Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаилә менән ял итеү урындары кәрәк
Ғаилә менән ял итеү урындары кәрәкБашҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу өсөн былтыр 1 миллиард 32 миллион һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән федераль кимәлдәге сығым – 856 миллион, төбәктән – 175 миллион һумдан ашыу. Был финанслау байтаҡ ҡаланы төҙөкләндереүгә, уларҙа уңайлы шарттар булдырыуға ярҙам итте. Шул иҫәптә Стәрлетамаҡ та бар.

2018 – 2022 йылдарҙа тор­мошҡа ашырыласаҡ проект­тың маҡсаты, әйтелгәнсә, ҡала­ларҙы үҫтереүгә, уларҙа ха­лыҡ өсөн уңайлы шарттар, ял урындары булдырыуға ҡайтып ҡала. Шуны­һы һөйөнөслө: бындай ярҙамға ниндәй биләмәләр мохтаж, ҡайҙа ремонт, үҙгәреш талап ителгәнен граждандар үҙҙәре хәл итә. Объекттар уларҙың тауыш би­реүе һөҙөм­тәһенә ярашлы һай­лана. Билдәле, өҫтөнлөк алған проект планға индерелә. Суб­си­дияның өстән ике өлөшө – мотлаҡ күп ҡатлы йорттар ихатаһын төҙөк­лән­дереү, ә ҡалғаны ха­лыҡ күп­ләп йөрөгән урындарҙы (мәҫә­лән, скверҙар, майҙансыҡтар, яр буйҙары) яңыртыуға бүленә.
Нисек һайларға һуң теләгән объектыңды? Был йәһәттән мәғ­лүмәтте ҡала хакимиәт­тәре­нең рәсми сайттарынан та­быр­ға була. Ҡыҙыҡһындырған урынды тапҡас, халыҡ күмәк­ләп проектҡа бәйле үҙ фекерен белдерә, кәңәшләшә ала.
Стәрлетамаҡтар, мәҫәлән, ғинуарҙа 19 проект буйынса тауыш бирҙе. Һайланғандар ара­һында балалар майҙансығы, парктар, Стәрле, Ольховка йылға­ларының яр буйҙары бар. Шулай ҙа халыҡ иң күп тауышты йәйәү­леләр зонаһы өсөн биргән. Тимәк, улар фекеренсә, Стәрле­тамаҡта ғаилә менән ял итеү урындарын күберәк булдырырға кәрәк.
Әйткәндәй, былтыр нәҡ ошо программаға ярашлы ҡаланың Хоҙайбирҙин урамындағы йәйәү­леләр зонаһы төҙөклән­де­релде. Шулай уҡ 90-дан ашыу йорт алды күркәм төҫ алды, велосипедта елдерергә яратҡандарға айырым ял урыны булдырылды, юлдарға асфальт түшәлде, ҡороған ағас­тар урынына йәш үҫентеләр ултыртылды, ҡоймалар яңыртыл­ды, яңы туҡталҡалар барлыҡҡа килде.
Урындағы хакимиәттә әйтеүҙә­ренсә, ҡаланы киләсәктә лә ошондай программалар ярҙамында матурлау мөмкинлеге киң файҙа­ланыласаҡ.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Шәхси паркингтар арта

Шәхси паркингтар арта 15.11.2018 // Йәмғиәт

Быйыл ун ай эсендә “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы машина урындарына 569 хоҡуҡты теркәгән....

Тотош уҡырға 28

Әбештәге янғын... ялған булып сыҡты

Әбештәге янғын... ялған булып сыҡты 15.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районының Әбеш ауылы халҡы ғына түгел, хатта көтөүҙәге мал да был көндә яңғыраған хәүефле...

Тотош уҡырға 49

Иҫәндә ... йәнә һәйкәл асылды

Иҫәндә ... йәнә һәйкәл асылды 15.11.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Иҫән ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды....

Тотош уҡырға 40

Етемдәргә — фатир асҡыстары

Етемдәргә — фатир асҡыстары 15.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында атай-әсәй наҙынан мәхрүм ҡалған биш етемгә фатир асҡыстары тапшырылды....

Тотош уҡырға 48

Каринэ Хәбирова – перинаталь үҙәктә

Каринэ Хәбирова – перинаталь үҙәктә 15.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова Өфөләге Республика клиник перинаталь үҙәгендә...

Тотош уҡырға 75

Ҡыш бабайға хат яҙырға онотма!

Ҡыш бабайға хат яҙырға онотма! 15.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда “Ҡыш бабайға хат” балалар республика проекты дауам итә....

Тотош уҡырға 74

Кузнецовкалар янғын машинаһын һайланы

Кузнецовкалар янғын машинаһын һайланы 15.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының Кәлтә ауыл биләмәһе Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында икенсе тапҡыр...

Тотош уҡырға 39

Ренатаны Ҡытайға саҡыралар

Ренатаны Ҡытайға саҡыралар 15.11.2018 // Йәмғиәт

Өфөләге “Берҙәмлек” лицейының ХI класс уҡыусыһы Рената Нәҙершина Һиндостанда үткән Азия матурлыҡ...

Тотош уҡырға 43

Һыуыҡ залда концерт ҡарау бөттө

Һыуыҡ залда концерт ҡарау бөттө 15.11.2018 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Халыҡ ижады үҙәге капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен аса....

Тотош уҡырға 45

Өфөгә йылайырҙар килә

Өфөгә йылайырҙар килә 15.11.2018 // Йәмғиәт

Был аҙнала “Башҡортостан тарихы биттәре” республика фестиваль-марафоны сиктәрендә, йылайырҙар Өфөгә...

Тотош уҡырға 71

Ете ғаиләнең мажаралары

Ете ғаиләнең мажаралары 14.11.2018 // Йәмғиәт

Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында “Йәш ғаилә” конкурсы мажаралы уйын (квест) рәүешендә...

Тотош уҡырға 65

“Берҙәм тәҙрә” эште еңеләйтәме, әллә…?

“Берҙәм тәҙрә” эште еңеләйтәме, әллә…? 14.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ҡала, райондарында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәткән күп функциялы үҙәктәр...

Тотош уҡырға 66