Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туған йәнле ағинәй
Йәмғиәттә йәшәгәс, әлбиттә, һәммәбеҙ ҙә мөмкин тиклем матурыраҡ кейенеп йөрөргә тырышабыҙ. “Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк”, ти халҡыбыҙ. Тик хәҙер кейем теккән һөнәр эйәләре һирәгерәк. Шундай оҫталарҙың береһе хаҡында һүҙем. Бөтә ғүмерен тиерлек туғандарына, шулай уҡ халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған, әле Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән хеҙмәт ветераны Әлифә Шарапова ул.

Бәғзе ваҡыт арабыҙҙа шундай үҙенсәлекле кешеләр йәшәгәне хаҡында, ысынлап та, осраҡлы ғына белеп ҡалаһың. Кемдер һәр саҡ күҙ алдында йөрөп, тиҙ арала билдәлелек яулай. Ә бәғзеләрҙең эш урыны “шаршау артында” булыу сәбәпле, уларҙы белеүселәр ҙә аҙыраҡ. Әйтәйек, берәүгә матур итеп теш ҡуйҙылар, ти. “Кем яһаны?” тип һораһаң, был кеше, әлбиттә, стоматологтың исемен атаясаҡ. Ә төп оҫта – поликлиниканың иң төпкө бүлмәһендә көнө буйы сүкеп-йәбештереп ултырған теш технигы – иғтибарҙан ситтә ҡала. Ундай кешеләрҙе, ғәҙәттә, үҙ туғандарынан, хеҙмәттәштә­ренән башҡа белгәндәр һирәк.
Бына шуның һымағыраҡ һөнәр эйәһе Әлифә Шарапова. Ул ниндәй генә кейем текмәгән дә уларҙы кем генә кеймәгән икән?! Беренсе класта уҡыған сағында уҡ күңелен арбай был шөғөл. Сәңгелдәктә ятҡан һеңлеһе Рәшиҙәгә кәрәк нәмәне ҡул менән тегеп кейҙерә башлаған Әлифәнең үҫә килә алтын ҡуллы тегенсе булып китерен, әлбиттә, бер Аллаһ Тәғәлә генә белгән.
Оҫта хаҡлы ялға сыҡҡансы Баймаҡ районының халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатында эшләй. Бихисап маҡтау грамотаһы, миҙалдар менән бүләкләнә. Шул уҡ ваҡытта тиҫтә йылдар район Советы депутаты бурысын да лайыҡлы атҡара.
Эшен ғүмер буйы күңел биреп, яратып башҡарған был апайҙың тағы бер гүзәл, ә, бәлки, иң мөһим сифаты хаҡында әйтеп үтәйем. Мәғлүм ки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм туғанлыҡ бәйләнешен нығытып тороу, бер-береңде ихтирам итеү зарурлығы хаҡында өммәтенә йыш әйтә килгән. Бындай күркәм мөнәсәбәттең һәр дәүерҙә лә иң мөһим мәсьәлә булып тороуы Аллаһ илсеһенең бихисап хәҙисендә тәҡрарлана. Оло быуын вәкилдәренең һөйләүе буйынса, боронғо ата-бабабыҙ быға айырыуса етди ҡараған. Ата-әсәһе йәшләй донъя ҡуйған ғаилә ағзалары тағы ла нығыраҡ ойошоп, бер-береһенә терәк булып ғүмер иткән, өлкәнерәктәре кеселәрен тәрбиәләгән. Бына ошондай күркәм өлгөнөң бөгөн дә дауам итеүе һөйөнөслө.
Әлифә апай Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында тыуып үҫә. Һигеҙ бала араһында ул – иң өлкәне. Ата-әсәһе барыһына ла иман тәрбиәһе бирергә тырыша. Әммә тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Әлифәгә 21 йәш тигәндә, аталары – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әнүәр олатай – баҡыйлыҡҡа күсә. Ҡырҡты яңы уҙған әсәһенең төп ярҙамсыһы булып ҡалған егәрле ҡыҙ кесе туғандарын бағыуҙы тулыһынса тиерлек үҙ өҫтөнә ала. Әҙәм балаһына көн күреү өсөн иң мөһиме – аҙыҡ һәм кейем. Ошо хәҡиҡәтте аңлаған ҡыҙ шул мәлдән алып үҙ эшенә мөкиббән бирелә лә инде. Ябай күлдәктән алып ҙур оҫталыҡ, таһыллыҡ талап иткән төрлө костюм, ҡышҡы баш кейемдәре, пальто, тун кеүек әйберҙәр тегеү, бәйләү, сигеү һөнәрен үҙләштергән эшсән, оло йөрәкле ҡатын ҡусты-һеңлеләренә үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡанға тиклем ышаныслы терәк булып тора. Был ғына ла түгел, үткән быуат аҙағындағы тауарға ҡытлыҡ осоронда барлыҡ яҡындарының бала-сағаһын да кейем-һалым менән тәьмин итеп, уларға әллә ни мохтажлыҡ кисерергә бирмәй.
Һигеҙ йыл самаһы ҡаты сирләгән ғәзиз әсәһе Сәлиха инәйҙе лә ҡәҙерләп тәрбиәләй. Алыҫыраҡ туғандарына ла һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған ҡатынды барлыҡ ҡусты-һеңлеләренең “туған йәнле апайыбыҙ” тип атауы – күп нәмәгә ишара. Киң күңелле ханым Баймаҡ ҡалаһына ауылдарҙан төрлө курстарға килгән яҡындары, таныштары өсөн дә үҙ йортонда һәр саҡ йәшәр урын таба.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Әлифә апай һаман тынғыһыҙ хеҙмәттә. Яҡындарына, заказ биреүселәргә милли кейемдәр тегә, йәш быуынға яратҡан һөнәренең нескәлектәрен өйрәтә. Шәхси тормошона килгәндә, ошо райондың Иҫән ауылынан Әхмәт Нурмөхәммәт улы менән татыу ғүмер иткәндәр, ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Өлкәндәре Гөлнирә Өфө мәктәптәренең береһендә башҡорт телен уҡытһа, кеселәре Әлмира – юрист.
Әлифә апай яҡындарының, туғандарының оло ихтирамын тойоп йәшәй. Һәр береһе уны әсәһе һымаҡ күрә, аҡыллы кәңәштәренә, йылы һүҙенә һыуһап килә. Әле һеңле-ҡустыларының алтыһы иҫән-һау, бәғзеләре, Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, намаҙ уҡый башлаған. Һәр кемгә лә бына шундай яҡшы туғандар насип итһен ине.

Баймаҡ ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар

Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар 23.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, һис шикһеҙ, көслө һәм ижади шәхес. Уның “Яҡтыға” трилогияһы...

Тотош уҡырға 0

Шишмә кеүек

Шишмә кеүек 23.10.2018 // Йәмғиәт

Моңо бар кеше илһамланмай сыҙай алмаҫ. Ғәли Ильясов – шишмә кеүек ҡыҫҡа, ләкин яҡты, сағыу тормош...

Тотош уҡырға 0

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Аталы кеше – арҡалы” тигән әйтемде күп тапҡыр ишеткәнегеҙ барҙыр. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын...

Тотош уҡырға 12

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Кисермәҫлек хата яһағанымды аңланым...” Ауылда тыныс ҡына, үҙ яйы менән һәүетемсә донъя көткән...

Тотош уҡырға 13

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…”

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…” 23.10.2018 // Йәмғиәт

Ололарҙың фатихаһын алыуға ни етә?! Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре тураһында ниндәй генә әҫәрҙәр...

Тотош уҡырға 19

Һалдатҡа китә егеттәр...

Һалдатҡа китә егеттәр... 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Республика хәрби комиссариаттарында иҫәптә торған дүрт хеҙмәткә саҡырылыусы олимпия спорт төрө...

Тотош уҡырға 23

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?”

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?” 22.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеге...

Тотош уҡырға 54

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы 22.10.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡтағы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә быйыл тыуған 500-сө сабыйға тыуыу тураһында...

Тотош уҡырға 39

Йәштәр был программаны беләме?

Йәштәр был программаны беләме? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға сертификат...

Тотош уҡырға 129

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы?

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һарайы янындағы сквер халыҡтың иң яратҡан урынына әйләнгән. “Заманса ҡала...

Тотош уҡырға 59

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк?

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк? 19.10.2018 // Йәмғиәт

2018 – 2019 йылдарға “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә....

Тотош уҡырға 18

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ!

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ! 19.10.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә булған Керчь фажиғәһе йәмәғәтселекте тетрәткән иң аяныслы хәлдәрҙең береһе булып...

Тотош уҡырға 21