапшырылған. Ҡыш ҡарҙан таҙарталар, йәйен төҙөкләндереү эштәрен алып баралар. Быйыл район хакимиәте һәм юл фондынан бүленгән 1 миллион 100 мең һум аҡсаға яңы биҫтәләрҙең юлдарына ҡырсынташ түшәлгән.
Биләмәгә “зәңгәр яғыулыҡ” күптән килеп етһә лә, Учалы ауылы халҡының 40 проценты ғына быға тиклем тәбиғи газдан файҙалана ине. Шөкөр, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәреү өҫтөндә. Газификациялау программаһына ярашлы, ауылға газ үткәреү эштәре алты этапҡа бүленгән һәм быйыл беренсе икәүһе өсөн федераль ҡаҙнанан 15,5 миллион һум аҡса бүленеп, маҡсатлы эш башланған.
Учалы ауылы хакимиәте төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы­ның “Реаль эштәр” проекты буйынса байтаҡ мәсьә­лә хәл ителгән. Былтыр 300 мең һумға Баһаует­динов урамына энергияны күп сарыф итмәүҙәре һәм оҙаҡҡа етеүҙәре менән отошло яҡтыртҡыстар ҡуйылған, 72-се балалар баҡсаһында вентиляция ҡорамалы яңыртылған.
Ә быйыл көҙ район бюджеты биләмәгә ҡараған дүрт ауылда ла энергияны күп сарыф итмәгән яҡ­тыртҡыстар ҡуйыу өсөн өс миллион һум аҡса бүлгән.
Учалы ауылының участка дауаханаһында ра­йондың башҡа ултыраҡтарынан да килеп дауаланалар. Быға тиклем бина алдындағы биләмә бә­ләкәй булғас, халыҡ автомобилен ҡайҙа ҡал­ды­рырға белмәй аҙапланған. Ниһайәт, район властары ярҙамында быйыл был проблема ла хәл ителгән – иркен туҡталҡа эшләнгән.
“Урындағы башланғыстар” программаһында хакимиәт өс йыл дауамында ҡатнашып, 47 сүп-сар контейнеры урынлаштырыуға өлгәшкән. Бөгөн Учалы ауылында туҙып ятҡан көнкүреш ҡалдыҡ­та­рын, ҡалалағы кеүек сүп-сар менән тулы йәш­ник­тәрҙе күрмәҫһең, сөнки контейнерҙар ергә күмеп урынлаштырыла, сүп-сар түгелгәс, улар ҡапҡас ме­нән ябып ҡуйыла. Дөйөм хаҡы дүрт миллион һумға барып төшкән проект республикала тәүге­ләр­ҙән булып тормошҡа ашырыла. Әлбиттә, бағыу­сылар, халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында ғына был мөмкин була.
— Биләмәләге сүплек тулыу сәбәпле, беҙ уны ябырға мәжбүр булдыҡ. Бөгөн контейнерҙарҙа йыйылған көнкүреш ҡалдыҡтарын “Тәбиғәт” полигонына сығарып түгеү эше килешеү буйынса шәхси эшҡыуар Әх­мәҙиевкә йөкмәтелгән. Халыҡтан ошо маҡсатта ай һайын йортта йәшәгән һәр кеше башына 50 һумдан иғәнә йыйыла. Ә элекке сүп­лектең урынын күмеп, йәшелләндереп ҡуйҙыҡ, — тине хакимиәт башлығы.

Балалар – иғтибар үҙәгендә

Аҡһаҡ Тимер исем ҡушҡан ерҙәБиләмәлә ете йәшкә тиклемге — 809, мәктәп йәшендәге 1109 бала иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа никахтарын теркәгәндәр һанының һәм тыуымдың кәмеүе күҙәтелһә лә, балалар баҡсаһына сират бар. Бөгөн Учалы ауылында — дүрт, Өргөндә бер балалар баҡсаһы иҫәпләнә.
Барвиха биҫтәһендә 139 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Социаль объект былтыр уҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптән һаман кисектерелә килә. Бина сафҡа индерелеү менән сират мәсьәләһе хәл ителәсәк, тиҙәр.
Кескәйҙәр балалар баҡсаһында ғына түгел, ихаталарҙа ла уйнап күңел асһын өсөн, ике йыл арауығында ауыл Советы аҡсаһына дүрт уйын майҙансығы ҡоролған. Бигерәк тә йәй көндәрендә уларҙа балалар тауышы тынмай.
Биләмәлә ике ҙур мәктәп – башҡорт гимназияһы һәм “Дан” орденының тулы кавалеры Әхнәф Хөснөтдинов исемендәге белем усағы бар. Өргөн һәм Һәйтәк ауылдарында филиалдары эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡулайлаштырыу еле биләмәгә лә ҡағылмай үтмәгән. Мәҫәлән, Ҡалҡанда өс йыл элек башланғыс мәктәпте япҡандар, балалар йөрөп уҡырға мәжбүр.
Башҡорт гимназияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарары менән 1996 йылда асыла, уның үҙ уставы, гимны, эмблемаһы бар. Учреждениела төплө белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыл­ған: 25 класс кабинеты, спорт, тамаша залдары, аш­хана, техник хеҙмәтләндереү бүлмәһе, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, китапхана – барыһы ла заманса йыһазландырылған, уҡыусылар өсөн һәр саҡ асыҡ. Былтыр “Ауыл мәктәптәрен үҫтереү” программаһына ярашлы бинаның спорт залы, фойеһы, класс бүлмәләре төҙөкләндерелгән. Белем усағы ҡалала һәм районыбыҙҙа иң яҡшыларҙан һанала, бында 539 бала уҡый, уларға 47 уҡытыусы төплө белем биреү өҫтөндә тырыша. Уҙған уҡыу йылында 16 уҡыусының Бөтә Рәсәй олимпиадаларында призлы урын яулауҙары ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Гимназияла уҡыу программа­һында яңы алымдар ҡулланыу буйынса етди эш алып барыла. Әйткәндәй, тап ошо ҡаҙаныш өсөн 2007 йылда белем усағы Рәсәй Федерацияһының бер миллионлыҡ грантына лайыҡ булған. Быйыл иһә гимназия коллективы муниципаль район ха­кимиәте башлығының 150 меңлек грантын яулаған.
— Балаларҙың уҡыуҙан тыш ваҡыты файҙалы уҙһын өсөн дә күп көс һалабыҙ. Уларҙың ҡыҙыҡ­һы­ныуҙарын иҫәпкә алып, һигеҙ түңәрәк һәм ете спорт секцияһы ойошторолған. Уҡыу йорто менән бергә асылған “Бөҙрәкәй” өлгөлө балалар театры­ның ижади эшмәкәрлеге айырыуса маҡтауға лайыҡ. Йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә театрҙың өлөшө һанап бөткөһөҙ. “Бөҙрәкәй”ҙәр Урал батыр эпосын яттан һөйләү буйынса республика һәм район конкурстарында ҡатнашып, гел призлы урындар яулай. Бынан тыш, “Йәш крайҙы өйрәнеү­се” түңәрәге, “Ынйылар” ансамбленең дә һөҙөмтәле эшен билдәләргә кәрәк.
Спортҡа ҙур иғтибар бирергә тырышабыҙ. Йыл һайын туғыҙ спорт төрө буйынса кластар араһында спартакиада уҙғарыла. Ә былтырғы уҡыу йылында уҡыусылар араһындағы район спартакиадаһында беҙгә етеүсе булманы, — тип уҡыу йортоноң уңыш­тары менән таныштырҙы гимназия директоры Юлай Рыҫҡолов.

Рухи байлыҡ өләшәләр

Учалы ауылында район мәҙәниәт йорто уңышлы эшләп килә, ҡалған өс ауылдың мәҙәниәт усаҡта­ры­ның ишектәре лә һәр ваҡыт асыҡ, төрлө саралар, байрамдар йыш уҙғарыла. Былтыр бинаның түшәм­дәре, тәҙрәләре, йылылыҡ системаһы алмашты­рылған, урам яғы төҙөкләндерелгән. Ремонт эштә­ренә яҡынса 800 мең һум аҡса йүнәлтелгән. Урамда урынлашҡан сәхнә бик иҫке булыу сәбәпле, емере­леп төшөү хәүефе янаған. Уның урынына ауыл Со­веты ярҙамы менән өр-яңыһын төҙөгәндәр. Хәҙер артистарға сығыш яһарға ел-ямғыр ҙа ҡурҡы­ныс түгел — сәхнәнең ҡыйығын да эшләп ҡуйған­дар.
Беҙ барғанда клубта һаман ремонт эштәре бара ине.
— “Уңайлы мөхит” программаһы нигеҙендә иһә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлы шарттар булдырыла, ошо маҡ­сат­та республика һәм район бюджеттарынан 350 мең һумға яҡын аҡса бүленгән. Инвалидтар өсөн махсус йыһазландырылған бәҙрәф, пандус тө­ҙө­ләсәк, иҙәндәргә тактиль һәм яҡтыртҡысты сағылдырған плитәләр түшәләсәк, — тип аңлатты хакимиәт башлығы.
— Мәҙәниәт усағына халыҡ йөрөймө? — тип һо­райым ниндәйҙер сараға әҙерләнеү менән мәшғүл клуб хеҙмәткәрҙәренән.
— Үҙебеҙҙең артистар ҙа, ситтән килгәндәре лә юлды һыуытмай, халыҡ та ихлас килә. Күптән түгел Мәскәү артистары Лев Толстойҙың “Анна Каренина” драмаһын сәхнәләштерҙе. Зал шығырым тулы булды, — тип яуап бирҙе мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнара Бәхтиәрова.
Учалы үҙәк китапханаһы 1930 йылда асыла. Тәүҙә уның бинаһы ла булмай, ауыл клубының ҡыҙыл мөйөшөндә урынлаштырыла, һуңынан айырым йорт бүленә. 1979 йылда үҙәк китапханалар системаһы ойошторолоп, ҡаланың һәм башҡа ауылдарҙың китапханалары берләштерелә, бөгөн үҙәк 35 филиалдан тора, унда 500 меңгә яҡын дана китап иҫәпләнә. Учалы ауылындағы китапхана 1992 йылда төҙөлгән күркәм ике ҡатлы бинала урынлашҡан. Ҙур уҡыу залы ла бар. Бында төрлө әҙәби саралар, әҙиптәр менән осрашыуҙар, балалар өсөн конкурс-викториналар йыш уҙғарыла. Интернет заманы тиһәк тә, учалылар китап уҡырға ярата, китапхананың 6000-гә яҡын уҡыусыһы бар.

Белгестәр әҙерләнә

Аҡһаҡ Тимер исем ҡушҡан ерҙәРайон иҡтисадында ауыл хужалығы ҙур урын биләй. Халыҡтың байтағы ауыл ерендә йәшәй, эшкә һәләтлеләрҙең өстән бер өлөшө лә ошо тармаҡта мәшғүл.
Төбәктең киләсәге йәштәрҙең тыуған төйәгендә ҡалыу-ҡалмауына, уларҙың ниндәй һөнәр һайла­уына бәйле. 1969 йылда асылған ауыл хужалығы колледжы — районда ошо тармаҡ белгестәрен әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йорто. Бөгөн унда башлыса ауыл ерлегенән сыҡҡан 184 уҡыусы белем ала. Учреждениела тракторсы-машинист, водитель, комбайнсы-водитель, иретеп йәбештереүсе һәм башҡа төр һөнәрҙәргә уҡыталар. Быйыл баҡсасы һәм техник-механиктарҙы ла әҙерләй башлағандар. Колледж 40 гектар майҙанда баҫыусылыҡ менән шөғөлләнә. Һөҙөмтәләр ҙә яҡшы ғына: арпа быйыл гектарынан 30 центнер уңыш биргән, бойҙай – 28. Шулай уҡ өс тонна кәбеҫтә, ике тонналап сөгөлдөр һәм кишер үҫтереп алғандар. Теплицалары ла бар, һарыҡ та аҫрайҙар, 14 умарта бал ҡорто тоталар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта уҡыу йортон дәүләт тарафынан финанслау күләме ҡыҫҡар­тыл­ған. Өҫтәүенә колледж ауыл хужалығы етеш­те­реү­сеһе тип рәсми рәүештә иҫәпләнмәгәс, льготалы кредиттар, ашлама-яғыулыҡҡа дотацияларға ла дәғүә итә алмай. Ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә тырыша колледж етәкселеге. Үҙҙәре эшләп тапҡан аҡсаға уҡыу йортоноң матди-техник базаһын, техника паркын яңыртыу буйынса ҙур эш башҡарыла.

Уңғандарға уңыш йылмая

Биләмәлә тырыш халыҡ йәшәй. Колхоздар тар­ҡалғас, күптәр ер алып, үҙ эшен асып ебәрә. Шәхси эш­ҡыуарҙар, фермерҙар байтаҡ. Игенселек, малсы­лыҡ, йәнә ағас эше менән әүҙем шөғөлләнәләр. Юҡтан бар яһап, үҙ көстәре менән йәшәргә тырышалар. Учалы ауылында юл ремонт-төҙөлөш ида­ралығы, “Коммунальщик” МУП-ы, “Нур” ҡулланыу­сылар, “Учалы-һөт” йәмғиәттәре, “Учалы урман ху­жалығы”, “Учалы-кеүәҫ”, “Башвтормет”, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы тотороҡло эшләй. Биләмәлә урынлашҡан предприятие, учреждение коллектив­тары йәмәғәт эштәрендә, мәҙәни сараларҙа, ауылды төҙөкләндереү буйынса уҙғарылған өмә­ләрҙә әүҙем ҡатнаша. Экология йылы айҡанлы бы­йыл аллея һәм стадион тирәләй 250 төп ағас та ултыртҡандар.
Ултыраҡта дүрт пилорама бар. Эшҡыуарҙар ағас эшкәртеп килем ала, халыҡты утын, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә. 14 крәҫтиән (фер­­мер) хужалығы уңышлы эшләй. Нигеҙҙә, Өргөн, Һәйтәк, Ҡалҡан ауылдарында фермерлыҡ менән күпләп шөғөлләнәләр. “Юрға”, “Сахалин”, “Сибай”, “Аҡтамаҡ”, “Ағиҙел”, “Руслан”, “Дәминдәров” хужа­лыҡ­тарын айырым билдәләү урынлы булыр. Улар бер генә йүнәлеште һайламаған, хужалыҡтарын төрлө яҡлап үҫтерәләр. Иң мөһиме – баҫыуҙар сүп үләне менән ҡапланып ятмай, эшкәртелә, ауыл хужалығы продукцияһы етештерелә, урындағы халыҡҡа эш урындары ла булдырыла.
“Нева” ағас эшкәртеү йәмғиәтенә йәш эшҡыуар Азат Йәғәфәров етәкселек итә. Предприятиела Йә­ғә­фәровтар тотош ғаиләләре менән хеҙмәт итә, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Ғаилә башлығы Фәнүз Ғайнан улы ағас эше менән күптән шөғөлләнә. Ра­йонда ул һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тор­ған бағыусы булараҡ та билдәле. Тормош иптә­ше­нең тыуған ауылы Һәйтәктә үҙ аҡсаһына мәсет төҙөтөп, сауаплы ла булды. Улы Азат, 2014 йылда “Нева” предприятиеһы нигеҙендә “Башҡорт күмере” йәмғиәтен ойоштороп, ағас күмере етештерә башлай. Йәш, энергияһы ташып торған егет башкөллө эшҡыуарлыҡҡа сумған. Предприятиела ай һайын 100 тонналап күмер етештерәләр. Әҙер продукция­ны тоҡтарға тултырып, республиканың, Рәсәй­ҙең ҙур предприятиеларына оҙаталар. Күмерҙең сифаты бик юғары һанала, нигеҙҙә, ул төҫлө металл етештереү цехтарында ҡулланыла. Төп һатып алыусылары – “Суал-Кремний-Урал” предприя­тие­­һы.
Фәнүз Йәғәфәровтың өлкән улы Динар ҙа ғаилә эшҡыуарлығына ҡушылған. Ул ағастан эш ҡо­рал­дары өсөн һаптар һәм башҡа кәрәк-яраҡ етештереү менән мәшғүл. Был шөғөлгә күптән түгел генә то­тонһа ла, продукцияһына ихтыяж ҙур, хатта күрше Силәбе өлкәһенән дә заказ бирәләр.
Әйткәндәй, Йәғәфәровтар 3000 гектар урманды 49 йылға арендаға алған, шуға ла ағас менән әлегә проблемалары юҡ.

Үҙәккә үткән мәсьәлә

Заман афәте – эскелек Учалы ауылы биләмәһен дә урап үтмәгән, әлбиттә. Нигеҙҙә, енәйәт ҡылыуҙар, хоҡуҡ боҙоуҙар ҙа алкоголь ҡатнашлығында башҡарыла. Күп осраҡта янғындар ҙа хәмер ярат­ҡандар арҡаһында килеп сыға. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың эскелек һаҙлығына батыуы — аяныслы кү­ренеш. Эске эштәр бүлегендә айнытҡыс­тың ябылыуы ла ниндәйҙер кимәлдә алкоголизмдың сәскә атыуына булышлыҡ итәлер.
— Һуңғы ваҡытта ултыраҡта асарбаҡтарҙың күбәйеүе эсте бошора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға ҡарата бер ниндәй ҙә сара ҡулланып булмай. Күптәренең ғаиләләре лә, йорттары ла бар, әммә улар ошондай “эт тормошон” яҡыныраҡ күрә, – тип борсолоуын белдерҙе Альберт Любик улы.
Биләмәлә бөгөн имен булмаған 65 ғаилә иҫәпләнә. Учалы ауылында ғына 42 ғаилә теркәлгән. Махсус комиссия улар менән аңлатыу эштәре алып бара. Бәлиғ булмағандарҙың көнкүреш шарттарын тикшереү, эскән кешеләр йыйылған урын­дарҙы асыҡлау буйынса даими рейдтар үткәрелә. Әйткәндәй, осһоҙ хаҡҡа “фанфурик”, одеколон, суррогат араҡы һатып, еңел табыш артынан ҡыуған кибет хужалары ла комиссияның иғтибарынан ҡотола алмай, законға ярашлы яуап тоторға тура килә уларға.

Күңел йылыһын йәлләмәйҙәр

Учалы ауылында урынлашҡан өс махсус социаль учреждениела тормош тарафынан йәберһетел­гән­дәр үҙ йортон тапҡан. Күп осраҡта бында ла эске­лек – төп сәбәптәрҙең береһе.
Һәр бала ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш тиһәк тә, етемдәрҙе йәмғиәттән бер нисек тә һыҙып ташлай алмайбыҙ. Учалы ауылы балалар йорто ла ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған балаларҙы йылы ҡанаты аҫтына алған. Бөгөн бында республиканың төр­лө райондарынан мәктәп йәшендәге 27 бала йәшәй.
Һуңғы йылдарҙа етемдәрҙе ғаиләләргә урынлаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Учалы балалар йортонан да үҙ ғаиләләрен тапҡан балалар күбәйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уллыҡҡа ал­ған ғаиләләрҙең ниндәйҙер сәбәптән баланан баш тартып, кире килтергән осраҡтары ла бар.
30 кеше өсөн иҫәпләнгән “Өмөт” социаль приюты ла ваҡытлыса ауыр тормош хәлендә ҡалған ба­лаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ҡабул итә. Бында үҙҙәрен яңғыҙ, кәмһетелгән итеп тоймаһындар өсөн тәр­биәләнеүселәргә бөтә шарттар ҙа булдырылған: Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондарынан килгән ба­лалар урта мәктәпкә йөрөп уҡый, спорт секцияларында, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, уларға психолог, социаль педагог, табип ярҙамдары күр­һәтелә, мәҙәни һәм спорт саралары, конкурс-викториналар уҙғарыла.
1985 йылда асылған Учалы психоневрология интернатында республиканың төрлө райондарынан психик сирҙәргә дусар булған, даими ярҙамға мохтаж 404 ир-ат дауалана. 200-ләп хеҙмәткәрҙән торған коллектив ауырыуҙарға йылы мөхит, ла­йыҡлы йәшәү шарттары булдырыу, тейешле дауалау-һауыҡтырыу саралары уҙғарыу, буш ваҡыт­тарын файҙалы ойоштороу өсөн арымай-талмай көс түгә. Интернат өс ҡатлы кирбес йортта урын­лаш­­ҡан, унда ҙур ашхана, клуб, оҫтаханалар, спорт залы, китапхана, дарыухана, кер йыуыу урыны бар. Медицина хеҙмәте заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм физиотерапия, массаж, стоматология, процедура, клиник лаборатория, һауыҡтырыу физкультураһы кабинеттарынан тора. Һәр ауырыуға шәхсән реабилитация програм­маһы билдәләнгән.
Махсус социаль учреждениеларҙың өсәүһендә лә тәрбиәләнеүселәргә, дауаланыусыларға ҡарата йылы ҡараш, хәстәрлек тойолдо, әммә бер нимә лә тыуған йортто, үҙ ғаиләңде, туғандарыңды алмаштыра алмай. Үкенес, ҡайһы берәүҙәр быны аң­ламай, яҡындарын тормоштоң әсе һурпаһын татырға мәжбүр итә шул...
...Көн кискә ауышты, ҡайтырға сыҡтыҡ. Күңел ауыл ситендәге түбәлә әллә ҡайҙан уттарын бал­ҡы­тып торған мөһабәт мәсеткә тартылды. 280 йыл­лыҡ данлы үткәне, ышаныслы бөгөнгөһө булған ауылдың, унда йәшәгән уңған, берҙәм һәм мәр­хәмәтле кешеләрҙең яҡты киләсәге өсөн доға тыңлап, хәйер биреүҙе бурысым тип һананым.

Учалы районы.