Донъя шундай йомшаҡ ҡына...

5-01-2018, 00:07 // Йәмғиәт, Анонстар // Баҫып сығарырға
Донъя шундай йомшаҡ ҡына...Биләүҙә ятҡан сабыйҙай,
Тәбиғәт йоҡлай ҡышын.
Тынлыҡтың саф тыны бында,
Һиллек бөркә һулышын.


Донъя шундай йомшаҡ ҡына,
Донъя шундай аҡ ҡына!
И-и-и, бер үбеп алғы килә
Шул сабыйҙы һаҡ ҡына!

Собханалла! Күҙ теймәһен,
Аҡҡа таптар йоҡмаһын!
Зинһар өсөн, шауламағыҙ,
Рәхәтләнеп йоҡлаһын!
Автор: C. ӘБҮЗӘР.