Һинһеҙ донъяның йәме юҡ

5-01-2018, 00:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Һинһеҙ донъяның йәме юҡЯҙмыш тигән нәмә бигерәк ҡат­марлы шул: кемдәрҙер йәштән ҡауышып, сәсен сәскә ғүмерлеккә ныҡлы бәйләй, икенселәр үҙенә яҙғанды йылдар буйы эҙләй. Дөйөмләштереп әйткәндә, берәүҙәр уңа, икенселәр туңа, ә өсөнсөләр иһә үҙ яртыһын осрата алмай интегә. Ваҡытында үҙ ишеңде табып, уртаҡ ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүҙән дә олораҡ бәхет юҡтыр. Шулай ҙа тормоштағы төп бурыстарын үтәп, оло йәшкә еткәндә төрлө сәбәптәр арҡаһында яңғыҙ ҡалыусылар ҙа күп бит беҙҙең арала. Яңғыҙаҡтарҙың тағы ла парлашырға хаҡы юҡмы ни? Бар, әлбиттә. Яңы юлдаш осратып, бер-береһенә наҙ һәм ҡыуаныс биреп, икенсерәк шарттарҙағы тормоштарынан йәм һәм тәм табып йәшәүселәр ҙә һирәк түгел тирә-йүндә. Улар бар яҡтан да тик һоҡланыу уята. Алдағы һүҙ нәҡ шундайҙар хаҡында.

Ҡараштарҙа уртаҡлыҡ булһа...


Йөҙҙәрендә нур уйнап, күҙҙәре һәр саҡ йылмайып торғандарҙың, ғәҙәттә, көндәлек тормоштары йәтеш, башҡарған эштәре матур һәм һоҡланғыс була, дуҫ-ише лә күп уларҙың. Ғүмер йылдарының һигеҙен­се тиҫтәһен ваҡлаған Разия апай Ғибә­ҙуллина ла – ошондай дәртле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ханымдарҙың береһе. Олпат йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, ул сибәрлеген дә, әүҙемлеген дә юғалтмаған, үҙенән күпкә кесерәктәрҙе көнләштерерлек итеп гөрләтеп донъя көтә, баҡса үҫтерә, йорто гөл-сәскәләргә күмелгән.
Тормошҡа ғашиҡ булып, башҡаларға тик яҡшылыҡ ҡына теләп йәшәүе уға яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы еңел һәм лайыҡлы үтергә ярҙам иткәндер ҙә инде. 90-сы йыл­дарҙа көтмәгәндә йорто янып китеп, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атаһы буш ҡул менән урамда тороп ҡала. Был ҡаза Разия апайҙың берҙән-бер улы Рәзифте лә урап үтмәй: икенсе ҡалаға күсенгән ғаи­лә­нең ваҡытлыса олатайҙары йортонда ҡалдырып торған бар мөлкәте лә көлгә әйләнә.
Апайыбыҙ тормош иптәше Рәүеф ағай менән атаһы Баймий ағайҙы үҙенә ҡарарға ала, бәләгә тарыған улына ла ярҙам ҡулы һуҙа. Гинекология бүлегендәге шәфҡәт туташы эшен ташлап, яңы кәсепкә тотона. Кәрәкле аҡса йүнләү маҡсатынан Волгоград, Ҡазан һәм Ырымбур ҡалаларынан, Мари Иле һәм Ҡалмыҡ республикаларынан бәйләнгән төрлө әйберҙәр алып ҡайтып һата. Тора-бара үҙе лә бәйләм эшенә ылығып китә. Заказға ойоҡ-ойоҡбаш, бейәләй-бирсәткә, ҡатын-ҡыҙға шәл, кофта һәм жилеттар бәйләй башлай.
Тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Оло йәшкә еткән атаһын тейешле иғтибар менән ҡарап һәм хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатып, донъя хәсрәттәренә бирешмәй, дәртләнеп кенә йәшәп ятҡанда, ире Рәүеф ағай ҙа баҡыйлыҡҡа күсә. Ҙур өйҙә яңғыҙы тороп ҡалған Разия апай бар хәсрәтен баҡса эштәре, ейәндәре менән аралашыу аша баҫырға тырыша.
— Етеш кенә йәшәһәм дә, ун йыл эсендә яңғыҙлыҡтың бар ауырлығын тулыһынса татыным. Көндөҙҙәрен төрлө мәшәҡәт менән булышып, ваҡытты әллә ни һиҙмәһәң дә, кистәрен бер йәм тапмай инем, хатта өйөмдөң стеналары ҡыҫып алып барғандай хис итә башланым үҙемде. Бесәй менән эт, тере йән эйәһе булһалар ҙа, кешене бер нисек тә алыштырмай шул. Ошо арауыҡта күптәргә хас һығым­таға килдем: ашамай түҙеп булһа ла, яңғыҙлыҡты кисереүе, ай-һай, ҡыйын икән. Һәр саҡ халыҡ араһында йөрөп, барыһы менән дә матур аралашып йәшәгәнлектән, бер үҙем ҡалғас, ситлеккә эләккәндәй булдым, — тип хәтерләй Разия апай ул саҡтарҙы.
Көндәрҙән бер көн, бер үҙе моңайып йөрөгәндә, “Юлдаш” радиоһы аша яңғыҙҙар өсөн кисә ойошторолоуын ишетеп ҡала. Шулай “Аулаҡ өй” етәксеһе Айгөл Ниғмәтуллина менән танышып китә.
— Ул Әбйәлил районы үҙәгендә ойоштороласаҡ кисәгә саҡырғас, оҙаҡ ҡына икеләндем. Етмеште уҙған кешегә ундай сараға барыу нисектер уңайһыҙ һымаҡ тойолдо, күптәр быны аңламаҫ тип тә уйланым. Яңғыҙлыҡтың ауырлығын үҙҙәре кисергәндәр генә белә, ҡайһы бер мәлдәрҙәге ҡыйынлыҡтарҙы һөйләп тә килештереп булмай бит. Нәҡ уларҙы үтеп сығыу теләге еңде лә инде: бар шиктәремде ситкә ҡуйҙым да юлландым Асҡарға. Кисә бик күңелле үтте, унан әллә күпме дәрт алып, яңы дуҫтар табып, күптән булмағанса ҡыуанып ҡайттым. Шулай “Аулаҡ өй” клубына ылығып киттем. Аҙағыраҡ Учалы, Баймаҡ райондарында үткән сараларға ла йөрөй башланым. Унда килеүселәр менән дә ныҡлап дуҫлашып киттем, ҡайһы берҙәре хатта туғандарҙай яҡынға әйләнде. Тора-бара һәр осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Кисәләрҙе күңелле һәм ҡыҙыҡлы үткәреү өсөн үҙем дә төрлө инcцениров­каларҙа ҡатнаштым, булған маһирлы­ғымды күрһәтеүҙән дә тартынманым. Мәҫәлән, быяла ватыҡтары өҫтөнән ялан аяҡ йөрөүемде, тәнемдең асыҡ ерҙәренә 21 тимер ҡалаҡ йәбештереүемде ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Дәртләнеп һәм илһамланып клубҡа өс йыл йөрөгәс, күңелем булғандыр инде. Үҙемә: “Етәр, сама белергә лә кәрәк, бынан ары кисәләргә бармайым!” — тинем.
Бер нисә көндән Айгөл шылтырата: “Разия апай, һинең менән ҡыҙыҡһыналар, һөй­лә­шеп ҡара әле”, ти. “Ҡуй, береһе лә кәрәк­мәй, һөйләшмәйем” тиһәм дә, “Аулаҡ өй” хужабикәһе ай-вайыма ҡуймай күндерҙе...
Шулай итеп, бынан өс йыл элек, ноябрь айында Урал ағай менән Разия апай тәүге тапҡыр телефондан һөйләшә. Быға тиклем бер-береһен белмәһәләр ҙә, тиҙ генә уртаҡ тел таба улар. Юл төшһә, яҙға ҡарай барып сығырмын тигән теләк белдерә ир-уҙаман. Йор һүҙле апайың әллә ни күп уйлап тормай: “Яҙға тиклем кейәүгә сығам бит мин”, — тип шаярта. Ошо һүҙҙәр тәьҫир итәме, әллә яҙмышы саҡырамы, Урал ағай икенсе көнгә тағы ла шылтырата һәм “иртәгә юлға сығам, көт” тип хәбәр бирә. “Киләм тигән кешегә ишек һәр ваҡыт асыҡ” тип яуаплай ҙа Разия апай, үҙе хәтерләүенсә, хатта әҙерәк тулҡынла­ныбыраҡ, ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнә башлай: аш һала, бәлеш, төрлө тәмлекәстәр бешерә. Әйткән ваҡытына, күстәнәстәрен тотоп, Урал ағай килеп тә етә. Мул һыйлы өҫтәл янында бер ни тиклем аралашып ултырғас, ике яңғыҙаҡ донъяға ҡараштарында күп кенә уртаҡлыҡтар булыуын күрә, күңелдәренең бер-береһенә тартыла башлауын да һиҙемләй. Урал ағай “Һин үҙеңдең улың менән һөйләш, мин дә балалар менән кәңәшләшәйем” тип, шул көндә үк ҡайтып китә. Донъя күреп өйрәнгән тәжрибәле ир кеше булараҡ, теҙгенде ҡыҫҡа тота ағайың: алыр әйберҙәрен машинаһына тейәп, ике көндән Разия апай янына күсеп тә килә.
Урал ағай Әбйәлил районының Әбдрәш ауылынан. Ярты быуаттан артыҡ бергә ғүмер иткән ҡатыны Хәҙисә мәрхүм булғас, уға ла донъяның йәме, йәшәгән йортоноң ҡото киткәндәй тойола. Заманында, ҡулға-ҡул тотоношоп, туған хужалыҡтарында ал-ял белмәй эшләй улар, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Береһе 30 йыл буйы алдынғы һауынсы һаналһа, икенсеһе абруйлы механизатор булараҡ танылыу ала. Тырыш хеҙмәте өсөн Урал ағай ваҡытында “Москвич” машинаһы менән дә бүләкләнә. Ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Парын юғалтҡас, ҡанаты ҡайырылған­дай хис итә Урал ағай. Балалары эргәлә, улар менән аралаша, көсөнән килгәнсә ярҙам итеп тора. Шулай ҙа яңғыҙлыҡ бәкәленә һуға башлай. Шуға ла, Разия апай менән танышҡас та, күп уйлап тормай артабанғы яҙмышын күңеле тартҡан ҡатын менән бәйләргә ҡарар итә. Быға тиклем тыуған ауылынан күсеп китеүҙе күҙ алдына ла килтермәгән ир-уҙаман сит ерҙә яңы тормош башлай. Бөгөн иһә Разия апай менән Урал ағайҙың иңгә-иң терәп, бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, татыу ғүмер итеүенә лә өс йыл үтеп киткән.
— Иртә таңдан ҡара кискәсә совхозда эшләп, үҙебеҙ тураһында уйларға форсат та булманы. Ә ғүмер аҡҡан һыу кеүек үткән дә киткән икән. Йәш саҡта эш, донъя мәшәҡәттәре менән көндөң үтеүе һиҙелмәй ҙә ҡалһа, олоғайған көнөңдә яңғыҙ тороп ҡалһаң, ваҡытты нисек үткәрергә лә белмәйһең икән. Шуға күрә “Аулаҡ өй” клубы етәксеһе Айгөлгә рәхмәтем ҙур. Яңғыҙҙарҙы парлаштырып изге эш башҡара ул. Нәҡ уның ярҙамы менән йәш саҡта күрмәгән тормош матурлығын күрергә лә насип булды. Разия апайың менән йылына икешәр тапҡыр шифахана һәм профилак­торийға барабыҙ, бығаса булмағанса рәхәтләнеп ял итеп, һаулыҡты нығытабыҙ. Шул арҡала үҙемде 77-лә тип түгел, ә бары 60-та кеүек кенә тоям, — ти Урал ағай.
— Айгөл кеүек дәртле һәм киң күңелле­ләр яңғыҙҙарҙы ҡауыштырыу өсөн тырыш­лыҡ һалғанда, өйҙә моңайып ултырырға кәрәкмәй. Ғүмер бер генә, һәр кем парын табып, тормош матурлығын күреп йәшәргә тейеш. Кемгә нисектер, минең өсөн яңғыҙлыҡтан да ауыр нәмә юҡ.
Оло йәштәрҙә булһам да,
Йәш әле күңелдәрем,
Аслыҡҡа түҙә алам мин,
Яңғыҙлыҡҡа түҙә алмайым, — тип йөрәк торошон шиғри юлдар менән аңлата яҙмышынан бар яҡтан да ҡәнәғәт Разия апай ҙа.

“Аулаҡ өй”гә килмәгәндәр парын эҙләп таба алмай

Айгөл Ниғмәтуллина етәкселегендәге “Аулаҡ өй” клубы алтынсы йыл уңышлы эшләп килә. Бөгөн ул бер юлы йәмғиәттәге ике проблеманы ыңғай хәл итә тип ышаныслы әйтергә була. Беренсенән, клуб, яңғыҙҙарҙы ҡауыштырып, ғаилә институтын нығытһа, икенсенән, һуңғы йылдарҙа бөтә ил буйынса көнүҙәккә әйләнгән демография хәлен яҡшыртыуға ла һиҙелерлек өлөш индерә. Мәҫәлән, бөгөнгә “Аулаҡ өй” ярҙамында ҡауышҡан 327 парҙың 37-һе үҙ сабыйын бағып ҡыуана.
Һинһеҙ донъяның йәме юҡҺүҙ ыңғайында тағы ла бер мөһим мәсьәләне мотлаҡ билдәләп үтергә кәрәктер: “Аулаҡ өй” мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Клуб булышлығында 28 инвалид, үҙ яртыһын табып, сәстәрен сәскә бәйләп, ныҡлы ғаилә ҡорған. Быны бигерәк тә йәшерәк инвалидтарҙың ата-әсәләре хуплай. Уларҙың һорауы буйынса хәҙер һәр районда бары тик инвалидтар өсөн генә ике айға бер тапҡыр махсус осра­шыуҙар ойошторола. Был сараларҙы уҙғарыуға күп кенә ауыл хакимиәте башлыҡтары ла ярҙам күрһәтергә әҙерлеген белдергән.
Алты йыл уңышлы эшләп килгән “Аулаҡ өй” бөгөн дә тотороҡло үҫеш юлында тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Быны клубтың республика кимәленә сығыуы ла ышаныслы дәлилләй. Башҡортостан телеви­дениеһы­ның “Бәхетнамә”, “Алтын тирмә” һәм “Сәләм” тапшырыуҙарында, “Юлдаш” радиоһында йыш сығыш яһау ҙа уның абруйын бермә-бер күтәрә. Ә клуб етәк­сеһе Айгөл Батыр ҡыҙы Ниғмәтуллинаның “Башҡорт ғаиләһе ассоциацияһы” йәмәғәт ойошмаһының рәйесе итеп һайланыуы, уның эшмәкәр­легенең ыңғай, ниәттәренең етди булыуын күрһәтә. Хәҙер кисәләр ҙә йышыраҡ, күңеллерәк итеп, төрлө районда ойошторола. Был осрашыуҙарға һәр ваҡытта ла тиерлек йөҙҙән ашыу кеше килә.
Быйыл ике тапҡыр яңғыҙҙар һабантуйы үткәреү ҙә, күмәкләп таң ҡаршыларға сығыу ҙа әллә күпме буйҙаҡҡа ҡауышырға булышлыҡ иткән. “Аулаҡ өй” клубы ағзаларын хәҙер үҙ-ара дуҫ булған ныҡлы команда тиергә лә була. Быға уларҙың бер-береһенә ярҙам итергә атлығып тороуы, бесән әҙерләшеүе, бәрәңге алышыуы, ауырып киткәндәрҙең хәлен белешергә йөрөүҙәре лә асыҡ миҫал. Татыу “аулаҡтар” бер нисә тапҡыр Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Ирәмәл тауында, Арҡайымда булырға, Соль-Илецкиҙа ял итергә лә өлгөргән. Бер нисә йыл элек “Аулаҡ өй”гә йөрөргә ҡыймаусылар, уңайһыҙланыусылар күп булһа, хәҙер иһә был йәһәттән клубтың абруйы уларҙы тартып тора. Уның барлыҡ кисәләренең бер ниндәй иҫерткес эсемлектәрһеҙ, халҡыбыҙҙың матур ғаилә йолаларына, башҡа ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып үткәрелеүе бары тик маҡтауға лайыҡ.
“Аулаҡтыҡыларҙың” һәр кисә һайын уйнаған уйындары ла бар. Ҡағиҙәгә ярашлы, уйында еңеүсе егет бөтәһе араһынан үҙенә оҡшаған ҡатын-ҡыҙға көмөш йөҙөк бүләк итә. Әлеге ваҡытта, нәҡ ошо уйын арҡаһында табышып, ғаилә ҡорған Иҫке Сибай ауылы егете менән Сибай ҡалаһы ҡыҙы бәпес көтә. “Аулаҡ өй” үҙе ҡауыш­тырған һәр 50-се парға алтын йөҙөк менән туй күлдәге лә бүләк итә. Йола буйынса үткән был туйға ике яҡлап та туғандар, дуҫтар саҡырыла. Шулай уҡ бәпес туйҙарын уҙғарыу ҙа матур традицияға әйләнгән. Яңғыҙҙарҙы клубҡа күберәк йәлеп итеү маҡсатында, айырым кеше Интернет селтәре аша бәйләнеште, анкета менән эшләүҙе яйға һала. Ә инде клубтың филиалын булдырыу бер юлы ике районда кисә алып барыу, яңғыҙҙарҙы клубҡа күберәк ылыҡтырыу мөмкинлеге бирә.
Шулай итеп “Аулаҡ өй”ҙөң абруйы ла йылдан-йыл күтәрелә. Бында йөрөүселәр пар ғына тапмай, рух күтәренкелеге лә ала, тормош йәмен күрә белергә өйрәнә. Элегерәк клубҡа ҡыҙмаса килергә йөрьәт итеүселәр булһа, хәҙер был йәһәттән талаптар ҡаты. Кисәләргә барыһы ла иң матур кейемдәрен кейеп, байрам кәйефендә етди һәм аныҡ маҡсаттар менән юллана. Шуға күрә киләсәктә “Аулаҡ өй” таныштырыусы, ҡауыштырыусы клуб ҡына түгел, ә милли асылыбыҙҙы һаҡлаған, рухыбыҙҙы нығытҡан, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә хөрмәт уятҡан мөһим урын булыр тигән ышаныс ҙур.

Белорет районы.