Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ветеринар хеҙмәте ниҙән ғибәрәт?
Ветеринар хеҙмәте ниҙән ғибәрәт?Ветеринарҙар эшенең ҡыҙыҡлы хеҙмәт булыуы хаҡында уйлап ҡарағанығыҙ бармы? Һәр хәлдә, ошо өлкәләге белгестәр үҙ шөғөлдәренең бар нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен, ыңғай яҡтарын һәм әһәмиәтен яҡшы белә. Һәр һөнәр кеүек, ветеринар хеҙмәтенең тарихы ла бик тәрәнгә китә. Дүртөйлө районы ветеринария тармағы ла коллективлаштырыу осоронда иҡтисади һәм сәйәси талаптар шарттарында барлыҡҡа килгән.


Әүәле коллективлаштырыу осоронда 104 ауыл иҫәпләнгән Дүртөйлө районында ветеринария белгестәренә ихтыяж арта. Ул йылдарҙағы ҡоролоҡ, аслыҡ, ветеринар-иҫкәртеү сараларының булмауы, йоғошло мал ауырыуҙарының таралыуы, йорт хайуандарының күпләп ҡырылыуы был мәсьәләне бермә-бер киҫкенләштерә. Һөҙөмтәлә 1933 йылда район ветеринария станцияһына нигеҙ һалына. Уның етәксеһе итеп Һарытау зооветеринария инс­титутын тамамлаған Анатолий Балтинский тәғәйенләнә. Район ауылдары колхоздары менән килешеү төҙөлөп, ветеринария санитарҙарын әҙерләү курсы ойошторола. Һуңғараҡ ул район колхоз мәктәбе тип атала башлай.
Ошо йылдарҙан һуң күпме һыуҙар аҡҡан. 1995 йылдан район ветеринария станцияһын Рәсәйҙең һәм республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илдар Ҡазыханов етәкләй. Һәм бөгөнгәсә был хеҙмәт үҙенең эшмәкәрлеген яуаплы һәм уңышлы башҡарып килә.
Әлеге көндә Дүртөйлө – малсылыҡ продукцияһын етештергән һәм халыҡты тәьмин иткән иң ҙур һәм ошо йүнәлештә уңышлы эш алып барған район­дар­ҙың береһе. Был уңыш туранан-тура тоҡомло мал үрсетеү үҫешенә лә бәйле. Райондағы 20 аг­ро­предприятиеның 14-е тоҡомло мал заводы һәм продукт етештереүселәр иҫәбендә. Район биләмә­һендә шәхси йорттарҙа һигеҙ мең һыйыр малы, 400-гә яҡын сусҡа, 338 баш йылҡы һәм туғыҙ меңдән ашыу һарыҡ, эре хужалыҡтарҙа 26 мең 672 баш һыйыр малы, яҡынса 1200 баш йылҡы иҫәпләнә. Би­герәк тә яуаплылығы сикләнгән Вәлиев, Киров исе­мендәге, “Шишмә”, “Рәсәй”, “Уңыш”, “Ленин”, “Ни­ва”, “Победа” йәмғиәттәренең эше юғары баһаға лайыҡ.
Ветеринар хеҙмәте ниҙән ғибәрәт?Дүртөйлө район ветеринария станцияһы бик матур ерҙә урынлашҡан. Һоҡланғыс тәбиғәткә ҡарап, был майҙансыҡтың сәнәғәт үҙәге булыуы хаҡында уйлауы мөмкин дә түгел. Учреждение үҙе ике ҡатлы кирбес бинанан тора, кабинеттар санитария нормаларына тап килә, тейешле йыһаз алынған, семинар, йыйылыштар үткәреү өсөн тамаша залы, бер һүҙ менән әйткәндә, станцияла эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Уның биләмәһендә шулай уҡ виварий, хужалыҡ ҡоралдары һәм дезинфекция саралары келәттәре, гараж урынлашҡан. Бөгөн бында ике дауалау, ете ветеринария участкаһы, диагнос­тикалау һәм ике ВСЭ бүлектәрендә 60-ҡа яҡын кеше эшләй.
Диагностика бүлегендә патологик материалға бактереологик һәм башҡа күп төрлө тикшеренеүҙәр үткәрелә. Бүлектә үҙ эштәрен яҡшы белгән юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Теоретик һәм практик белем камиллығы станция эшенең йыллыҡ пландарын яуаплы үтәргә, яңынан-яңы тикшере­неүҙәр алып барырға ярҙам итә.
Талаптарға ярашлы, учреждениеның күп урындарында капиталь ремонт башҡарылған. Ике йыл эсендә бина күҙгә күренеп яҡтыра, уңайлы шарттар булдырыла.
2011 йылда лаборатор-диагностика бүлеге “Башҡортостандың иң яҡшы лаборатор-диагностика бүлеге” номинацияһында еңеү яулай. Ветеринар-санитар экспертиза бүлегендә төрлө продукцияның сифатын һәм хәүефһеҙлеген билдәләү буйынса контроль үткәрелә.
Дүртөйлө ветеринария хеҙмәте айырым ете үҙәк­тән тора, улар Әнгәсәк, Әсән, Исмаил, Мәскәү, Такарликов, Күкҡуян, Маядыҡ ауылдарында. Һәр үҙәктә тейешле ремонт эшләнгән, һәр береһе уңышлы эш алып бара.
Район ветеринария белгестәренең эшмәкәрлеге малсылыҡтың эпизоотик именлеген тәьмин итеүгә, киң таралған ауырыуҙарҙы булдырмауға, районда һәм унан ситтәге биләмәләрҙе инфекция эләгеүҙән һаҡлауға, ветеринар-санитар талаптарға тура килгән хәүеф тыуҙырмаған продукция етештереүгә йүнәлтелгән. Йыл һайын ветеринар хеҙмәт тарафынан бер миллион самаһы төрлө диагностик тикшеренеүҙәр, йорт хайуандары һәм ҡоштарға дауалау-иҫкәртеү саралары үткәрелә, прививкалар, дегельмитизация яһала.
Иң яҡшылар рәтендә булған ветеринария үҙәктәре малдарҙы көтөү һәм ашатыуҙың алдынғы технологияларын, аҙыҡты файҙалы итеп ҡулланыу мөмкин­лектәрен ғәмәлгә индерә. Ошо һәм башҡа заманса талаптарға яраҡлашыу, уңышҡа өлгәшеү маҡсатында күрше райондар менән бергәләп семинар һәм йыйылыштар уҙғарыла, тәжрибә уртаҡлашыла. Мәҫәлән, республиканың күп кенә райондары дүртөйлөләрҙән быҙауҙарҙың мөгөҙөн киҫеү тәжрибәһен үҙләштерҙе.
Уңышлы эшләгән лайыҡлы хеҙмәткәрҙәр район хакимиәтенең, ветеринария идаралығының, республика һәм илдең ауыл хужалығы министрлыҡ­тарының, Ҡоролтайҙың грамоталары, рәхмәт хатта­ры менән баһалана. Йыл һайын ветеринария стан­цияһы белгестәре “Иң яҡшы белгес” конкурсында ҡатнаша. 2012 йылда, мәҫәлән, Г. Дәүләтшина “Иң яҡшы ветеринар табип-серолог”, 2013 йылда Р. Маннанова “Иң яҡшы ветеринар табип-токсиколог”, 2014 йылда М. Мәрҙәнов “Иң яҡшы дезинфекция ветеринария табибы” исемдәренә лайыҡ булды.
2006 йылда “Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡ өсөн” республика күрһәтмә-конкурсында – өсөнсө урын, XII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә – диплом һәм көмөш миҙал, 2011 йылда республика ветеринария хеҙмәте конкурсында “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы лаборатор-диагностика бүлеге” номинацияһында еңеү һәм башҡа күп ҡаҙаныштар – эшлекле ойошманың тырыш һәм уңышлы эш хеҙмәте күрһәткестәре.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Дүртөйлө район-ҡала ветеринария станцияһы – уңышлы эшләп килгән, берҙәм коллективы булған алдынғы ойошмаларҙың береһе. Уларҙың сифатлы, яуаплы эше – район һәм республика ветеринария хеҙмәтенең уңыштарын билдәләгән төп күрһәткес.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Саф шишмә кеүек

Саф шишмә кеүек 25.09.2018 // Йәмғиәт

Шундай кешеләр осрай: ҡарашы ла, һүҙе лә тынысландырып ебәргәндәй була. Һәр кемгә ихлас күңелдән...

Тотош уҡырға 20

Динебеҙҙә – сәс хаҡында

Динебеҙҙә – сәс хаҡында 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һаулыҡта матурлыҡтың сағылышы бар, тиҙәр. Ысынлап та, тән сәләмәтлеге, күңел бөтөнлөгө һәм таҙалыҡ...

Тотош уҡырға 25

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙе һаҡлаған, кешелек донъяһын фашизмдан ҡотҡарған кешеләргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ булырға тейеш....

Тотош уҡырға 22

Булдыҡлының эше уң

Булдыҡлының эше уң 25.09.2018 // Йәмғиәт

Байым ауылында өлгөлө ғаиләләр күп. Улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауыл ерендә эш юҡ тип,...

Тотош уҡырға 21

Артабан да бергә ҡалайыҡ

Артабан да бергә ҡалайыҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һәр ваҡыттағыса, редакцияға хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ағымы туҡтамай. Уларҙың һәр юлы...

Тотош уҡырға 22

Таш хәтерен яңыртыусы

Таш хәтерен яңыртыусы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Геолог тормошона арналған саралар үтте. Күренекле геолог һәм дәүләт эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы...

Тотош уҡырға 34

Юл түләүле буласаҡ

Юл түләүле буласаҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ Өфө ҡалаһынан Көнсығыш сығыу юлы автомобиль...

Тотош уҡырға 27

Әбейҙәр сыуағы хушлаша

Әбейҙәр сыуағы хушлаша 25.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан биләмәһендә һауа торошо үҙгәрә: сыуаҡ көндәргә алмашҡа көҙгө ямғырҙар башланыуы һәм...

Тотош уҡырға 23

Ҡомартҡылар тарих һөйләй

Ҡомартҡылар тарих һөйләй 25.09.2018 // Йәмғиәт

Көслө зат яҙмышы иленекенән айырылғыһыҙ. Музей. Тынлыҡ. Яй ғына баҫып, бер ҡомартҡынан икенсеһенә...

Тотош уҡырға 26

Сик буйында тора һаҡсы...

Сик буйында тора һаҡсы... 25.09.2018 // Йәмғиәт

Ошондай һәйкәлдәр һәр төбәктә бармы? Төбәгебеҙҙең рухи мәккәһе булған Сибайҙа тарихыбыҙға, йәштәр...

Тотош уҡырға 35

Элвин Грей ауырыған

Элвин Грей ауырыған 25.09.2018 // Йәмғиәт

Кисә йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уның сирләп китеүе...

Тотош уҡырға 33

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа”

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа” 25.09.2018 // Йәмғиәт

Риэлтор эшмәкәрлеге ниҙән ғибәрәт? Яңы фатир алам тип бөтөнләй мөйөшһөҙ ҡалғандар хаҡында...

Тотош уҡырға 37