Кейем тегә, гәзит тарата, “тимер ат”ты йүгәнләй...

14-02-2018, 00:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Кейем тегә, гәзит тарата, “тимер ат”ты йүгәнләй...Тап ошондай ҡатындар хаҡында “ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр” тип әйтәләр. Һәм юҡҡа түгел. Сираттағы геройым – тап шундайҙар рәтендә.


Нәфисә Ғатауллина Хәй­булла районы­ның Вәлит ауылында тыуып үҫкән. Бәхетен эҙләп йыраҡ китмәй ул: ауылдашы Хәлиткә кейәүгә сығып, өс ҡыҙға ғүмер бирәләр. Туған мәктәбендә 36 йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыусыларға белем биреп, хаҡлы ялға сыға. Һәр саҡ хәрәкәтсән, хеҙмәт һөйгән ханым, пенсияламын тип тормай, хат ташыусы булып эшкә урынлаша. Күрше Комсомол һәм Вәлит ауылдарына гәзит-журнал тарата, тауар һатыу буйынса айлыҡ планын һәр саҡ арттырып үтәй. Үҙе өлгөрмәгән саҡта хәләл ефете ярҙамға килә.
— Эштең еңеле юҡ. Ҡайҙа ла бурысыма һәр саҡ яуаплы ҡарайым, халыҡ менән уртаҡ тел табырға тырышам. Хәҙер элекке кеүек хат ташыусының сумкаһы ауыр түгел, гәзит-журналға яҙылыусы аҙ. Оло йәштәгеләр матбуғаттан айырылмай, даими алдыра. Ә бына йәшерәк быуын менән хәл баш­ҡасараҡ, — ти Нәфисә Әбделхәйет ҡыҙы.
Ҡартлыҡтың да бар шатлығы тигән һүҙҙәр менән тулыһынса килешә әңгәмәсем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, күптәр кеүек “ҡартайҙым” тип ултырмай, өс йыл элек Аҡъярға йөрөп уҡып, машина йөрөтөү танытмаһы алған. Үҙенә ҡулайлыһын һатып алып, хәҙер рәхәтләнеп “тимер ат”та елдерә. Шулай уҡ ҡул эштәренә лә маһир ул: төрлө ептәр менән биҙәкләп ултырғыс, диван, өҫтәл япмалары бәйләгән. Шулай ҙа тегеү — иң яратҡан шөғөлдәренең береһе.
— Үҙем менән йәштәш булған теген машинкаһында әле булһа кейем-һалым, түшәк кәрәк-ярағы тегәм. Элегерәк ҡыҙҙарымды суҡтай тегеп кейендерһәм, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәремде ҡупшы йөрөтөргә тырышам, — ти Нәфисә ханым.
Ҡыҙҙарының барыһы ла юғары белемле, хәҙер һәр береһенең үҙ донъяһы. Өлкәне Эльза – район мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе. “Байыҡ-2014” телевизион бәйге­һендә икенсе урын яулаған. Тормош иптәше Өлфәт менән үҙҙәре кеүек йыр-бейеүгә маһир Әмир һәм Әминә исемле балалар үҫтерә. Икенсе ҡыҙҙары Лилиә — алты бала әсәһе, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Ғаиләһе менән Аҡъярҙа йәшәй, балалар баҡсаһы методисы. Кесе ҡыҙҙары Әлимә Сибайҙағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында музыка белгесе булып эшләй.
Бөгөн Нәфисә Ғатауллина — 10 ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй, иренә ҡәҙерле ҡатын, балаларына хәстәрлекле әсәй.

Хәйбулла районы.