Яҙ байрамы менән!

8-03-2018, 15:13 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктәге гүзәл заттарҙы байрамдары менән ҡотланы. Унда былай тиелә:
“Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Ошо һоҡланғыс яҙғы байрам беҙҙе айырыуса йылылыҡ, шатлыҡ һәм изге тойғолар менән һуғара. Тормошобоҙға тап һеҙ һөйөү һәм гүзәллек килтерәһегеҙ, уны йылытаһығыҙ, йәмләйһегеҙ. Өйҙәге мәшәҡәттәрегеҙҙә ял юҡ, хатта байрамығыҙҙа ла һеҙ ғаиләгеҙҙе, беҙҙе йылылыҡ һәм иғтибар менән сорнайһығыҙ.
Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән илдең һәм республиканың үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ, юғары һөнәри бейеклектәргә үрләйһегеҙ, йәмәғәт эштәрендә уңышҡа өлгәшәһегеҙ. Беҙ ошо әүҙемлекте йорт мәшәҡәттәре, балалар тәрбиәләү менән уңышлы берләштереүегеҙгә һоҡланабыҙ. Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылында әсәлеккә һәм балалыҡҡа айырым иғтибар биреләсәк.
Балаларығыҙ уңыштары һәм яңы ҡаҙаныштары менән ҡыуандырһын, ғаиләгеҙҙә тыныслыҡ һәм муллыҡ тантана итһен. Һеҙгә һаулыҡ, именлек, эшегеҙҙә уңыштар, яҡындарығыҙға бәхет теләйем”.