Уңған ҡулда бәрәкәт

26-01-2018, 00:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Уңған ҡулда бәрәкәтБер урында тапаныуҙы үҙ итмәй, гел эҙләнеү юлында булған, ауырлыҡтар алдында бер ҡасан да юғалып ҡалмаған, һәр саҡ яңы идеялар менән янып йәшәгән ғәжәп кешеләр була. Улар менән аралашыуы ла ҡыҙыҡ — күңелең позитивҡа көйләнеп, аң-даирәң киңәйеп киткәндәй тояһың. Учалы ҡалаһында йәшәүсе Гөлсинә Фазлыева — тап шундайҙарҙың береһе.

Ишле ғаиләлә тыуған ҡыҙ эшһөйәр, уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғы, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан булып буй еткерә. Бигерәк тә тәбиғи фәндәрҙе үҙ итә: картаға ҡарап, сит илдәр тураһында хыялланырға, Яйыҡ буйынан төрлө таштарҙы йыйып — коллекциялар, үләндәрҙән гербарийҙар төҙөргә ярата. Геолог һөнәрен һайларға ҡарар итә ул, әммә Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбен та­мам­лағас, ике туған апай-ағайҙары юлынан Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңыш­лы тамамлап, мәктәптә эш башлай, бер үк ваҡытта сит­тән тороп Башҡорт дәүләт университетының география факультетында ла белем ала. Тормошҡа сығып, әсә булыу бәхетен татый.
90-сы йылдарҙың ауыр көрсөк ваҡытында ғаилә Нижневартовскиға күсенә. Декрет ялында булһа ла, бында ла ҡул ҡаушырып тик ултырмай тырыш ҡатын.
— Ул ваҡытта магазин кәштәләренең шалтырап торған ваҡыты, нефтселәргә талон буйынса кейем-һалым бирәләр ине, шуларҙы баҙарға сығарып, балалар кейе­менә алмаштырып йәки һатып аҡса эшләргә тура килде. Бәйләгән, теккән ҡул эштәремде лә тәҡдим итә инем. Шул саҡта үҙемдә эшҡыуарлыҡ һәләтен төҫмөр­ләнем, — ти Гөлсинә Фазлыева.
Ни тиһәң дә, тыуған яҡ үҙенә тарта инде, ғаилә 1995 йылда ҡайтып, сиктәш өлкәнең Межозерный ҡасабаһында төпләнә. Бында ла халыҡтың яртышар йыл эш хаҡы күрмәй, бурысҡа аҙыҡ-түлек алып, юҡсыллыҡта көн күргән ваҡыты. Гөлсинә һәм Альберт Фазлыевтар кәңәш­ләшеп эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Иң тәүҙә Себерҙән алып ҡайтҡан мотоциклдарында Магнитогорск ҡалаһынан тауар ташып, баҙарҙа һата башлайҙар, аҙағыраҡ УАЗ автомобилен алалар. Эштәре лә көйләнеп китә, ауылдарға, хатта сиктәш райондарға ла сығып сауҙа итәләр. Яңы Байрамғол ауылында магазин да асып ебәрәләр.
... Шулай кешеләрҙең рәхмәтен ишетеп, дәртләнеп эшләргә лә йәшәргә ине, әммә тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Төпкөл ауылдарҙың береһенә тауар алып барған ваҡытында яуыз йәндәр, еңел юл менән байығыу маҡсатында, Альбертты язалап үлтереп, мәйетен һыуға ташлай. Ике бала менән тол ҡалған ҡатындың ун ай буйы иренең ҡайҙа икәнлеген белмәй нисек ыҙа сик­кәне, нимәләр уйлағаны, йөрәк әрнеүҙәре Хоҙайҙың үҙенә генә билдәлелер.
Яңғыҙына, әлбиттә, эште алып барыу ауырлаша. Ике йыл буйы аҙапланғандан һуң, Учалыға ҡайта. Ни эшләргә тип аптырап йөрөгәнендә, гәзиттән Италияға эшкә саҡы­рыу тураһында иғлан уҡый. Оҙаҡ уйлап тормай тәүәккәл ҡатын, эш башлап, ғаилә ҡорған өлкән улына үҫмер йәш­тәге бәләкәсен ышанып ҡалдырып, сараһыҙҙан Италияға юл тота.
Сит илдә лә һынатмай ул, бер нисә урынға эшкә урын­лаша, итальян телен дә тиҙ генә үҙләштерә. Һигеҙ йыл ят мөхиттә йәшәһә лә, тыуған Башҡортостанына, яҡындары янына йыл һайын ҡайтып йөрөй.
— Италияға бик рәхмәтлемен, миңә ауыр саҡта рухи һәм матди яҡтан ярҙам иткән, хыялдарымды тормошҡа ашырған ил ул, әммә тәбиғәте ҡырыҫыраҡ, тормош көтөү ауырыраҡ булһа ла, тыуған төйәктән дә ғәзиз ер юҡ икән. Ситтә йөрөгәндә шуға бар күңелең менән инанаһың, — ти Гөлсинә Шәрәфетдин ҡыҙы.
Италияла йәшәгәнендә гел яңылыҡҡа ынтылған ханым төрлө илдәр буйлап сәйәхәт ҡылырға өлгөрә, ҡул эштәре менән булышырға, таштарҙан милли биҙәүестәр яһарға ла оҫтарып ала.
— Неаполдә йәшәгәндә эргәлә генә баҙар булды, унда Пакистан, Һиндостан­дан килтереп төрлө таштар һаталар ине. Шул кибеттәргә инергә яраттым, таштарҙы тотоп ҡарағанда үҙемдә ниндәйҙер үҙенсәлекле энергетика артыуын тоя инем. Яйлап уларҙы һатып ала башланым. Байтаҡ йыйылып киткәс, Интернеттан мәғлүмәт алып, биҙәүестәр эшләргә өйрәнеп алдым, — ти Гөлсинә Фазлыева.
Ике йыл элек тыуған яҡтарға ялға ҡайтҡанында Гөл­синә Шәрәфетдин ҡыҙын Учалыла ойошторолған “Баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме. Үткәндәрҙән киләсәккә юл” тип аталған төбәк конференцияһына саҡыралар. Милли кейемебеҙҙең гүзәлле­генә, күркәмлегенә хайран ҡалып, ҡанат­ланып, дәртләнеп ҡайта ул унан, башында әллә күпме яңы идеялар ҙа тыуа, үҙенә башҡорт милли кейемен дә тектертеп ала.
Италияға барғас, йәкшәмбе ойошторол­ған рус-украин баҙарына сығып, таштарҙан үҙе эшләгән биҙәүестәрҙе һатып ҡарарға була Гөлсинә Шәрәфетдин ҡыҙы. “Баш­ҡорт йорто” тип аталған стенд та эшләй, милли кейемдәге башҡорт һылыуҙарының фотоларын ҡуя, таштарға аңлатмалар яҙа, үҙе лә башҡорт костюмын кейә. Италияла йәшәгән ватандаштарыбыҙҙа ғына түгел, урындағы халыҡта ла ҡыҙыҡһыныу уятыуға өлгәшә тәүәккәл ханым.
Тап ошо ваҡытта уның башына тыуған яҡҡа ҡайтып, милли һыҙатлы сауҙа нөктәһе булдырыу идеяһы килә лә инде. “Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”, тиҙәр. Булмышы менән эшҡыуар, алдына гел юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә күнеккән Гөлсинә Фазлыева көҙ Учалыла “Башҡорт йорто”н асып ебәрә.
Ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан кибет мөғжизәле йортто хәтерләтә. Стена­ға эленгән күркәм биҙәүестәрҙән, кәштә­ләргә теҙелгән төрлө-төрлө таштарҙан, сувенир­ҙар­ҙан күҙҙәр ҡамашып китә хатта. Бер мөйөштә, музей­ҙағы кеүек, тирмә лә урынлаштырылған, унда милли кейемдәр, ҡурай, ҡумыҙ, һауыт-һаба, биҙәүестәр ҙә бар. Башҡорт костюмын кейеп, фотоға төшөү мөмкинлеге лә булдырылған. Әйткәндәй, ҡунаҡсыл ханымдың самауыры ла һәр саҡ шыжлап ултыра, теләүселәрҙе төрлө үләндәр­ҙән бешерелгән шифалы сәйе менән ихлас һыйлай.
Кибеттә “мосолман мөйөшө” лә булды­рылған, бында дини китаптар, бетеүҙәр, тәсбихтәр, доға яҙылған буклет­тар һатып алырға була. Стенала борон өләсәйҙәр таҡҡан биҙәүестәрҙән этник стенд урын­лаш­тырылған. Ситтәрәк мунса яратыусылар төрлө атрибуттар, миндек, шифалы үләндәр, һаулыҡҡа файҙалы тауарҙар таба­саҡ. Туҙҙан, ағастан, таштарҙан эш­лән­гән сувенирҙарҙы, иҫтәлекле магнит­тарҙы бүләккә алһаң, һәр кемдең күңеленә ятыр. Ә башҡорт һылыуҙары өсөн алҡа, йөҙөк, беләҙек, муйын­саҡтарҙың ниндәйе генә юҡ бында. Гөлсинә Шәрәфетдин ҡыҙы һәр таштың үҙенсәлеген, файҙаһын ентекле аңлатып, һайларға ярҙам итә.
Әйткәндәй, тормоштоң уртаһында ҡайнаған рухлы ха­ным һабантуйҙарҙа, осрашыуҙарҙа, төрлө мәҙәни сара­ларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел Силәбелә уҙғарылған башҡорт мәҙәниәте көндәрендә Гөлсинә Фазлыева ойошторған оҫталыҡ дәрестәре сит өлкәлә йәшәгән милләт­тәштәребеҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Кибеттән дә кеше өҙөлмәй, күптән түгел Екатеринбургтан бер төркөм турист килеп, сувенирҙар алып, биҙәүестәрҙе та­ғып, иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡайтҡан. Мәктәп уҡыу­сы­лары ла йыш килә бында. Йәш быуынға башҡорт хал­ҡының тарихы, көнкүреше, кейем-һалымы тураһында һөйләп, оҫталыҡ серҙәре менән дә уртаҡлаша Гөлсинә Шәрәфетдин ҡыҙы.
“Башҡорт йорто”ндағы мөхит өйҙәге кеүек йылы, яҡты. Милли костюмда, үҙ телебеҙҙә ихлас сәләмләгән хужабикә менән аралашҡас, үҙеңде саҡырылған ҡәҙерле ҡунаҡ итеп тояһың.
Һуңғы ваҡытта республикабыҙҙа туризмды үҫтереү, сит­тән инвесторҙар йәлеп итеү тураһында күп һөйлә­нелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫ киткес гүзәл тәбиғәте, иҫтә­лек­ле урындары менән дан тотҡан Башҡортос­таны­быҙҙы күптәр ишетеп кенә белә. Бәлки, беҙгә тап ошондай йылы мөхит булдырыу етмәйҙер. Үҙеңде ҡәҙерле ҡунаҡ итеп тойған ергә гел барғы килеп тора бит...