Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Белемем халҡыма файҙа килтерһен”
“Белемем халҡыма файҙа килтерһен”Шундай кешеләр була: бер нисә минутлыҡ аралашыуҙа ла уларҙың ни тиклем киң даирәле, ғилемле, һәр яҡлап үҫешкән шәхес икәнен күреп хайран ҡалаһың. Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводының производство цехы етәксеһе, техник фәндәр кандидаты Радик ИЛЕБАЕВ – тап шундайҙарҙан. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулаған, үҙенә тапшырылған бурысты ҙур яуаплылыҡ менән үтәгән тәжрибәле белгес тормошта үҙ урыныңды табыу, ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү, белемеңде дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлдереү буйынса фекерҙәрен еткерҙе.

– Радик, теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһы­ныуың ҡайҙан килә?
– Атайым менән әсәйем икеһе лә Ишембайҙан, эшселәр. Коммунизм осоронда улар Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһына күсенә, мин шунда донъяға килгәнмен. Биш йәшемдә Ишембайға күсенеп ҡайттыҡ. Ҡалабыҙҙағы Ә. Вәлиди исемендәге 2-cе башҡорт гимназия-интернаты дөрөҫ йүнәлеш һайлауыма ҙур өлөш индерҙе, тип һанайым. Тап шунда фән менән мауыға, математиканы, физиканы ныҡлап өйрәнә, ҡала, республика кимәлендә ойошторолған олимпиадаларҙа ҡатнаша башланым.
XI класта уҡып йөрөгәндә гимназия директоры Гәрәй Өмөтбаевтың яҡшы өлгәшкән уҡыусыларҙы тамаша залына йыйғаны хәтерҙә уйылып ҡалған. “Илгә уҡымышлы, тырыш, дәртле егеттәр һәм ҡыҙҙар кәрәк. Белемгә, яҡшы белгес булырға ынтылығыҙ”, – тине ул. Сыға­рылыш класында иһә Өфөнән килгән профессор Владимир Катаманов менән осрашыу насип булды. Ул үҙенең сығы­шында химия фәне тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Һөҙөмтәлә мин ошо йүнәлеште һайларға ҡарар иттем.
– Белеүемсә, хәҙер инде һин – техник фәндәр кандидаты. Ғилем үренә табан ниндәйерәк юлдар үттең?
– БДУ-ла уҡығанда дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһендә дүрт егет йәшәнек. Һуңғы курста барыбыҙҙы ла аспирантураға уҡырға саҡырҙылар. Бүлмәләштәрем риза булды, ә миндә Тыуған ил алдындағы бурысымды үтәү теләге көслөрәк ине. Шул йылда уҡ армияға киттем. Күрше Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында инженер ғәскәрҙәрендә ике йыл хеҙмәт иттем. Әле запастағы капитанмын. Армиянан ҡайтҡас, Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводына эшкә килдем һәм бер юлы аспирантураға уҡырға индем. Диссертациям газ эшкәртеү темаһына арналды. Етәксем – химия фәндәре докторы Борис Кутепов бик талапсан, шул уҡ ваҡытта ярҙамсыл да булды.
Әйткәндәй, ҡасандыр БДУ-ның 2-се ятағындағы 415-се бүлмәлә бергә йәшәгән дүртебеҙ ҙә бөгөн – фән кандидаты. Баймаҡтан Шамил Сәлихов – Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Органик химия институты лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмәткәр, Учалынан Руслан Шафиҡов – Краснодар крайында агросәнәғәт ойошмаһы етәксеһе, Бөрөнән Дмитрий Чувашов – Мәскәүҙә “Baker Hughes” лабораторияһы мөдире. Минән айырмалы, улар – химия фәндәре кандидаттары. Ғөмүмән, аспирантурала уҡыу даими эҙләнеү, ныҡышмалылыҡ, ихтыяр көсө талап итте.
– Фән кандидаты булыу карьера үҫешенә йоғонто яһанымы?
Был дәрәжә үҙем өсөн, белемемде камиллаштырыу йәһәтенән генә кәрәк булды тиһәм, хата булмаҫ. Кандидатлыҡ яҡлап, сынығыу алдым. Бөгөнгө эшем фән менән тығыҙ бәйле. Унда, белемдән тыш, яуаплылыҡ, ойоштороу һәләте, ҡул аҫтыңдағылар, коллегаларың менән мөнәсәбәт ҡора белеү, хеҙмәтеңде яратыу бик мөһим. Мин заводта эш башлағанда цех етәксебеҙ һөнәре буйынса киномеханик ине. Әммә тәжрибәһе, аҡылы, холҡо менән әллә күпме дипломлы белгескә торорлоҡ булды. Мин иһә тәүҙә оператор, унан технолог бурысын атҡарҙым. 2011 йылда цехҡа етәкселек итеүҙе ышанып тапшырҙылар. Бөгөнгә ҡәҙәр заводта үҙемдең генә һигеҙ патентым тормошҡа ашырылды. Тағы ла дүрт проект эшкәртелеү өҫтөндә. Берәүҙе 2012 – 2013 йылдарҙа коллектив менән тормошҡа ашырҙыҡ. Уның буйынса эш барғанда завод директоры, үҙемдең ғилми етәксем менән күп кәңәшләштем. Һөҙөмтәлә сифатлы продукт уйлап сығарҙыҡ. Һәм, яңы цех асып, 20 кешегә хеҙмәт урыны булдырҙыҡ.
Заводта эшләүемә 13 йыл булды. Үҙемә бик оҡшай. Тормошта тәғәйен урынымды таптым, тип уйлайым.
– Ә шәхси тормошоңа килгәндә...
– Кәләшем Лилиә менән гимназиянан уҡ танышбыҙ. Ул минән бер нисә класҡа түбән уҡыны. Егет ҡыҙҙы осрашыуға саҡырған кеүек, мин уға саңғыла бергә йөрөп килергә тәҡдим иттем. Риза булды. Артабан күп нәмәгә ҡарашыбыҙ бер, оҡшаш яҡтарыбыҙ күп икәне асыҡланды. Шулай итеп, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән йөрәктәребеҙҙә һөйөү хисе ҡабынды. Әле ғаиләбеҙҙә Самира исемле ҡыҙыбыҙ үҫә.
Фәндән тыш ҡыҙыҡһыныуҙарға килгәндә, студент саҡтан уҡ айкидо менән шөғөлләндем. Күмәкләп походтарға йөрөнөк, Ҡараташ, Торатау, Ирәмәл тауҙарына мендек. Йөҙөү менән дә мауығам. Тәүге тапҡыр нисек итеп 300 метр араны көс-хәл менән үткәнемде һаман иҫләйем. Хәҙер иһә үҙемә бер километрлыҡ дистанциялар ҙа еңел бирелә. Һуңғы йылдарҙа уҡ атыу менән дә мауыға башланым. Заводта үҙебеҙҙең продукцияны патентлаған өсөн премия бирелгәс, Олимпия уғы һәм яны һатып алдым. Күмәкләп тәбиғәткә сыҡҡанда мәргәнлектә ярышабыҙ. Буш ваҡытымды шулай уҡ ғаиләм менән саңғы базаһында, йәй атай-әсәйҙәребеҙгә ярҙам итеп үткәрергә тырышам.
– Киләсәктә үҙеңде башҡа өлкәләр­ҙә һынап ҡарарға теләр инеңме?
– Джек Лондондың “Мартин Иден” романындағы герой кеүек даими камиллашыу, эҙләнеү, өйрәнеү, ҡуйған маҡсатҡа ынтылыу хас миңә. Кеше ғүмер буйы үҫергә тейеш, бер урында тапаныу дөрөҫ түгел. Ғөмүмән, үҙемде тағы ла ҡайҙалыр һынап ҡараясаҡмын тимәйем, ә алған белемемдең, тәжрибәмдең эшләгән, йәшәгән еремә, халҡыма файҙа килтереүен теләйем. Күркәм холоҡло яҡшы кешеләрҙән өлгө алырға тырышам. Етәксеһең икән, һис һүҙһеҙ, һәр яҡлап үрнәк күрһәтергә, белемле булырға тейешһең.
– Бөгөнгө йәштәргә ниндәй теләк­тәрең бар?
– Студенттар, йәш белгестәр үҙ һөнәрен тәрәнерәк өйрәнергә ынтылһын. Теоретик база ныҡлы булырға тейеш. Беҙгә эшкә килгән йәш белгестәргә шул хас: белемдәре бар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тулы, тәрән, ентекле түгел. Күбеһенең хәтере насар. Ә бына заводта оҙаҡ йылдар эшләгән өлкән быуын вәкилдәре әллә ҡасан үткән мәктәп материалын бөгөнгөләй иҫләй. Йәштәрҙең әҙер һәм ҡыҫҡа мәғлүмәт туплауға өйрәнеүенә бәйлелер был. Белем алыу – энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит: ғилемдә тәрәнлеккә, етдилеккә өҫтөнлөк биреү, даими камиллашыуға ынтылыу шарт. Шулай уҡ, әлбиттә, иң мөһиме – һөнәреңде яратыу.

Ишембай ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Саф шишмә кеүек

Саф шишмә кеүек 25.09.2018 // Йәмғиәт

Шундай кешеләр осрай: ҡарашы ла, һүҙе лә тынысландырып ебәргәндәй була. Һәр кемгә ихлас күңелдән...

Тотош уҡырға 20

Динебеҙҙә – сәс хаҡында

Динебеҙҙә – сәс хаҡында 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һаулыҡта матурлыҡтың сағылышы бар, тиҙәр. Ысынлап та, тән сәләмәтлеге, күңел бөтөнлөгө һәм таҙалыҡ...

Тотош уҡырға 27

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙе һаҡлаған, кешелек донъяһын фашизмдан ҡотҡарған кешеләргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ булырға тейеш....

Тотош уҡырға 22

Булдыҡлының эше уң

Булдыҡлының эше уң 25.09.2018 // Йәмғиәт

Байым ауылында өлгөлө ғаиләләр күп. Улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауыл ерендә эш юҡ тип,...

Тотош уҡырға 21

Артабан да бергә ҡалайыҡ

Артабан да бергә ҡалайыҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һәр ваҡыттағыса, редакцияға хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ағымы туҡтамай. Уларҙың һәр юлы...

Тотош уҡырға 26

Таш хәтерен яңыртыусы

Таш хәтерен яңыртыусы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Геолог тормошона арналған саралар үтте. Күренекле геолог һәм дәүләт эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы...

Тотош уҡырға 36

Юл түләүле буласаҡ

Юл түләүле буласаҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ Өфө ҡалаһынан Көнсығыш сығыу юлы автомобиль...

Тотош уҡырға 27

Әбейҙәр сыуағы хушлаша

Әбейҙәр сыуағы хушлаша 25.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан биләмәһендә һауа торошо үҙгәрә: сыуаҡ көндәргә алмашҡа көҙгө ямғырҙар башланыуы һәм...

Тотош уҡырға 23

Ҡомартҡылар тарих һөйләй

Ҡомартҡылар тарих һөйләй 25.09.2018 // Йәмғиәт

Көслө зат яҙмышы иленекенән айырылғыһыҙ. Музей. Тынлыҡ. Яй ғына баҫып, бер ҡомартҡынан икенсеһенә...

Тотош уҡырға 26

Сик буйында тора һаҡсы...

Сик буйында тора һаҡсы... 25.09.2018 // Йәмғиәт

Ошондай һәйкәлдәр һәр төбәктә бармы? Төбәгебеҙҙең рухи мәккәһе булған Сибайҙа тарихыбыҙға, йәштәр...

Тотош уҡырға 35

Элвин Грей ауырыған

Элвин Грей ауырыған 25.09.2018 // Йәмғиәт

Кисә йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уның сирләп китеүе...

Тотош уҡырға 33

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа”

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа” 25.09.2018 // Йәмғиәт

Риэлтор эшмәкәрлеге ниҙән ғибәрәт? Яңы фатир алам тип бөтөнләй мөйөшһөҙ ҡалғандар хаҡында...

Тотош уҡырға 37