Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет сере – ғаиләлә
Бәхет сере – ғаиләләОшо көндәрҙә баш ҡалала Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышы үтте. Сарала былтырғы эштәргә йомғаҡ яһалды, тармаҡҡа ҡағылышлы бихисап проблемалар тикшерелде, аныҡ иҡтисади хәлгә бәйле хеҙмәт баҙарындағы, социаль өлкәләге мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. 

Билдәле булыуынса, ведомство былтырҙан башлап әлеге исемен йөрөтә, уның эшмәкәрлеге даирәһенә ғаилә сәйәсәте проблемалары ла өҫтәлгән.
Тармаҡтың дөйөм торошона кил­гән­дә, республикала халыҡтың килем, мәшғүллек кимәлен күрһәтеүсе, демо­график хәлде сағылдырыусы күрһәт­кестәре Рәсәйҙәгеләр менән тап килә.
Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында Башҡортостанда социаль бурыстарҙың тулыһынса үтәлеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Бының өсөн йыл һайын уртаса 14,4 миллиард һум аҡса бүленә һәм был сумма адреслы рәүештә мохтаждарға барып етә. Икенсе яҡтан, бәғзеләргә льгота һәм пособиелар кәрәкмәй: улар иҡтисади процестарҙа, йәмғиәт тормошонда ҡайнап йәшәгеһе, үҙҙәрен кәрәк итеп тойғоһо, файҙа килтергеһе килә.
– Эшһеҙлек буйынса пособиеларға ла ошондай ҡараш булырға тейеш. Кем ҡыҫҡартыуға эләккән, уларға, ысынлап та, аныҡ ярҙам күрһәтеү, эш эҙләргә ярҙам итеү фарыз. Әммә был пособие инициативаһыҙ кешеләрҙең ялҡаулығына, хеҙмәткә ҡарата бөтөн­ләй битарафлығына этәргес булырға тейеш түгел, – тине Рөстәм Зәки улы.
Дәүләт кимәлендәге көнүҙәк мәсьә­ләләрҙең береһе булып ҡалған демографик хәл дә республика Башлы­ғы­ның иғтибарынан ситтә ҡалманы. Был юҫыҡта байтаҡ эштәр башҡарылыуы, йәшәү сифатын күтәреү йәһәтенән төрлө саралар күрелеүе телгә алынды.
Халыҡтың килеменә килгәндә, былтыр төбәктә айлыҡ уртаса эш хаҡы номиналь һәм аныҡ рәүештә артып, 30 мең һумдан ашып киткән (6,7 процент – номиналь үҫеш; 3,7 процент – реаль үҫеш). Хеҙмәт баҙарының тотороҡлоғо ла һаҡлана. Әйткәндәй, 16 февралдә Рәсәй Дәүләт Думаһы яңы закон ҡабул итте. Уға ярашлы, ағымдағы йылдың 1 майынан хеҙмәт хаҡының минималь күләме йәшәү минимумы менән тигеҙләнәсәк.
Шулай ҙа йәшәү сифатын яҡшыр­тыуҙың төп шарты булып хеҙмәт һөҙөм­тәлелеген үҫтереү, производство процестарын оптималләштереү ниге­ҙендә иҡтисади нәтижәлелекте арттырыу тора.
– Башҡортостан пилот төбәктәрҙең бе­реһе сифатында хеҙмәт һөҙөмтә­ле­леген арттырыу буйынса федераль программала ҡатнаша. Беҙҙең маҡсат – йыл һайын был күрһәткесте биш процентҡа арттырыу. Әле проект исемлегендә – республиканың туғыҙ предприятиеһы. Уларҙың һаны тағы ла артасаҡ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан мөмкинлектәре сикләнгән граждан­дарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса һөҙөмтәле алымдарҙы ҡулланыу йәһәтенән алдынғылар рәтенә сыҡҡан. Ике меңдән ашыу инвалид эшкә урынлашҡан. 2016 йыл менән сағыштырғанда, был ике тапҡырға күберәк. Предприятиела инвалидтар өсөн квоталар 80 процентҡа ҡулла­ныла. Был эш тағы ла һөҙөмтәлерәк булһын өсөн, район һәм ҡала хаки­миәттәренең, белем биреү ойошма­ларының, инвалид­тарҙың йәмәғәт ойошмаларының һәм эш биреүсе­ләрҙең берҙәм эшләүе зарур.
Министрлыҡтың яңы статусын – ғаилә сәйәсәтен алып барыусы ведомство икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, республика Башлығы, ғаилә мөнәсә­бәттәре кеше өсөн барлыҡ өлкәлә һәм барлыҡ мәғәнәлә төп ҡиммәттәрҙең береһе булып ҡала, тине:
– Бәхеткә тәьҫир итеүсе төп биш фактор бар. Беренсеһе – ғаилә мөнәсәбәттәре. Икенсеһе – финанс хәл. Өсөнсөһө – эш. Дүртенсеһе – йәмғиәт һәм яҡындар. Бишенсеһе – һаулыҡ. Социологик тикшеренеүҙәр, тап ошо биш күрһәткес кешегә тормошонан ҡәнәғәтлек кисерергә булыш­лыҡ итә, ти. Ғаилә мөнәсәбәттәренең беренсе урында тороуы ҙур мәғәнәгә эйә, – тине Рөстәм Зәки улы.
Шулай уҡ ғаиләләрҙең тулы булыуы мөһимлеге, физик һәм рухи яҡтан һау, маҡсатлы кеше тәрбиәләп үҫтереү өсөн атай менән әсәйҙең икеһенең дә кәрәклеге телгә алынды. Министрлыҡ иңенә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм үҫтереү, ата-әсәләрҙең яуаплы­лығын арттырыу йәһәтенән алдынғы проекттар булдырыу, уларға йәмә­ғәтселек иғтибарын һәм ҡыҙыҡһы­ныуын йәлеп итеү бурыстары йөкмәтелә. Ә ғаилә сәйәсәте һөҙөмтәле булһын өсөн урындарҙа һәм республика кимәлендә ведомство-ара хеҙмәттәшлек грамоталы ойоштороу эштәре менән нығытылырға тейеш.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Саф шишмә кеүек

Саф шишмә кеүек 25.09.2018 // Йәмғиәт

Шундай кешеләр осрай: ҡарашы ла, һүҙе лә тынысландырып ебәргәндәй була. Һәр кемгә ихлас күңелдән...

Тотош уҡырға 20

Динебеҙҙә – сәс хаҡында

Динебеҙҙә – сәс хаҡында 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һаулыҡта матурлыҡтың сағылышы бар, тиҙәр. Ысынлап та, тән сәләмәтлеге, күңел бөтөнлөгө һәм таҙалыҡ...

Тотош уҡырға 26

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙе һаҡлаған, кешелек донъяһын фашизмдан ҡотҡарған кешеләргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ булырға тейеш....

Тотош уҡырға 22

Булдыҡлының эше уң

Булдыҡлының эше уң 25.09.2018 // Йәмғиәт

Байым ауылында өлгөлө ғаиләләр күп. Улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауыл ерендә эш юҡ тип,...

Тотош уҡырға 21

Артабан да бергә ҡалайыҡ

Артабан да бергә ҡалайыҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һәр ваҡыттағыса, редакцияға хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ағымы туҡтамай. Уларҙың һәр юлы...

Тотош уҡырға 23

Таш хәтерен яңыртыусы

Таш хәтерен яңыртыусы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Геолог тормошона арналған саралар үтте. Күренекле геолог һәм дәүләт эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы...

Тотош уҡырға 36

Юл түләүле буласаҡ

Юл түләүле буласаҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ Өфө ҡалаһынан Көнсығыш сығыу юлы автомобиль...

Тотош уҡырға 27

Әбейҙәр сыуағы хушлаша

Әбейҙәр сыуағы хушлаша 25.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан биләмәһендә һауа торошо үҙгәрә: сыуаҡ көндәргә алмашҡа көҙгө ямғырҙар башланыуы һәм...

Тотош уҡырға 23

Ҡомартҡылар тарих һөйләй

Ҡомартҡылар тарих һөйләй 25.09.2018 // Йәмғиәт

Көслө зат яҙмышы иленекенән айырылғыһыҙ. Музей. Тынлыҡ. Яй ғына баҫып, бер ҡомартҡынан икенсеһенә...

Тотош уҡырға 26

Сик буйында тора һаҡсы...

Сик буйында тора һаҡсы... 25.09.2018 // Йәмғиәт

Ошондай һәйкәлдәр һәр төбәктә бармы? Төбәгебеҙҙең рухи мәккәһе булған Сибайҙа тарихыбыҙға, йәштәр...

Тотош уҡырға 35

Элвин Грей ауырыған

Элвин Грей ауырыған 25.09.2018 // Йәмғиәт

Кисә йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уның сирләп китеүе...

Тотош уҡырға 33

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа”

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа” 25.09.2018 // Йәмғиәт

Риэлтор эшмәкәрлеге ниҙән ғибәрәт? Яңы фатир алам тип бөтөнләй мөйөшһөҙ ҡалғандар хаҡында...

Тотош уҡырға 37