Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи сылбырға ҡушыл, замандаш!
Рухи сылбырға ҡушыл, замандаш!Учалы ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты “Илем, телем һағында” исемле эстафета, йәғни “рухи сылбыр” иғлан итә. Маҡсаты һәм бурыс­тары — башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, мөхитен һаҡлау, яҡлау, үҫтереү, донъя кимәленә күтәреү; ошо өлкәлә башҡарылған эштәрҙе әүҙемләштереү, ыңғай һәм алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу.

Был сылбырҙа башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә битараф бул­маған һәр замандашыбыҙ ҡатнаша ала. Эстафета Яйыҡ йылғаһы башланған ике ҡитға – Европа ме­нән Азия тоташҡан Учалы ерен­дә – Башҡорт дәүләт универси­тетының Учалы вәкиллегендә башланды.
Туған телебеҙҙе, мәҙәниәте­беҙҙе, мөхитебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, үҫтереү өсөн күп көс һалған замандаштарыбыҙҙы саҡырып, сылбыр рәүешендә рәхмәт һүҙҙә­ребеҙҙе, теләктәребеҙҙе еткереп, иҫтәлекле бүләгебеҙҙе тапшы­рабыҙ, әйткәндәй, дөйә лә – бүләк, төймә лә – бүләк. Иғтибарға лайыҡ булған шәхес, үҙ сиратында, һанап үтелгән юҫыҡта изге эштәр баш­ҡарған икенсе рухташын тәбрик­ләп, дәртләндереп ебәрә. Эста­фе­таның шарты буйынса бүләк­ләнгән һәр бер кеше сылбырҙы өҙмәҫкә, дауам итергә тейеш. Ошо күркәм мәлде видеотаҫмаға тө­шөрөп, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Илем, телем һағын­да” төркөмөнә һалырға кәрәк.
Берәү бер нисә сылбырҙың башында тора ала. Сара 2019 йылдың 21 февралендә сәғәт 12-лә тамамлана. Эстафетаның иң сағыу биттәрен барлап үтербеҙ. Бәлки, рухи сылбыр артабан дауам итер, уныһы беҙҙең тәүәк­кәллектән, әүҙемлектән тора. Рухташтар, фекерҙәштәр, бер­ләшәйек!

Ойоштороу комитеты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Саф шишмә кеүек

Саф шишмә кеүек 25.09.2018 // Йәмғиәт

Шундай кешеләр осрай: ҡарашы ла, һүҙе лә тынысландырып ебәргәндәй була. Һәр кемгә ихлас күңелдән...

Тотош уҡырға 20

Динебеҙҙә – сәс хаҡында

Динебеҙҙә – сәс хаҡында 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һаулыҡта матурлыҡтың сағылышы бар, тиҙәр. Ысынлап та, тән сәләмәтлеге, күңел бөтөнлөгө һәм таҙалыҡ...

Тотош уҡырға 27

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙе һаҡлаған, кешелек донъяһын фашизмдан ҡотҡарған кешеләргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ булырға тейеш....

Тотош уҡырға 22

Булдыҡлының эше уң

Булдыҡлының эше уң 25.09.2018 // Йәмғиәт

Байым ауылында өлгөлө ғаиләләр күп. Улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауыл ерендә эш юҡ тип,...

Тотош уҡырға 21

Артабан да бергә ҡалайыҡ

Артабан да бергә ҡалайыҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һәр ваҡыттағыса, редакцияға хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ағымы туҡтамай. Уларҙың һәр юлы...

Тотош уҡырға 26

Таш хәтерен яңыртыусы

Таш хәтерен яңыртыусы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Геолог тормошона арналған саралар үтте. Күренекле геолог һәм дәүләт эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы...

Тотош уҡырға 36

Юл түләүле буласаҡ

Юл түләүле буласаҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ Өфө ҡалаһынан Көнсығыш сығыу юлы автомобиль...

Тотош уҡырға 31

Әбейҙәр сыуағы хушлаша

Әбейҙәр сыуағы хушлаша 25.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан биләмәһендә һауа торошо үҙгәрә: сыуаҡ көндәргә алмашҡа көҙгө ямғырҙар башланыуы һәм...

Тотош уҡырға 23

Ҡомартҡылар тарих һөйләй

Ҡомартҡылар тарих һөйләй 25.09.2018 // Йәмғиәт

Көслө зат яҙмышы иленекенән айырылғыһыҙ. Музей. Тынлыҡ. Яй ғына баҫып, бер ҡомартҡынан икенсеһенә...

Тотош уҡырға 28

Сик буйында тора һаҡсы...

Сик буйында тора һаҡсы... 25.09.2018 // Йәмғиәт

Ошондай һәйкәлдәр һәр төбәктә бармы? Төбәгебеҙҙең рухи мәккәһе булған Сибайҙа тарихыбыҙға, йәштәр...

Тотош уҡырға 35

Элвин Грей ауырыған

Элвин Грей ауырыған 25.09.2018 // Йәмғиәт

Кисә йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уның сирләп китеүе...

Тотош уҡырға 33

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа”

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа” 25.09.2018 // Йәмғиәт

Риэлтор эшмәкәрлеге ниҙән ғибәрәт? Яңы фатир алам тип бөтөнләй мөйөшһөҙ ҡалғандар хаҡында...

Тотош уҡырға 37