Ҡараңғылыҡты яратһаң... штраф

6-12-2017, 00:02 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ҡараңғылыҡты яратһаң... штраф Автомобиль тәҙрәләрен ҡараңғылатҡыс менән көпләгән өсөн штраф күләме ун тапҡырға арттырыла.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары ошо турала закон проектын әҙерләй. Әлеге көндә ҡараңғы салон өсөн 500 һум штраф ҡаралған. Проект авторҙары фекеренсә, тәүге тапҡыр тотолғанда 1 500 һум штраф һалырға, ә бер йыл эсендә икенсегә эләкһә, 5 мең һумға язаларға кәрәк. Регламент буйынса, автомобиль тәҙрәләре яҡтылыҡты кәмендә 70 процент үткәрергә тейеш. Республикала йыл башынан 17 мең водитель ҡараңғылыҡ яратҡаны өсөн штраф түләгән.
Автор: А. ХУЖИНА.