Ижады — йәшәү асылы

12-01-2018, 00:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ижады — йәшәү асылыФәрит Бикбулатовтың исемен әйтеү менән уның үҙенә генә хас моңло тауышы ҡолаҡҡа салына. Эйе, ул башҡорттоң милли йыр сәнғәтенең сағыу бер биҙәге булып халыҡ күңелендә ҡалды. Ә ғүмеренең сабый, үҫмер сағы ауыр һуғыш осорона тура килеп, балалар йортонда тәрбиәләнгән төпкөл ауыл малайынан республикабыҙҙың халыҡ артисы, Өфөнөң почетлы гражданы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған арҙаҡлы шәхес кимәленә, оло сәхнәгә күтәрелер өсөн Фәрит Хәйбулла улына бормалы тормош юлдары үтергә, тиҫтәләгән һөнәр алмаштырырға тура килә.


Данлы яҡташыбыҙҙың йырлау оҫталы­ғы хаҡында күп яҙҙылар, киләсәктә лә яҙылыр әле. Ә уның сағыу сәхнә йондоҙо булып балҡыуынан тыш, егет кешегә хас етмеш төрлө һөнәргә эйә булыуы тура­һында үҙ фекеремде еткереүҙе кәрәкле һанайым.
Үткән быуат урталарында Фәрит ағай, шул осорҙа халыҡ араһында бик абруйлы һәм бик кәрәкле киномеханик һөнәрен үҙ итеп, хеҙмәт юлын башлай, ауыл халҡы­ның киске ялын матур фильмдар менән биҙәй. Ә Алыҫ Көнсығышта һалдат хеҙмәтен үтәгәндә ул ҡеүәтле танкта механик-водитель була. 1960 йылда яңы ғына армиянан ҡайтҡан егет Өфө мотор­ҙар эшләү заводына токарь булып урынлаша. Бер нисә йылдан шаулы, бай ҡала, эшселәр тормошо уртаһында ҡайнаған ауыл кешеһе күңелен тыуған яғын һа­ғыныу тойғоһо биләп ала. Һәм ул, ҡасан­дыр мәктәп йылдарын үткәргән Юлдыбай ауылына ҡайтып, урындағы һөнәрселек училищеһы курсанттарына физик культура дәрестәренән һабаҡ бирә башлай, ләкин күңеле тулы моң йөрөткән, булмышы менән ижадҡа ынтылған дәртле ир-азамат тағы баш ҡалаға юллана.
Төҫкә-башҡа һылыу, эшкә талымһыҙ, телгә бай һәм фекергә тос Фәрит ағай 1968 йылда республикала яңы асылған телевидениела бик яуаплы диктор вази­фаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Белем даирәһен үҫтереү ниәтенән Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Тынғы­һыҙ тележурналистика эшенә егерме йылдан ашыу ғүмерен бағышлай. Был йылдар арауы­ғында ул туған халҡының ауыҙ-тел ижадын, мәҙәниәтен, милли йыр сәнғәте өлгөләрен төплө өйрәнә, арҙаҡлы сәхнә йондоҙҙары менән тығыҙ аралаша, ябай халыҡ таланттарының һәләтен үҫтереүгә күп көс һала. Камиллыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылған тәжрибәле ижадсы 80-се йылдар аҙағында “Башҡортостан” исемле ижади клуб ойоштора һәм профессиональ йырсы һөнәренә күсә, тиҙ арала тамашасы һөйөүен яулай.
Фәрит ағай Бикбулатовтың халыҡ, заман йырҙарын оҫта башҡарыусы ғына түгел, ә күңеленә хуш килгән күп шиғыр­ҙарға көй ҙә яҙыусы булыуын, бәлки, күптәр белмәйҙер ҙә. Мәҫәлән, уның “Эй, һылыуҙар, һылыуҙар...” (Рәми Ғарипов шиғыры) һәм “Тиңләмәйем айға...” (Рауил Бикбаев шиғыры) исемле йырҙарының музыкаһын Фәрит ағай үҙе яҙған. Тимәк, уның композиторлыҡ һәләте лә булған.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Фәрит ағай һәүәҫ­кәр рәссам булараҡ та танылыу алды. Тыуған яҡтың гүзәл тәбиғәтенә һоҡла­ныуын сағыу картиналары аша еткерҙе. “Талантлы кеше бар яҡтан да талантлы була” тигән фекергә асыҡ миҫал был.
Оло, емешле ижады менән киң абруй яулаған яҡташыбыҙ тәүҙә Башҡортос­тандың атҡаҙанған (1978 йыл), һуңынан халыҡ артисы (1986 йыл) тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды, 2005 йылда уға “Өфө ҡалаһының почетлы гражданы” тигән исем бирелде. Фәрит Хәйбулла улының юғары абруйына бәйле тағы бер ваҡиғаны телгә алыу урынлы булыр: 2013 йылда 42-се Ишембай һайлау округы һайлаусылары, Ф.Х. Бикбулатовтың кандидатураһын Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары исемлегенә индереп, уға ҙур хөрмәт күрһәтте.
Республика халҡы яратҡан шәхесте иҫкә алып, уның ғүмер юлына, тормош баҫҡыстарына байҡау яһап, кешелек сифаттарына, ижади эшмәкәрлегенә бер аҙ баһа бирергә тырыштым. Ҡәҙерле яҡташыбыҙҙың рухы шатланыр.

Ильяс ТАҠАЛОВ,
матбуғат ветераны.