Беҙ бергә!Күптән түгел район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты, Өфөләге “Әбйәлил йәштәре” ойошмаһы тарафынан төбәгебеҙҙә “Беҙ бергә” тип аталған йыйын үткәрелде.

Халыҡты туплау, тәжрибә уртаҡлашыу, милли мәҙәниәтте, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр­ҙе һаҡларға, сәләмәт тормош алып барырға әйҙәү, башланғыстарҙы бойомға ашырырға ярҙам итеү маҡсатында уҙғарылған сарала районыбыҙҙан сыҡҡан йәш эшҡыуарҙар Динар Шаһиев менән Тамъян Ғәбитов бизнесты башлап ебәреү, инвестор табыу юлдарын күрһәтте. Баш­ҡортостандағы “Воркаут” ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Роберт Дәүләтшин проект яҙыу үҙенсә­лектәре, спорттың әһәмиәте тураһында һөйләһә, сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев краудфандинг, шулай уҡ башҡорт аттарын үрсетеү хаҡында сығыш яһаны.
Йыйында мәктәп уҡыусылары, ирек­мән­дәр, уҡытыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһын­дыр­ған һорауҙарға яуап алды, төбәк, ил кимә­лендә үткәрелгән форумдарҙа ҡат­на­шыу юлдарын өйрәнде, шәхси идеялары буйынса эксперттарҙың кәңәшен алдылар.
Беренсе тапҡыр Асҡарҙа үткәрелгән “Беҙ бергә” йәштәр форумын ойоштороу­сы­ларға рәхмәтлебеҙ. Был форматтағы саралар киләсәктә лә үҫешер һәм тради­цияға инер тигән теләктәбеҙ. Ә инде үҙ идея­ларын тормошҡа ашырырға, гранттар еңергә теләүсе йәштәргә уңыштар теләйбеҙ!

Әбйәлил районы.