Һаҡлайҙар, яҡлайҙар

12-01-2018, 00:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Һаҡлайҙар, яҡлайҙарБашлыса беҙ этте шәхси мөлкәтебеҙҙе һаҡлау өсөн тотабыҙ. Әммә уларҙың тәртип һаҡлау органдарында хеҙмәт иткәндәре лә бар. Йәғни йәмәғәтселек хәүефһеҙлеге өсөн яуап­лы вазифала. Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ төрлө енәйәттәрҙе булдырмауҙа, уларҙы башҡарырға йыйынған әҙәмдәрҙе тотоуҙа кинологтарға ҙур ярҙам күрһәтә.
Эт йылы башланды. Ғәҙәттә, ниндәй йыл килә, шул ваҡыт арауығының хужаһы, уның холоҡ-фиғеле хаҡында һөйләргә күнеккәнбеҙ. Кешенең тоғро дуҫы тураһында, әлбиттә, яҡшы беләбеҙ. Ә шулай ҙа… тағы бер ҡабат күҙ һалайыҡ әле эт күңеленә.



Ер йөҙөндә эттәрҙең байтаҡ төрө билдәле. Ҙурҙары һәм бәләкәйҙәре, уҫалдары һәм йыуаштары бар. Шул уҡ ваҡытта кемдер уны өй һаҡлар өсөн аҫрай, бәғзеләр матурлыҡ өсөн тота. Ә бына Рәсәй Эске эштәр министрлы­ғының Стәрлетамаҡ буйынса идаралы­ғы кинологтар хеҙмәте үҙәгендә улар ысын мәғәнәһендә меңәрләгән кешенең ғүмере өсөн яуаплы.
– Бында 25 эт аҫрала. Ҡайһылары урамдағы тәртип һаҡлауҙа, хоҡуҡ боҙоусыларҙы тотоуҙа ҡатнаша, ҡайһы­лары шартлатҡыс, наркотиктар эҙләү өсөн тәғәйенләнгән, – тип һөйләй “дүрт аяҡлы хеҙмәттәштәре” хаҡында ваҡыт­лыса үҙәк начальнигы вазифа­һын башҡарыусы полицияның өлкән лейтенанты Руслан Бакиров. – Ҡаланың көндә­лек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә генә түгел был эттәрҙең әһәмиәте – бер нисәһе үҙенең бурысын Төньяҡ Кавказда ла үтәп ҡайтҡан. Бына шулай, үткән быуатта булдырылған кинологтар хеҙмәте хәҙер Эске эштәр министрлы­ғынан айырылғыһыҙ. Хәйер, эттәр – ил һаҡсылары ла, кешене ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡотҡарыусылар ҙа, әҙәм балаһына тиклем йыһанды иңләүселәр ҙә.
Һаҡлайҙар, яҡлайҙар– Эт ябай хайуан түгел, ул кешегә күңеле менән бик яҡын. Хеҙмәт дауамында улар менән ысын мәғәнәлә тоғро дуҫтарға әүереләбеҙ: күреп ҡалыу менән ҡаршыға сабып килеп иркәләнәләр, шулай итеп күңелдәрен­дәге һағыныу, яратыу хисен белдерә­ләр, – ти был хайуандарҙың үҙенсәлеге тураһында кинолог Рафиҡ Ғисмәтул­лин.
Эйе, эт менән кеше араһындағы мөнәсәбәт бик ябай. Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте лә шулай булһа ине ул.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.