Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Еңеү көнөнә һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуҙың 75 йыллығына арналған автоуҙыштан һуң бер йыл тиерлек уҙҙы. 2017 йылдың 2 майы иртәһендә Мамай ҡурғанында Башҡортостан Республикаһы делегацияһы менән Дондағы Ростов ҡалаһының башҡорт йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре осрашты. Сталинградты һаҡлап һәләк булған яугирҙәрҙең ҡәберенә сәскә һалғандан һуң автоуҙыштың төп этабы башланды. Ул кавалерия рейдының һәр саҡрымы яҡташтарыбыҙҙың ҡаны менән һуғарылған ерҙәр буйлап үтте. Ростов һәм Волгоград өлкәләре халҡы башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығын онотмай, ҡәберҙәрҙе, һәйкәлдәрҙе тәртиптә тота.

Быйыл 23 апрелдә 112-се Башҡорт һәм 55-се Алтай кавалерия дивизиялары һуғышҡан ерҙә “Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте башланғысы менән “Хәтер вахтаһы”н асабыҙ. Башҡортостандан һәм Алтай крайынан эҙәрмән отрядтарының килеүе көтөлә. Улар 23 апрелдән 9 майға тиклем Алексеев утары – Деев утары – Суйын балкаһы – Обливская ҡасабаһы эргәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәләк булған яугирҙәренең һөйәктәрен эҙләү менән шөғөлләнәсәк. Обливская­лағы мемориал янында үтәсәк митингтан һуң “Хәтер вахтаһы”нда ҡатнашыусылар кавалерия дивизияһының хәрби юлынан йүнәләсәк. Автоуҙыш Обливская – Морозовск ҡалаһы – Тацинск ҡалаһы – Белая Калитва ҡалаһы – Красновка станцияһы маршруты буйынса үтәсәк. Әйткәндәй, Дондағы Ростовтағы һәм Краснодарҙағы йәмәғәт ойошмалары – ИВА – һуғыш инвалидтары (етәксеһе А.М. Попович), “Яҡташтар” башҡорт-татар мәҙәни үҙәге (башҡорт секторы етәксеһе Э.Ш. Сәғитов), “Поиск” хәрби-патриотик үҙәге (етәксеһе А.В. Павленко), “Всевеликое войско Донское” (етәксеһе М.И. Беспалов), “Ағиҙел-К” башҡорт милли үҙәге (етәксеһе А.А. Мусин) сарала ҡатнашырға теләк белдерҙе.
12 мартта Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкә­те­нең координация советы ағзаһы Владимир Щербанов менән берлектә буласаҡ автоуҙыш маршрутынан үттек, ҡала, район һәм ауыл хакимиәте башлыҡтары менән осраштыҡ. Улар патриотик акцияның мөһимлеген аңлап, һәр йәһәттән ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте, саралар планын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотоп, уға етди үҙгәрештәр индерҙе. Беҙ биләмәләрҙең һәр береһендә митингтар, туғандар ҡәберлегенә сәскә һалыу тантаналарын ойошторорға, шулай уҡ мәктәп, кадет корпустары һәм училищелар уҡыусылары менән осрашыуҙар үткәрергә ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, Белая Калитвала “Рәсәйҙең эҙәрмән хәрәкәте – тарих һәм хәҙерге заман” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үтәсәк.
Автоуҙыш Тарасов районының Красновка ауылында тамамланасаҡ. Унда ун өс Советтар Союзы Геройы мемориалында хәтер акцияһын ойоштороу күҙаллана. Әйткәндәй, бында шулай уҡ яҡташтарыбыҙ – Советтар Союзы Геройҙары Зөбәй Үтәғолов менән Тимерәй Көбәкәев ерләнгән.
“Хәтер вахтаһы”ның тәүге этабы 9 Май­ҙа – Еңеү көнөндә тамамлана. Владимир Щербанов әйтеүенсә, 112-се Баш­ҡорт кавалерия дивизияһы ҡаһарман­дарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш Ростов өлкәһендә, айырыуса Сталинград алышы аҙағында ҡан ҡойғос һуғыштар булған ерҙә эҙәрмәндәр хәрәкәтен әүҙемләштереүгә этәргес бирәсәк.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтмәксемен: башлаған ҙур һәм изге эшебеҙ халыҡ күңелендә хуплау тапһын һәм туҡталып ҡалмаһын ине. Обливская һәм Белая Калитва хакимиәте башланғысы менән ошо ҡасабаны, ҡаланы “Хәрби дан” биләмәләре тип таныуға ғариза бирелгәйне. Ғаризаларында улар, архив документтарына таянып, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары ошо ерҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн ҡаһармандарса һуғышҡан 1942 йылдың аҙағы һәм 1943 йылдың башындағы ваҡиғаларҙы айырып билдәләне. Был турала ишеткәс, айырыуса ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем!

Мәхмүт СӘЛИМОВ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Уллыҡ бурысын теүәл үтәй

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Аталы кеше – арҡалы” тигән әйтемде күп тапҡыр ишеткәнегеҙ барҙыр. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын...

Тотош уҡырға 12

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Кисермәҫлек хата яһағанымды аңланым...” Ауылда тыныс ҡына, үҙ яйы менән һәүетемсә донъя көткән...

Тотош уҡырға 13

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…”

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…” 23.10.2018 // Йәмғиәт

Ололарҙың фатихаһын алыуға ни етә?! Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре тураһында ниндәй генә әҫәрҙәр...

Тотош уҡырға 19

Һалдатҡа китә егеттәр...

Һалдатҡа китә егеттәр... 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Республика хәрби комиссариаттарында иҫәптә торған дүрт хеҙмәткә саҡырылыусы олимпия спорт төрө...

Тотош уҡырға 23

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?”

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?” 22.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеге...

Тотош уҡырға 54

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы 22.10.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡтағы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә быйыл тыуған 500-сө сабыйға тыуыу тураһында...

Тотош уҡырға 39

Йәштәр был программаны беләме?

Йәштәр был программаны беләме? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға сертификат...

Тотош уҡырға 129

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы?

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һарайы янындағы сквер халыҡтың иң яратҡан урынына әйләнгән. “Заманса ҡала...

Тотош уҡырға 59

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк?

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк? 19.10.2018 // Йәмғиәт

2018 – 2019 йылдарға “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә....

Тотош уҡырға 18

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ!

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ! 19.10.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә булған Керчь фажиғәһе йәмәғәтселекте тетрәткән иң аяныслы хәлдәрҙең береһе булып...

Тотош уҡырға 21

Барҙа башҡорттары – Өфөлә

Барҙа башҡорттары – Өфөлә 19.10.2018 // Йәмғиәт

Пермь крайының Барҙа районы башҡорттары Өфөгә экскурсияға килеп ҡайтты. Урындағы ҡоролтай етәксеһе...

Тотош уҡырға 47

Банат Батырованың  хеҙмәт батырлығы

Банат Батырованың хеҙмәт батырлығы 19.10.2018 // Йәмғиәт

Беренсе булыу уға тәбиғәттән бирелгән Тынлыҡ. Киске сәйер тынлыҡ. Яй ғына урам буйлап барам....

Тотош уҡырға 53