Теләй белһәң — теләк. Ул бойомға ашһын өсөн беләк тә, йөрәк тә кәрәк

6-03-2018, 13:35 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ғүмер баҡый, үтәлмәй ҡалған ниәттәрҙе үкенмәй-нитмәй тарих кәштәһенә оҙатып, бөгөнгө уйҙар менән башкөллө мауығып, алдағы көндөң әлегә айышына төшөнмәгән хыялдарына ғарҡ килеп йәшәйбеҙ. Хәйер, был хәлдең хилафлығы һис юҡтыр. Ҡарамаҡҡа нисек кенә тыныс, хуш күңелле күренмәһен, әҙәм балаһының тәбиғәтенә тик тороу, хәстәрһеҙ йәшәү — ят нәмә. Мәшәҡәттәргә иһә йыш ҡына донъяның хәтәр-хәсрәттәре лә ҡушылып китә. Быныһы ла тормоштоң үҙе.


Көнитмешебеҙ, ҡәүемдәрҙең бер-бе­реһенә мөнәсәбәте, рухи һәм матди ҡим­мәттәрҙең нисбәте һәм урыны тураһында уйланғанда замандаштарыбыҙҙың вайымһыҙлығы, көндәлек ағым ихтыярына бирелеп йәшәүгә ризалығы мейеһендә уйы, йөрәгендә моңо бар кешене хафаға һалмай булмаҫ. Халҡыбыҙ зыялылары борон-борондан замандаштарын әүҙем тормош менән йәшәү зарурлығы тураһында киҫәтә килгән. Мәжит Ғафури әйткән: “Тик тороу замандары үтеп китте /Был заманда ундай фекер бөтөп китте. /Һәр бер кеше киләсәкте тәьмин өсөн /Белгәнен әйтеп ҡалыр ваҡыт етте”, — тигән һүҙҙәрҙе генә хәтерҙә яңыртайыҡ.
Туҡта, Америка Ҡушма Штаттары мөстәҡил дәүләт булып ойошҡан замандарҙа Евразия киңлектәрендә үҙен харап цивилизациялы ҡитға итеп хис иткән Европаға ла, боронғолоғо бәрәбәрендәге рухи һәм матди хазиналарға эйә булған Ҡытай, Япония, Һиндостанға ла мәҙәниәтен һәм сәнғәт ҡаҙаныштарын күрһәтеп өлгөргән Рәсәй илебеҙ ниңә кешелек атлаған оло юлдың ситенә шыла әле? Күп милләтле дәүләтебеҙ, ошо дәүләттең нигеҙен тотоп торған рус халҡы тарихтың ҡайһы бөгөлдәрендә, юлының ҡайһы саттарында аймылыш булды һуң? Дәүләт ҡәҙәр ҙур карапты йүнәлешенән бороп ебәреү, халыҡ һынлы бихисап ғәмде аймылыштырыу өсөн күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ көс, Тәңренең генә хәленән килер әмәл кәрәк. Тарихтан мәғлүм булыуынса, бынан ике-өс быуат элек Ер шарының мәғрибе лә, мәшриғе лә Рәсәй империяһы менән бүреген мотлаҡ һалып ҡына һөйләшкән.
Бөгөн Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдә бар донъяла үгәй хәленә ҡалыуын күрә йөрөгәндә, ошо ил гражданы булараҡ, ни сәбәпле ошо көнгә юлығыуыбыҙ тураһында ғазаплы уйҙар йөрәкте телгеләй. Был уйҙар хәлебеҙҙең ауырлығы өсөн кемдәндер ғәйеп эҙләргә теләүҙән түгел. Күп милләтле илдә йәшәү даланы төшкәс, ҙурлыҡ та, хурлыҡ та уртаҡ булырға тейештер. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй дәүләтселегенең нигеҙен тәшкил иткән рус ҡәүеменең планетар яуаплылығы барыбер теләһә ҡайһы хис-тойғоларҙан да өҫтөн тора. Шул уйҙарға нигеҙләнеп, бөгөнгө хәлебеҙ, иртәгәһе көнөбөҙ тураһында ниндәй генә һығымтаға килһәк тә, ул бөйөк рус халҡының тырышлығы, берҙәмлеге, рухи ҡеүәте менән бәйләнә. Икенсе төрлө әйткәндә, ил яҙмышы өсөн яуаплылыҡ рустар менән бер тиң, башҡорт менән татарға ла, сыуаштар менән чечендарға ла — рәсәйҙәр тип йөрөтөлгән һәммәбеҙгә лә төшә.
Рустар, әйткәндәй, үҙҙәренең төпкөл асылын ғәзиз күргән, киң күңелле һәм, шул уҡ ваҡытта, ғүмер баҡый сиселеп бөтмәҫ йомаҡ кеүек халыҡ. Ошо ут күршеләребеҙ һәм ватандаштарыбыҙ тураһында быуаттар дауамында бихисап һүҙҙәр әйтелгән. Әммә хәбәрсегеҙ, һөйләшеүҙе артабан дауам итерҙән алда, Көнбайыш әҙәбиәте классиктарының береһе әйткәнгә иғтибарығыҙҙы йүнәлтмәк:
“Күп ҡәүемдәр йәшәгән илгә ҡарата дөйөм рус характеры тураһында һүҙ алып барғанда, ул ваҡыт һәм урын ҡиммәт­тәренә ғафил ҡала, уның өсөн иң мөһиме — хис, бынан да бигерәк — шул хисте белдереү. Хис менән тыуған маҡсаты бойомға ашырға өлгөрмәй ҡала, уны яңылары йыуып алып китә. Күп йәһәттән ихлас күңелле рус кешеһе билдәле генә бер нәмәлә туҡтай алмай. Шуға күрә ул һәр даим теге йәки был бюрократияның ҡорбаны булды һәм, моғайын, шулай ҡаласаҡ та. Рус характеры һыуҙың туҡтауһыҙ күтәрелеүе һәм ҡайтыуы кеүек. “Нисауа!” тигән уға ғына хас булған һүҙ ошо өҙлөкһөҙ икеләнеүҙәрҙең ҡотолғоһоҙ булыуын аңлата ла инде. Рус кешеһенә матди ҡиммәттәр ҙә, уларға эйәрә килгән принциптар ҙа мөһим түгел, ә хис-тойғолар, уларҙы күрһәтеү күп тапҡырға мөһимерәк”.
Быны Рәсәй менән дуҫ йәшәргә һис ҡасан да ынтылып тормаған инглиздәрҙең күренекле әҙибе Джон Голсуорси әйткән. Һәм мәсьәлә, ахыр килеп, ситтән тороп әйтелгән фекерҙә лә түгел. Үҙ ҡылығыбыҙға, үҙ тормошобоҙға, әллә ҡасандан эйәрә килә торған ғәҙәттәргә үҙебеҙ үк баһа биреү мөмкинлегенән яҙғанбыҙмы ни? Көнитмешебеҙҙә, эштән бигерәк, хәбәр һөйләү күберәк бит, туғандар. Кәйеф-сафа, байрамдар менән артыҡ мауығыуыбыҙ хатта уғата ижтимағи әүҙем кешеләрҙең дә зитына тейә. Ә беҙ, шул уҡ ваҡытта, байрамдар, фестивалдәр, конкурстар, форумдарҙың яңынан-яңыһын уйлап таба торабыҙ. Әлеге фестиваль, конкурс, форумдарҙа эркелешеп йөрөгән халыҡ завод цехтарына, лабораторияларға, фермаларға инһен ине лә бит. Юҡ шул, хатта мәктәптәрҙә ир-ат мөғәллимдәр ҡалмай бара. Иртәгә өлкәндәр рәтенә инәсәк быуынды тәрбиәләп үҫтереү эше әлеге шул күндәм дә, аҙ ғына хеҙмәт хаҡына ла риза булып эшләгән дә ҡатын-ҡыҙҙар иңенә һалынды. Үҙ яҙмышыбыҙға ҡул һелтәүҙе хәҙер ваҡытлы күренеш тип баһалай алмайбыҙ. Вайымһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ, хатта ялҡаулыҡ менталь үҙенсәлегебеҙгә әйләнде.
Мырҡыҫлыҡ, йәғни булдыҡһыҙлыҡ, йүнһеҙлек менән донъя көтөп булмай. Әүәлге замандарҙа етәксе ағайҙарҙан килә торған күрһәтмәләр бөгөн ғәмәлдә түгел. Үҙ аҡылыбыҙ һәм дәртебеҙҙе эшкә егеп, күрше-күләндең тәжрибәһен өйрәнеүҙән тартынмай, ҡараштарҙы иркенерәк ташлап йәшәргә ваҡыт. Дәүләтебеҙҙә, шөкөр, ил башында ысынлап та башлы, йыйырылмаҫ ҡашлы ир-егет эшләй. Уға закон мөмкин ҡәҙәр ҙур вәкәләттәр биргән. Ләкин хатта ил хакимы ла, ни ҡәҙәре генә егәрле һәм яуаплы булмаһын, донъяның икһеҙ-сикһеҙ мәшәҡәттәрен айҡай алмай. Ә беҙ ҡала фатирына йылы килмәһә лә, ауылда быуа йырылһа ла, сырхауға дарыу табылмаһа ла, сулаһын табып, ил башлығына уҡ хәбәр ебәрәбеҙ. Йәнәһе, ул кеше хәлен аңлай, уның ҡулынан һәр эш килә. Ә хакимдың ваҡытын, сәләмәтлеген, мөмкинлектәрен кем аңлар?
Киреһенсә, оло һәм кесе эштәрҙә уға ярҙамсы булайыҡ, ир намыҫын, ҡатын-ҡыҙ һиҙгерлеген иҫкә төшөрәйек, ниңә һуң әле үҙ мәнфәғәттәребеҙҙе дәүләттекенән юғары ҡуйып йәшәй башланыҡ? Немец мәшһүр фәйләсүфе Людвиг Фейербах: “Теләк бөткән урында кеше үҙе лә юҡҡа сыға”, — тип әйтеп ҡалдырған. Халҡыбыҙҙа ла “Теләй белһәң — теләк, теләй белмәһәң — имгәк” тигән әйтем бар. Имгәк булып йәшәргә яҙмаһын.
Тормоштоң сәбәләнеүҙәре бер заман үтер ул. Рәсәйҙе төрлө яҡтан төрткөләп торған “яуыз дуҫтар” ҙа, мөҙҙәте еткәс, тынысланыр. Йылға ағымын туҡтатып була, ләкин заман еленә шаршау ҡорор әмәл юҡ. Тимәк, мәртәбәбеҙҙе һаҡлап, намыҫты юймай, ер-һыу ҡәҙерен белеп, илебеҙҙең киләсәгенә ышанып йәшәү фарыз. Кисәгенең — бөгөнгөһө, бөгөнгөнөң иртәгәһе бар, ғүмерҙең ахыры булһа ла, тормоштоң аҙағы юҡ.