Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормоштары көйлө, донъялары түңәрәк
Тормоштары көйлө, донъялары түңәрәкБыл донъяла бер-береһе өсөн генә яралып, үҙ ишен әллә ҡайҙан эҙләп тапҡан кешеләр була. Тап ундайҙар тормош юлында ҡулға-ҡул тотоношоп йәнәш атлай, бер-береһенә терәк һәм таяныс булып, матур балалар үҫтерә, бәхетле ғүмер кисерә. Кеше ундайҙарға ҡарап: “Ҡайһылай пар килгәндәр!” — тип һоҡлана. Шундай күркәм ғаиләләрҙең береһе менән танышыу бәхете тейҙе.


Юлиә менән Урал Ғүмәровтар Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Береһенән-береһе матур, талантлы дүрт бала үҫтерәләр. Түбә ауылы һылыуы Юлиә менән Икенсе Этҡол ауылы батыры Уралдың танышыуҙары ла бик ҡыҙыҡ килеп сыға. Түбә тимер ҡоролмалары йәмғиәтендә кадрҙар бүлеге начальнигы булып эшләгән Юлиәгә Икенсе Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Урал сейф эшләтергә заказ бирә. Йәштәргә телефондан аралашҡан мәлдә бер-береһенең тауышы оҡшай. Бәлки, күңелдәре һиҙгәндер, күп тә үтмәй, Урал Түбәгә килеп тә етә. Яҡындан танышып, артабан осрашырға һүҙ ҡуйышҡан Урал артабан был ауылға юлды һыуытмай. Оҙаҡламай йәштәр өйләнешә. Сейф эшләтергә заказ биргән егет Түбәнән “кәләш”ле булып ҡайта.
2002 йылда барлыҡҡа килгән йәш ғаилә артабан Баймаҡҡа килеп төпләнә. Тормоштарын йәмләп Әнүр, Ғәзинур, Сураман исемле батырҙар һәм Наҙгөл исемле матурҡай донъяға килә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, ғаилә башлығы бар яҡлап та һөнәрле лә, талантлы ла. Урал Ғүмәров районда көрәшсе булараҡ дан яулаған. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлаған егет студент йылдарында уҡ көрәш менән шөғөлләнә, һабантуйҙарҙа гел еңеү яулай. Ул — республика ғына түгел, Рәсәй чемпионы ла.
Шулай уҡ халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы, сәнғәтте үҙ итеүе балаларына ла күскән. Әйткәндәй, Юлиә лә моңға ғашиҡ, йырларға ярата. Йыр-моң тирбәлгән ғаиләлә балалар ҙа ситтә ҡалмай. Үткән йыл Әнүр “Сулпылар” телевизион конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ була, Ғәзинурҙары шашка буйынса районда алдынғылыҡты бирмәй. Ҡаланың “Айыуҡай” балалар баҡсаһына йөрөгән Наҙгөл дә ағайҙарынан һис ҡалышмай. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, “Сыбай ҡашҡа”, “Ете ҡыҙ” кеүек халыҡ йырҙарын оҫта башҡарып, барыһын да хайран ҡалдыра. Шулай уҡ “Саптар” бейеү ансамблендә шөғөлләнергә ваҡыт таба. Өс йәшлек Сураман да яҡындары кеүек йырларға һәм бейергә ярата.
— Ҡыҙ-улдарыбыҙҙы һәр яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ, — ти ғаилә башлығы. – Бөгөн баланың һәләтен күреп, уны артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Тик ялҡауланмай, уларҙы алып йөрөү генә кәрәк. Күп ата-әсә балаһының ҡыҙыҡһыныуын күрмәй йә ваҡыт юҡлыҡҡа һылтана. Аҙаҡ уның компьютер янынан китмәүенә зарлана. Ана, беҙҙекеләрҙең Интернетта ултырырға ваҡыттары ла юҡ. Йә бейеү, йә йыр, йәки шахмат түңәрәгенә атлығалар, дәрес әҙерләһәләр, ялға ла ваҡыттары аҙ ҡала.
Иренең һүҙҙәренә Юлиә Ғүмәрова ла ҡушыла: “Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән” тигәндәй, Урал улдарын ысын ир-егет итеп үҫтереү өсөн көс һалһа, мин ҡыҙыма матур тәрбиә бирергә тырышам. Районда ғаилә байрамдарында даими ҡатнашабыҙ, конкурстарҙа сығыш яһайбыҙ, төрлө ярыштарҙы ҡалдырмайбыҙ. Тулы ҡанлы, сәләмәт тормош яҡлыбыҙ, балаларыбыҙҙы үҙ өлгөбөҙҙә тәрбиәләйбеҙ”.
Күҙҙәренән нур, йөҙҙәренән яҡтылыҡ балҡыған был бәхетле пар менән аралашҡанда бер нимәгә иғтибар иттем: ғаилә көткәндә уларҙың береһенең генә айырым эше йәки шөғөлө юҡ, береһе тотонғанды икенсеһе күтәреп ала, тап шул берҙәмлек, татыулыҡ һәм бер-береһен аңлау нигеҙендә тормоштары ла көйлө, донъялары ла түңәрәк, үҙҙәре лә бәхетле.

Баймаҡ ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 24

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 20

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 35

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 43

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 40

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 34

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 46

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 43

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 40

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 38

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 54

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 45