Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурайсы Ғәлимйән ҡарт ейәндәре
Ҡурайсы Ғәлимйән ҡарт ейәндәреЙәл, ләкин мин ҡартатайым – атайымдың атаһы хаҡында ололарҙан ишетеп кенә беләм. “Ҡартатайыңдың әллә нисә пар итеген туҙҙырырға яҙҙы, тик уның арҡаһында ғына ялан аяҡ йөрөргә тура килмәне – ҙур рәхмәт үҙенә!” – ошоға оҡшаш һүҙҙәрҙе лә йыш тыңларға тура килде, сөнки Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ яҡтарында Ғәлимйән Ғәбитулла улы Рәмовты оҫта ҡурайсы итеп кенә түгел, заманында бик шәп итексе булараҡ та беләләр...


Ҡартатайым XIX быуат аҙағында йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан боронғо Ҡайраҡлы (рәсми исеме Түбәнге Ғәле) ауылында заманында “бай”, “кулак” мөһөрҙәре менән нарыҡланған ғаиләлә тыуа. Әсәһе Зөлҡәғиҙә ҡәрсәйебеҙ бик йәшләй тол ҡала һәм етеш донъяға идара итеүҙе үҙ ҡулына ала. Бала сағымда ауылыбыҙ аҡһаҡалы Сәғит олатай Салауатов һөйләгәндәрҙән: “Байҙарҙы китап-киноларҙа бик һыҡмыр, һаран кешеләр итеп һүрәтләйҙәр. Тик мин улай тип әйтмәҫ инем. Әгәр Зөлҡәғиҙә еңгә булмаһа, мин бына һеҙгә ошоларҙы һөйләп ултыра алыр инемме ни? Күп, бик күп етем-еһерҙе аяҡҡа баҫтырҙы ул. Торор урыны, кейер кейеме, ейер ризығы булмаған етемдәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, ашатып-эсереп, кейендереп-туйындырып йәшәне. Әлбиттә, беҙ ҙә ҡул ҡаушырып, әҙер тамаҡ көтөп ултырманыҡ – хәлебеҙҙән килгәнсә еңгәгә ярҙам итергә тырыштыҡ. Бит анау тиклем малды ҡарау, уларҙы аҫрау бер үҙенең генә ҡулынан килер инеме ни?! Уның йылҡылары Ҡайраҡлының Аҡташ тауынан һыулауға төшкәндә башы Һаҡмарҙа, ә осо урман эсендә булыр ине (ара яҡынса 1,5 саҡрым). Бик йомарт, кеселекле кеше булды Зөлҡәғиҙә еңгәбеҙ. Ҡыш беҙ, үҫмер егеттәр, ат саналарында бесәнгә китһәк, ҡайтыуыбыҙҙы ҡапҡа асып, эҫе һурпа менән көтөп торор ине: “Йә, егеттәр, эҫеләй генә һурпа эсә һалып алығыҙ ҙа йөктәрегеҙҙе бушатып инегеҙ!” – тип йәһәтләп аш-һыуын хәстәрләй башлар ине. Йөктәрҙе бушата һалып, аттарҙы бәйләп өйгә инеүгә оло урындыҡ уртаһындағы ашъяулыҡта табаҡ-табаҡ ит, ҡаҙылыҡ, һалма көтөр ине беҙҙе... Байҙарҙың да төрлөһө булды, балам, шуны мейеңә һеңдереп ҡуй!”
Эйе, Зөлҡәғиҙә ҡәрсәйебеҙ яҡын-тирәлә дан алған байбисә була. Ана шул етеш йәшәүе арҡаһында ла ул, тыумыштан аяҡтан зәғиферәк булған ҡартатайыбыҙҙың киләсәген уйлап, шәп ҡурайсы һәм итексе яллай һәм уны кесе йәшенән һөнәргә өйрәтә. Мәктәптә уҡыған йылдарымда атаҡлы ҡурайсы булған уҡытыусыбыҙ Ғәйнулла Сәйетғәле улы Ғәниев мине үҙе етәкселек иткән ҡурай түңәрәгенә ҡоҙалап бер булды. “Ғәлимйән ҡартатайың ниндәй оҫта ҡурайсы ине, әйҙә, һин дә өйрән, музыкаль һәләтең дә бар, – тиер ине ул. – Бер төшөнөп алһаң, һинән дә бына тигән ҡурайсы сығасаҡ!” Тик әсәйем, мәрхүмә, быға ҡырҡа ҡаршы төштө, һәм мин ҡурайҙы шыжылдатыуҙан ары уҙа алманым...
Шулай итеп, Ғәлимйән ҡартатайыбыҙ ҡурайсы һәм итексе булып китә. Элек ҡунаҡ-төшөмдә ир-ат оло яҡта, ҡатын-ҡыҙ өйҙөң кесе яғында урындыҡта ултырыр булған. Ҡартатайыбыҙ түр яҡта ҡурайында уйнаһа, аш-һыу яғында ҡатыны, йәғни Хәнифә ҡәрсәйебеҙ ҡумыҙ уйнап, ҡатындарҙы бейеткән.
Ҡартатайым менән ҡәрсәйемдең бөтәһе 14 балаһы тыуып, шуларҙың тик бишәүһе генә иҫән буй еткерә. Әммә Байрамбикә, Тәнзилә, Фәрзәнә апайҙарыбыҙ, йәғни атайымдың һеңлеләре 17-19 йәшкә етеп, йәшләй генә гүр эйәләре булалар. Бары Тәнзилә апай ғына күрше ауылға кейәүгә сығып өлгөрә, тик уға ла бала һөйөп, ғаилә бәхете татып йәшәргә насип булмай. Еҙнәйебеҙ ғүмере буйына апайыбыҙҙы иҫләп, уны һағынып йәшәне – бөгөн ул да мәрхүм инде...
49 ғына йәшендә ҡәрсәйебеҙ гүргә ингәс, ҡартатайыбыҙ дүрт бала менән тол ҡала. Өлкән улдары булған атайыбыҙ ғына өйләнеп, башҡа сығып өлгөрә.
–​ Үҙ әсәләре, йәғни бейемем иҫән булһа, бикәстәрем дә йәшәр ине, бәлки, – әсәйемдең күҙе йомолғансы бикәстәрен иҫләп, ваҡыт-ваҡыт уларҙы һағынып һөйләгәне бөгөнгөләй күҙ алдымда. – Үлергә булалыр, шул тиклем һылыу, кеселекле ине үҙҙәре. Тәнзилә апайыңдың үлеме бигерәк тә үҙәкте өҙҙө. Бөгөнгө медицина булһын икән дә бит... Сабыйы менән икеһен бер ҡәбергә ерләнек. Юлдыбай дауаханаһында мәрхүмә булды ул...
Күрмәгән апайҙарымды күҙ алдына килтереп, әсәйемдең йәшле күҙҙәренә төбәлеп, мин дә уйға ҡалам.
– Исмаһам, Батырйән ағайың йәшәмәне – ете балаһын етем итеп, Ҡәнифә киленде, беҙҙе зар илатып, утыҙ туғыҙ ғына йәшендә яҡты донъя менән хушлашты, – әсәйем, үткәндәрен иҫенә төшөрөп, һөйләй ҙә һөйләй... – Әллә атайыңдың – бер бөртөк кенә ағаһының – иртә үлемен күтәрә алманы ҡәйнешкәйем. Әсәһенән ҡалғас, ете йәшенән шул ағайына арҡа терәп үҫкәйне шул. Етемлеген тоймаһын, башҡалар араһында кәмһенмәһен, тип беҙ ҙә Батырйән өсөн йән атып торҙоҡ – ата-әсәле балаларҙа булмағанын да иң элек ағайыңа алып бирер инек... Ҡайным Хәмиҙә бейемгә өйләнеп, улдары Мәхмүтйән тыуғас, атайың менән ағайың эй ҡыуанған булғайны, тик бергә оҙаҡ йәшәмәнеләр, бейем үҙ ауылына кире ҡайтып китте. Әллә шуға үпкәләнеләр инде – аҙаҡ Мәхмүтйән менән аралашмаҫ булды ла ҡуйҙылар...
Ысынлап та, атайым да, Батырйән ағайым да Мәхмүтйән ағай менән аралашманы шул... Бары үҙҙәре вафат булғас ҡына беҙ, йәғни атайымдың балалары, уның менән ара-тирә хәбәрләшеп алабыҙ – йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тигән бит боронғолар. Унан килеп, бер атай балалары була тороп та аралашмаһаҡ, туған булыуыбыҙ нимәгә?!
Атайым Закирйән Ғәлимйән улы менән әсәйем Вәлимә Мотаһар ҡыҙының һигеҙ балаһы булып, шуларҙан бөгөн өсөбөҙ генә иҫәнбеҙ. Ошондай оло ҡайғылар кисергән атай-әсәйебеҙ беҙгә матур тәрбиә биреп үҫтерергә тырышты. Уларҙың төп талаптары – кеше әйберенә ҡул һуҙмағыҙ, олоно – оло, кесене кесе итә белегеҙ, эшләгәнегеҙ беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн, тип әйтеп-зыҡытып тороуҙары бөгөн дә буталсыҡ тормошта юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә. “Намыҫығыҙҙы алға ҡуйып, бер-берегеҙ өсөн терәк-таяныс булып йәшәргә тырышығыҙ – һеҙ бит өсәү генә!” – әсәйем мәрхүмәнең ошо һүҙҙәре әле булһа ҡолағымдан китмәй...
Беҙ бит өсәү генә, өс бөртөкбөҙ,
Өсәү генә ҡалдыҡ һигеҙҙән...
Бер Хоҙайым үҙе генә белә –
Әсәм йәше күпме түгелгән!
Ләкин беҙгә йәшен күрһәтмәне,
Нәҫелдәнме килә һерелек?
Ниндәй генә ҡайғы кисерһә лә,
Әсә булып ҡалды иң элек!
Өс бөртөкбөҙ – өс тағандай ныҡлы,
Бер-беребеҙ өсөн кәрәкбеҙ.
Дуҫтар өсөн ишегебеҙ асыҡ,
Кәрәк икән, таяныр терәкбеҙ!
Өс тағандар ерҙә ныҡлы тора,
Бирешмәйҙәр буран-елдәргә!
Йәшәү йәмен татып йәшәйек гел,
Бындай бәхет теймәй күптәргә!
Был юлдар нәҡ ана шул беҙҙең ғаилә тураһында яҙылған шиғыр...
Атайым ғүмере буйына малсылыҡта эшләп, йәшләй генә ҡаты сирҙән яҡты донъя менән хушлашты. Шулай ҙа өлкән улы менән ҡыҙының туйҙарын күреп, уларҙың балаларын һөйөп ҡыуаныу бәхетен кисерҙе ул. Уның беҙҙең менән бәхилләшкәнендә әйткән һүҙҙәре мәңгелеккә күңел түремдән урын алды: “Донъялыҡта тик бер генә үкенесем ҡала – кинйәмдең (йәғни минең) туйын күрә алмай, уның балаларын һөймәй китәм!..”
Шөкөр, атай-әсәйебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйбеҙ шикелле: өсөбөҙ ҙә тормошта үҙ урындарыбыҙҙы таптыҡ, ғаиләләребеҙ менән матур донъя көтәбеҙ. Ағайыбыҙ Йәүҙәт иһә еңгәйебеҙ Миңһылыу менән Йылайыр ауылында йәшәй. Икеһе лә хаҡлы ялда. Ике ул үҫтерҙеләр һәм бөгөн биш ейән-ейәнсәр тәрбиәләшәләр. Апайым Фәриҙә лә өс бала баҡты. 30 йәшендә генә тол ҡалған ҡатынға ишле ғаиләне аяҡҡа баҫтырыуҙа әсәйебеҙ ышаныслы ярҙамсы булды. Әле ике ҡыҙы һәм бер улының ҡыҙ-улдарына һөйөнөп, ағайыбыҙҙың эргәһендә, балалары янында – Йылайырҙа йәшәй. Мин иһә ғаиләм менән Сибай тарафтарында төпләндем – хәләл ефетем Эльвира, улдарым Райман һәм Батырхан менән матур ғына йәшәп ятабыҙ.
Батырйән ағайым менән Ҡәнифә еңгәйем ете балаға ғүмер бирҙе. Тик, алда әйткәнемсә, ағайыбыҙ ғына бик йәшләй беҙҙе ташлап китте. Иң олоһона ун өс, кесеһенә ни бары йәш ярым булған балалар менән еңгәйебеҙгә еңелдән булмағандыр инде. Әммә уның күҙ йәштәренә быуылып, кемгәлер зарланып ултырғанын күрмәнек. Әсәһе Өммөгөлсөм инәй менән ете балаһын да, сәс-баш туҙҙырмай ғына, бер ояла тәрбиәләп үҫтерҙе ул. Үҙе һары таңдан ҡара кискә тиклем ферма эшенән бушаманы.
Бөгөн еңгәйебеҙ Ҡәнифә Ғарифулла ҡыҙы Рәмова Йылайыр районының Сәләх ауылында ҡартатайыбыҙҙың нигеҙен һыуытмай йәшәй. Ҡартатайыбыҙ үҙ ҡулдары менән һалып ингән йорт урынына бына тигән заманса өй күтәрҙеләр, кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Йәл, атаһына тамсы һыу ише оҡшаған, эшкә бөтмөр, тернәксел Руслан ҡустыбыҙ ғына йәшләй донъя ҡуйҙы. Алһыу һеңлебеҙ Хәйбулла районының Татырүҙәк ауылында – Таһир кейәү менән бер ул, бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Наил ҡустыбыҙ, үҙебеҙҙең ауыл һылыуы Зәмирәгә өйләнеп, тыуған ерҙә еректе. Уларҙың өс балаһы – ике улдары һәм бер ҡыҙҙары бар. Юлай ҡустыбыҙ һәм Зөлфирә киленебеҙ ҙә – өс бала ата-әсәһе, район үҙәге Йылайырҙа йәшәйҙәр. Юлдаш, Азамат, Фаил ҡустылар әлегә әсәләре янында, Алла бирһә, улар ҙа үҙ ояларын ҡорор, Ғәлимйән ҡурайсы нәҫелен арттырыр, тигән өмөт менән йәшәйбеҙ.
Ҡәнифә еңгәйебеҙҙең йорто ситтә йәшәгән беҙҙең өсөн ат башы бороп туҡталыр төп йорт булып ҡалыуын дауам итә. Былтыр йәй Сәләх ауылында шаулап-гөрләп үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ла ул беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алды һәм ихлас ҡунаҡ итеп, пакет-пакет күстәнәстәре менән оҙатып ҡалды. Иҫәнлек-һаулыҡ насип итһен үҙенә һәм балаларына!
Ғәлимйән ҡарттың кинйәһе Мәхмүтйән ағайыбыҙ Хәйбулла районының Өфө ҡасабаһында йәшәй. Рәйсә еңгәйебеҙ менән Ләйсән һәм Әлифә исемле алма кеүек ике ҡыҙ үҫтереп, бөгөн уларҙың балаларын һөйөп кинәнәләр. Мәхмүтйән ағайыбыҙ үҙен райондарында ғына түгел, тотош республи­кабыҙҙа ысын ер хужаһы – игенсе итеп танытты! Тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн ул 1996 йылда “Башҡортостандың атҡаҙан­ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡ­таулы исемгә лайыҡ булды. Ә 2008 йылда “Башҡортостан алдындағы хеҙмәт­тәре өсөн” орденын алды. Бөгөн Мәхмүтйән Ғәлимйән улы Рәйсә еңгәйебеҙ менән шәхси хужалыҡ­тарында мәж килеп йәшәй, ҡыҙҙарына ышаныслы терәк һәм таяныст. Әйткәндәй, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында лаборатория етәксеһе булып эшләгән Ләйсән һеңлебеҙ 2007 йылда уҡ кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, химия фәндәре кандидаты тигән маҡтаулы исемгә эйә.
Ғәлимйән ҡартатайыбыҙ 12 ейән-ейән­сәрен күргән булһа, ниндәй бәхетле булыр ине! Шулар араһында үҙенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған Юлдаш ҡустыбыҙ йөҙөндә ул үҙенең бала сағын, йәшлеген күреп ҡыуаныр, уның сымырылығына һоҡланыр ине, моғайын. Тик, йәл, беребеҙ ҙә ҡурай менән мауыҡманыҡ. Уныһы инде Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән бәйле һәләттер, күрәһең...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 29

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 40

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 80

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 45

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 60

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 144

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 135

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 29