Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һағыныуҙан түҙер әмәл ҡалмағас...
Декабрь уртаһында “Атайсал” гәзите редакцияһын эҙләп сәстәренә сал ҡуна башлаған ике уҙаман килеп инде. Уларҙың береһе – минең ауылдашым, Йылайыр районындағы Аралбайҙан мәрхүм Фәйзулла ағай Тауылбаевтың улы Әсхәт, икенсеһе уның дуҫы, Үрге Ғәленән Ирек Ҡотлоғәфәр улы Дәүләтҡолов булып сыҡты.

Күрешеп танышҡас, Әсхәт: “Мин быйыл тыуған нигеҙебеҙҙә яңы өй һалдым, – тине. – Бынан тыш, урындағы йөҙҙәрсә йыллыҡ тарихы булған мәсетте ремонтлап бөтөп барам. Шулайтып, Аралбайҙы бөткән ауылдар иҫәбенән һыҙып ташларға ниәтләп, ҡыр талашып йөрөп ятҡан көн. Ваҡыт табып килеп сығығыҙ. Һаҡмар урамының 16-сы йортонда йәшәйем. Ишегебеҙ һәр ваҡыт асыҡ”.
...Ауылдарҙың яҙмышы хас кешеләрҙеке кеүек: улар ҙа донъяға тыуа, балалыҡ, йәшлек осорон кисерә, балалар үҫтереп, гөрләп йәшәй һәм ҡартайып юҡҡа сыға икән. Беҙ бәләкәй саҡта уларҙың “үлгәнен” күрмәһәк тә, ишетеп йөрөнөк. Ололар Ҡомкисеү, Шәмсетдин, Ҡәрйән, Йәйләү, Һаҡтау, Аҡташ тигән бөткән ауылдарҙы һағынып иҫкә алыр ине. Күпмелер ваҡыт үткәс, беҙҙең һөйөклө төйәгебеҙгә лә шундай уҡ хәүеф янар тип кем уйлаһын?!
Һаҡмарҙы һыулап, бейек-бейек тауҙар ҡуйынына һыйынып ятҡан бәләкәй генә Аралбайыбыҙҙы шул тиклем ныҡ яраттыҡ. Ундағы иркенлек, хозурлыҡ, матурлыҡ! Йәй буйы рәхәтләнеп еләк, сейә йыйыу, Һаҡмарҙа күгәреп бөткәнсә һыу төшөү, көҙ үтә күренеп ятҡан боҙ өҫтөндә конькиҙа шыуыу... Оҙон ҡыш буйы саңғынан төшмәү... Ҡунаҡҡа килгән кешеләр, ожмах кеүек ерҙә йәшәйһегеҙ бит һеҙ, тип аптырай торғайны. Шуғамы икән, ҡасан да булһа Аралбайыбыҙ ҙа бөтөр тигән уй башҡа инеп тә сыҡманы. Ожмахты ташлап китәләрме ни?!
Олоғайыу ғәләмәтеме икән, һуңғы осорҙа тыуған ауылым йыш төшөмә инә. Малайҙар менән йыйылып, Ҡурҡыс башында көлгә картуф күмеп ашап ултырабыҙ йә Һаҡмарға ауышып торған, ҡырҡҡан кеүек тура ҡая башында нигеҙгә таш сығарып йөрөйөм икән, тим. Лыс тир булып тертләп уянып китәм дә йоҡлай алмай оҙаҡ уйланып ятам… Һағындырған Аралбайым, ҡайтып әйләнер кәрәк...
Быуат башында ҡышҡыһын Үрге Ғәлегә төшөп, Һаҡмар буйлап ауылыма йәйәү ҡайттым. Унда 11 өй ҡалғайны. Хәмиҙулла Илтенбаев, Абдулла Боҫҡонов, Аллабирҙе Һеләүһенов ағайҙар, Камила инәй Ҡотоева Сиҙергә (Сидоровка ауылын беҙҙең яҡта шулай атап йөрөтәләр) күсмәгәйне әле. Элекке ут күршебеҙ Мәғәзирә инәйҙең хәлен белеп сыҡтым. Ете-һигеҙ йылдан һуң ҡабат килһәм... әлеге өйҙәр урынында нигеҙ таштары, кесерткән, әрем баҫҡан кәртә урындары, бойоҡ тирәктәр генә етемһерәп ҡаршы алды. Ҡурҡыс янында үҫеп ултырған мөһабәт ҡайын сереп ҡолаған. Ауылымдың элекке күрке – йөҙйәшәр иман йорто ғына үҙ урынында моңайып ултыра.
Яҡыныраҡ барып, ишеген асып инергә ҡыймай, оҙаҡ ҡарап торҙом мәсетемә. Күҙҙән йәш бөрсөктәре бәрә лә сыға, бәрә лә сыға. Танау төбө лә емшей. Балаларын үҫтереп, ситкә осороп, хәҙер инде ҡартайған көнөндә яңғыҙ ҡалған ҡарт инәйгә оҡшаттым иман йортон. Таяғын тотҡан да өйө нигеҙенә ҡыҙынырға сыҡҡан... Бына-бына ҡытыршыланып ҡатҡан ҡулын һүнеп барған күҙҙәре өҫтөнә ҡуйыр ҙа көсһөҙ тауыш менән:
– Улым, һин кемдең балаһы булаһың әле? – тип һорар кеүек...
Түҙерлек әмәл юҡ.
...Әсхәт Тауылбаев 1966 йылда Арал­байҙа тыуған. Ауылында башланғыс, Үрге Ғәлелә һигеҙ йыллыҡ, Матрайҙа урта мәктәпте тамамлағас, хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан, унан Магнитогорск төҙөлөш техникумында белем алып, һигеҙ йыл Йылайырҙа төҙөлөш-монтаж эштәре менән шөғөлләнгән. Артабан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академия­һында эксперт-баһалаусы һөнәрен үҙләштергәс, Краснодар ҡалаһына күсеп киткән. Хәҙер тыуған яғы Йылайырҙа йәшәй, шәхси предприятие асҡан.
– Олоғайған һайын кендек ҡаның тамған тыуған төйәккә ҡарата һөйөү арта ғына икән. Мин дә Аралбайҙы һағынып ҡаҡшаным, – ти Әсхәт Фәйзулла улы. – Түҙер әмәл ҡалмағас, өй һалып сыҡтым. Йылайырҙан иҫәптән төшөп, Аралбайға торҙом. Әлегә мин унда теркәлгән берҙән-бер кеше. Тиҙҙән артырбыҙ, тим. Былтыр ауылдашым Рәүеф Һеләүһенов та тыуған нигеҙенә бура бушатты.
Ауыл зыяратының кәртәһен рәтләгән Әсхәт. Мәсеттең тәҙрә яңаҡтарын, рамдарын яңыртҡан, ҡыйығын йәшел ҡалай менән ябып, ишек алдын рәшәткәләп ҡуйған. “Быйыл манараһына тотонорға тип торабыҙ, – ти уҙаман. – Ауылдаштарым араһынан ярҙамсылар табылһа, бик яҡшы булыр ине. Дуҫым Ирек менән икәүләп кенә эштең осона сыға алмаҫбыҙ – күтәрешеп, алып биреп торорға ла кеше кәрәк бит”.
Тыуып үҫкән еренең, яҡташтарының яҙмышы өсөн борсолоп, Башҡортостан картаһынан төшөп ҡала яҙған ауылын тергеҙәм тип янып йөрөгән Әсхәт Фәйзулла улының ниәте тормошҡа ашыр, изгелеге ерҙә ятып ҡалмаҫ.

Йылайыр районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Саф шишмә кеүек

Саф шишмә кеүек 25.09.2018 // Йәмғиәт

Шундай кешеләр осрай: ҡарашы ла, һүҙе лә тынысландырып ебәргәндәй була. Һәр кемгә ихлас күңелдән...

Тотош уҡырға 20

Динебеҙҙә – сәс хаҡында

Динебеҙҙә – сәс хаҡында 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һаулыҡта матурлыҡтың сағылышы бар, тиҙәр. Ысынлап та, тән сәләмәтлеге, күңел бөтөнлөгө һәм таҙалыҡ...

Тотош уҡырға 25

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙе һаҡлаған, кешелек донъяһын фашизмдан ҡотҡарған кешеләргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ булырға тейеш....

Тотош уҡырға 22

Булдыҡлының эше уң

Булдыҡлының эше уң 25.09.2018 // Йәмғиәт

Байым ауылында өлгөлө ғаиләләр күп. Улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауыл ерендә эш юҡ тип,...

Тотош уҡырға 21

Артабан да бергә ҡалайыҡ

Артабан да бергә ҡалайыҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һәр ваҡыттағыса, редакцияға хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ағымы туҡтамай. Уларҙың һәр юлы...

Тотош уҡырға 23

Таш хәтерен яңыртыусы

Таш хәтерен яңыртыусы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Геолог тормошона арналған саралар үтте. Күренекле геолог һәм дәүләт эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы...

Тотош уҡырға 36

Юл түләүле буласаҡ

Юл түләүле буласаҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ Өфө ҡалаһынан Көнсығыш сығыу юлы автомобиль...

Тотош уҡырға 27

Әбейҙәр сыуағы хушлаша

Әбейҙәр сыуағы хушлаша 25.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан биләмәһендә һауа торошо үҙгәрә: сыуаҡ көндәргә алмашҡа көҙгө ямғырҙар башланыуы һәм...

Тотош уҡырға 23

Ҡомартҡылар тарих һөйләй

Ҡомартҡылар тарих һөйләй 25.09.2018 // Йәмғиәт

Көслө зат яҙмышы иленекенән айырылғыһыҙ. Музей. Тынлыҡ. Яй ғына баҫып, бер ҡомартҡынан икенсеһенә...

Тотош уҡырға 26

Сик буйында тора һаҡсы...

Сик буйында тора һаҡсы... 25.09.2018 // Йәмғиәт

Ошондай һәйкәлдәр һәр төбәктә бармы? Төбәгебеҙҙең рухи мәккәһе булған Сибайҙа тарихыбыҙға, йәштәр...

Тотош уҡырға 35

Элвин Грей ауырыған

Элвин Грей ауырыған 25.09.2018 // Йәмғиәт

Кисә йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уның сирләп китеүе...

Тотош уҡырға 33

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа”

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа” 25.09.2018 // Йәмғиәт

Риэлтор эшмәкәрлеге ниҙән ғибәрәт? Яңы фатир алам тип бөтөнләй мөйөшһөҙ ҡалғандар хаҡында...

Тотош уҡырға 37