Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нух кәмәһендә кемдәр бар?
Нух кәмәһендә кемдәр бар?...Элмәк әҙер. Баш тығаһы ғына ҡалды. Тик ашыҡмай Андрей. Ошо мәлдә ирекһеҙҙән бөтә тормошоң күҙ алдынан үтә тигәйнеләр шул уға, ир уйлана. “Үлһәм, берәй кемгә ауырлыҡ килтермәмме? Юҡтыр, киреһенсә, кемдер “ҡотолдоҡ” тиер, кемдер “ана бит, әйттем дә инде аҫылынып үлеп ҡуйған” тип үҙенең хаҡлығын иҫбат итергә тотонор”. Телефондағы исемлекте шылтыратып үтеп сыҡҡас, был уйҙарының хаҡлығына тамам ышана үҙенә ҡул һалырға йыйынған бәндә – берәүҙәр ваҡыт тарлыҡҡа һылтанып, һөйләшмәй, бәғзеләр трубканы алып та тормай. Хәйер, уларҙы был ҡылыҡҡа Андрей үҙе этәрҙе түгелме ни – һүгенде-ҡоторондо, әрләне, мыжыны, һуғышты наркотиктар ҡулланған ир, күҙенә теләһә нәмә күренгән мәлдә (галлюцинация) күпме яфаланы. Әсәһе, һөйгән йәре, дуҫтары — һәммәһенең үҙәгенә үтте, ваз кисерлек, күрә алмаҫлыҡ кимәлгә еткерҙе.

Урау-урау юлдар аша

Шулай ҙа... трубканы алырлыҡ бер кеше бар – дини юлдан барған дуҫы, һәр саҡ ихлас тыңлай, әңгәмә ҡора. Андрей уға шылтырата һәм, ниәтен әйтеп, доға ҡылыуын үтенә. Аңлай дуҫы, алдына алғас – эшләйәсәк, шуға үлемдән йолоп алырға теләп, кәңәш бирергә тотонмай, фәлсәфәүи әңгәмә ҡормай, “Ярай”, — тип кенә сикләнә һәм, һөйләшеү тамамланғас, смс-хәбәр ебәрә. Ул смс-хәбәрҙә Хоҙайҙың барлығы һәм берлеге, әҙәм балаһының йәшәү мәғәнәһе хаҡында әйтелгән текст була. Күҙ йәштәренә быуыла-быуыла уҡый Андрей изге китаптан өҙөктө һәм йәнә уйҙарға сума. “Эйе, кемдер иркен тын алып ҡуйыр, кемдер ҡайғырыр, тик минең тормоштан ҡәнәғәт булыу­сылар табылырмы? Аяҡ-ҡулым иҫән, башым эшләй, яуызлыҡты күп тыуҙыр­ҙым, ниңә мин артымдан яҡты эҙ ҡалдырып, кешеләргә инде изгелек ҡыла алмайыммы ни? Кемдеңдер тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртергә, кемделер үлемдән ҡотҡарып ҡалырға. Ауырлыҡ килтергән яҡындарға, бөтөнләй таныш булмағандарға... Ә элмәккә башты тығырға бер ҡасан да һуң түгел...”

Ашарға киләләр, йәшәргә ҡалалар

Йылы ҡыштың яҙы һыуыҡ булмаҡсы, ахырыһы. Минус 5-7 градус килде лә март башланыу менән минус 30-ҙан да түбән төшөп китте. Хәйер, был һы­уыҡтар ғына беҙҙе ҡурҡытмай, күнек­кәнбеҙ. Аллаға шөкөр, йылы өйөбөҙ бар, транспорт йөрөп тора, өҫкә кейергә кейем етерлек. Эйе, йылы өйөбөҙ бар, тик бына төрлө сәбәптәр арҡаһында урамда йәшәгәндәргә нимә эшләргә һуң ошондай тәбиғәт шарттарында? Ирекһеҙҙән шағирә Римма Ғәлимо­ваның “Аслыҡ” исемле шиғыры иҫкә төшә:
Илдә сәпсек үлмәй, тиеүҙәре
Аңға һеңдерелгән тыумыштан.
Домофонлы йортҡа инә алмай,
Туңып үлә тышта бомждар.
Хәйер, атлап инергә тупһалары булмаһа ла, улар ҙа күнеккән инде, үҙҙәренсә сара күрә: кемдер подвалда үткәрә һыуыҡты, унда инә алмаһалар, баҡса өйөндә йәшәй, тик бар ерҙән дә ҡыуылып, ҡышҡы (әлеге осраҡта яҙғы) селләлә урамда ҡалған асарбаҡтар ҙа етерлек. Улар үлемгә дусар була. Тик... Стәрлетамаҡта түгел. Бында үткән йылдың декабрь айынан “Ковчег” тип исемләнгән социаль ярҙам һәм адаптация үҙәге эшләй башланы. Уның етәксеһе һәм ойоштороусыһы – нәҡ ҡасандыр үҙенә ҡул һалырға йыйынған­да башҡаларға изгелек ҡылып йәшәү идеяһын кисергән Андрей Лейхнер.
Үҙәк башта социаль ашхана булараҡ эшләй башлағайны. Тамаҡ ялғарға урамда йөрөгән асарбаҡтар ҙа, өйлө булып та матди хәле түбән кешеләр ҙә ашарға йөрөй. Үҙәк продукция бирһә, “Ашхана” исемле ашхана бушлай аш бешерә. Һуңғылары араһында хаҡлы ялдағы инәй-бабайҙар, инвалидтар бар... Йылы ашҡа йәки сәйгә өмөт итеү, аяҡ-ҡулдарыңды туңдырмау өсөн күп кәрәкмәй, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ишектәге ҡыңғырауға ғына үрелергә кәрәк, теләк кәрәк. Бөгөнгәсә йәки өс ай эсендә унда бушлай 1,5 меңгә яҡын өлөш таратылған. Был өлөштәргә әле социаль үҙәктә йәшәү­селәрҙең иртәнге, төшкө һәм киске ашы инмәй. Эйе, хәҙер “Ковчег” ярҙамында кисәге 12 асарбаҡ ашлы ғына түгел, өйлө лә булды.
— Бинаны ваҡытлыса сиркәү бирҙе. Ашхана ла, торлаҡ та – шунда. Башта тамаҡ ялғарға, йылынып сығырға киләләр ине, шунан йәшәргә ҡала башланылар, — тип таныштыра үҙәктең эшмәкәрлеге менән Андрей. – Бер саҡ асарбаҡтар араһындағы Радик исемле ир менән һөйләшеп киттем. Баҡтиһәң, Радик эсмәй, тартмай, урамға килеп юлығыуы – ағаһы ҡыуып сығарған. Үҙәктә йәшәргә ҡалаһыңмы, тип һорағас, шунда уҡ күнде.
Шуныһы мәғәнәгә эйә: кисәге асарбаҡтың бөгөн йылы мөхиттә йәшәүен күреп, дуҫтары ла бында тартыла башлай, кемдең урамда этләнгеһе килһен инде. Әйҙә, рәхим ит – урын һәр кемгә етә, тик шарттарҙы ғына үтәй күр: эсмә, тартма, өҫ-башыңды тәртиптә тот, урлашма, алдашма һәм башҡаларға ярҙам ит!
Был үҙәктең социаль селтәрҙәге рәсми битенә инеп ҡараһаң, кешеләр­ҙең изгелегенә хайран ҡалырлыҡ: кемдер кейем килтерә, кемдер сумкалап-сумкалап ашарға ҡалдырып китә – бит үҙәк нәҡ кешеләрҙең ярҙамы нигеҙендә эшләп килә. Әйткәс әйтәйек инде, фотоларҙан күренеүенсә, аҙыҡ-әйбер килтереүселәр араһында бер генә үтә зауыҡлы кейемдәге әҙәм балаһы ла күренмәй. Ярлы хәлен бай белмәй, тиме...
— Ошо көндәрҙә ярҙам иткән кешеләрҙе һанап ултырҙым, 200-ҙән ашыу булып киткән. Араларында ике-өс кенә хәллене тап иттем, — тип Андрей ҙа ошо хаҡта әйтә.
Рәсми биттәге мәғлүмәттәр хаҡи­ҡәтте төрлө яҡлап асып һала. Мәҫәлән, бер ханым: “Ғүмер буйы шуға аптыраным: ниңә беҙ берәҙәктәр менән эскеселәргә ярҙам итергә тейеш, улар бит үҙҙәре теләп шул көнгә төшкән, ярҙам итһәк, тағы ла эсә башлаясаҡ­тар”, — тигән фекерен яҙа. Бер яҡтан уйлағанда, был комментарий авторы хаҡ та һымаҡ – миҫал өсөн әлеге үҙәк тарихына күҙ һалһаҡ та, бер-ике көн туҡланып, йәшәп, рәхәтлеккә “сыҙай алмай”, кире урамға атлыҡҡандар бар. Әммә барыһын да бер сафҡа теҙергә ашыҡмайыҡ әле: мәҫәлән, алдараҡ телгә алған Радикты ағаһы ҡыуып сығарған, кемдер мутлашыусылар арҡаһында фатирынан ҡолаҡ ҡағып, урамда ҡалған, бәғзеләр хатта ҡатынының хыянатына үс итеп сығып олаҡҡан. Был сәбәптәрҙең бигерәк тә һуңғыһы уйға һала: нимә генә күрмәй ир башы, ниндәй ауырлыҡтар ғына кисермәй, ә бына ҡатынының хыянатын күтәрә алмай! Әйткәндәй, социаль үҙәктәге тиҫтәнән ашыу ирҙең күбеһе урамда ошо сәбәп арҡаһында тороп ҡалған. Кемдеңдер хәләл ефете сит-яттар менән түшәк уртаҡлашһа, бәғзе ҡатындар иренең дуҫына һөйәркә булып йөрөгән. Ғөмүмән, аңлашы­лы­уынса, кешеләр һәр саҡ “үҙ теләге” менән асарбаҡ булып китмәй, ә үҙҙәренең үтә лә йомшаҡлығы арҡаһында эләгә урамға.

Ташландыҡ заводта иман йорто

Уйлай китһәк, Андрейҙың яҙмышы ла әлеге асарбаҡтарҙыҡынан артыҡ йәки кәм түгел һәм ҡылған хаталары ла иманһыҙ икәнлеген аңлатмай әле. Ҡасандыр ул наркотиктар һатҡан өсөн төрмәгә эләгә, әммә ултырып сыҡ­ҡандан һуң үҙенә: “Тик хәләл көс менән тапҡан ризыҡты ғына ашаясаҡмын, хәләл малды ғына ҡулға аласаҡмын”, — тип һүҙ бирә һәм вәғәҙәһендә тора. Ҡулға оҫта егет башта таныштарына йыһаз яһай, тора-бара заказдары күбәйеп, үҙенең мебель фабрикаһын булдыра, эштәр алға бара, системаға һалынған бизнес табыш килтереп тора. Табыштан мохтаждарға ярҙам итә, урындағы балалар йортона тулыһынса бушлай мебель алмаштыра. Ә бер мәл ул тетрәндергес ваҡиға кисереп, бәхеттең матди етешлектә генә түгеллегенә төшөнә.
— Ташландыҡ заводтың бер өлөшөн һатып алырға булдым һәм объект менән танышҡанда бер бинаға юлыҡтым – ул сафтан сыҡҡан сиркәү ине. Бынан бер быуат элек үҙ бурысын үтәүҙән туҡтаған был йортто күргәс, күңелдә аңлата алмаҫлыҡ хистәр уянды – уны төҙөкләндереү теләге яралды, — тип бәйән итә социаль үҙәк етәксеһе был ваҡиғаны.
Шуныһы ғәжәп: был биналарға элекке хужа күтәрә алмаҫтай хаҡ ҡуя, әммә һатып алыусының ниәтен белгәс, ташлама яһап, ярты хаҡҡа ҡалдыра. Тик ул сумманы түләргә лә аҡсаһы булмай сыға Андрейҙың – аҡса уйламаған ерҙән ҡулына килеп инә, мебель эшенән ҙур табыш алып, тиҙ генә түләп бөтә. Быны ла әңгәмәсем мөғжизәгә тиңләй. Ләкин, үкенескә ҡаршы, ниәте генә саҡ селпәрәмә килмәй эшҡыуар­ҙың – Андрей йәнә наркотик ҡолона әйләнә, бизнесын уртаҡлашырға теләүселәр барлыҡҡа килеп, уларға үс итеп эшмәкәрлеген ябып ҡуя, торлаҡ мәсьәләһе, яҡындар менән ара боҙолоу проблемаһына юлыға, төрмәгә эләгә яҙа һәм, башта әйтелгәнсә, үҙенә ҡул һалыу кимәленә етә. Күрәһең, әҙәм балаһы мөғжизәләргә, һынауҙарға тарый-тарый төшөнә тормош асылына.
Шул саҡ кешеләргә изгелек ҡылыу теләге менән әлеге иман йортон тергеҙеү хыялы ла (бәлки, был донъялағы бурысылыр) ебәрмәгәндер уны “тегендә”. Һәр хәлдә, Андрей һаман да сиркәүҙе сафҡа индереү хыялы менән яна, шул көндән алып наркотиктар менән дә хушлашҡан, ә ҡылған изгелеген әйтеп үттек инде – бөгөн генә лә тиҫтәнән ашыу ир-егеттә ул йәшәү теләге, тулы тормошҡа өмөт уятты. Ә бит был теләкте башҡарыу еңелдән түгел һәм һүҙем Андрейҙың эске бәрелеш-кисерештәре хаҡында ғына түгел. Ярай әле, юлында яҡшы кешеләр осрап тора: кемдер һүҙ ярҙамы менән килә, кемдер ризыҡ ташый, кемдер аяҡ салмаһа – үҙе ярҙам тигәндәй.
Был тәңгәлдән медицина ярҙамы, әлбиттә, айырым иғтибарға мохтаж. Тәртип һаҡсыларының, табиптарҙың әлеге категорияға ҡараған кешеләргә ҡарата ҡарашы йәмғиәттә күптән өйрә­нелә. Киң мәғлүмәт сараларында мәҡә­ләләр, фекерҙәр, хатта лаҡаптар тулып ята, сөнки мөнәсәбәт тә бер яҡлы ғына түгел бит. Кемдер сирҡана, кемдер уларҙы үҙ файҙаһына ҡуллана, бәғзе­ләр иһә, киреһенсә, ярҙам итергә тырыша. Барыһынан арынып, Лейх­нерҙың нисек итеп ҡарауҙағы кеше­ләрен дауалағанын ғына әйтеп үтке килә.
— Документтары, пропискаһы булмаған (ярай әле алдан йыуындырып, әҙәмсә кейендереп алып барабыҙ) кешене ҡабул итергә ашығып бар­мағандар ҙа бар, кешеһенә ҡарап, киреһенсә, ҡулынан килгәнсә булы­шырға ашҡынғандар ҙа етерлек. Ғөмүмән, әле бер кем дә медицина ярҙамын күрмәй ҡалғаны юҡ, — тип һөйләй дауаханаға барыу мажаралары хаҡында үҙәк етәксеһе.
Дөрөҫөрәге, тәүге медицина ярҙамы күрһәтелә, ә бына уларҙы оҙайлы дауаланыу өсөн стационарға һалыу ҡыйын икән. Шуға элекке булһалар ҙа, асарбаҡтар дауаханаға яңғыҙы йөрөргә ҡурҡа, баш тарта. Хурлыҡтан, мөһөрҙән шөрләйҙәр. Асарбаҡ түгел, пропискаң, ҡулыңда амбулатор картаң була тороп, һыу буйы йыйылған сиратҡа, мәҫәлән, табипҡа алдан яҙылған ваҡыт буйынса күренергә теләгеңде белгертеп ҡара әле...
Хәйер, тикшереүҙәр, хөкөмдәр был учреждение менән генә сикләнмәй әле.
— Урындағы власть ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, тик уларҙың да ҡулы закон-талаптарға, положение­ларға бәйле, — ти Андрей. Шулай, ярҙам итеү ҙә еңелдән түгел икән. Нисек кенә булмаһын, Стәрлетамаҡта ғына түгел, хәҙер был үҙәк менән күрше-тирә муниципалитеттар ҙа ҡыҙыҡһына икән – Лейхнерҙың һүҙҙәренсә, яҡын арала Ишембай һәм Салауат ҡалаларында филиал барлыҡҡа килеүе мөмкин. Унда ла йомшаҡлыҡтары арҡаһында урамда ҡалған асарбаҡтар етерлектер. Лейхнберҙың маҡсаты бөтә ерҙә лә бер – был әҙәми заттарға аяҡҡа баҫып китергә ярҙам итеү, уларҙың күңелендә көс туплау. Бит һәр кемгә лә тигеҙ мөмкинлек, аҡыл һәм рухи ныҡлыҡ бирелмәгән. Бәғзеләр ун әҙәм балаһы күтәрә алмаған һынауҙарҙы иңендә йөрөтә, кемдер тәү ауырлыҡтан һына. Асарбаҡтар менән Андрейҙың араһында айырма шунда ла инде – үҙәк етәксеһе үҙендә көс тапҡан, ә былар – ярҙамға мохтаж, һыуға батып барғанда Нух кәмәһенә мохтаж. Иң мөһиме — был ярҙам өсөн Андрей кемдеңдер рәхмәт әйтеүен көтмәй, үҙ эшен эшләй бирә. Бөгөн ун кешене ашата, иртәгә икеһен үлемдән ҡотҡара. Бындай кешеләрҙең күберәк булыуын теләргә генә ҡала, тик тормоштоң мәғәнәһенә хаталарһыҙ ғына төшөнһәк ине...

Бүре лә туҡ,
һарыҡ та иҫән!


Кешегә балыҡ ҡаптырыу бер, ҡармаҡларға өйрәтеү фарыз. Әлбиттә, өшөгән, асыҡҡан асарбаҡтарҙы кейендереп, йоҡлатыу өсөн генә тырышмай “Ковчег” етәксеһе (баяғы ханым әйтмешләй, ғүмер буйына ҡарап булмай), ә проекты күп ҡырлы. Мәҫәлән, кисәге асарбаҡтар ҡала буйлап социаль хәле насар булғандарҙың өйөндә ваҡ ремонт башҡара, йөрөй алмағандарҙы йыуындыра, дауаханаға алып барыу өсөн күтәреп алып сыға. Ғөмүмән, социаль хеҙмәттең “икмәген” бүлешә, тик... был эштәрҙе ирҙәр бушҡа баш­ҡа­ра. Кемгәлер күсенергә кәрәк, бура күтәрергә... һәммәһенә булышырға өлгөрә улар. Был, әлбиттә, адапта­цияның бер методикаһы.
— Асарбаҡтарҙа шундай тойғо уятыу мөһим: улар үҙҙәрен йәмғиәттә кәрәкле итеп тойорға тейеш, шул саҡта ғына тулы тормош менән йәшәү теләге буласаҡ, улар аяҡҡа баҫып китһен өсөн саҡ ҡына ярҙам итеп, кәңәш биреп, өҫ-башын йүнәтеп, эш урынын хәстәрләп ебәрергә кәрәк, — ти Андрей был алым хаҡында. Бүре лә туҡ, һарыҡ та иҫән!
— Һатып алынған, әммә әлегә эшһеҙ ултырған заводта егеттәргә хеҙмәт урыны – цех булдырырға ине иҫәп, бының өсөн ҡоролма-станок һәм башҡа шарттар бар, янында ғына иман йорто ҡалҡып сығыр тигән өмөт менән йәшәйем, — ти ул.
Цех тигәс, ошо урында күңелдә, әлбиттә, ниндәйҙер шик барлыҡҡа килә. Тарих асарбаҡтар, эскеселәр, наркомандарҙы ҡоллоҡҡа дусар итеп, аҡса һуҡҡан мәғәнәһеҙҙәрҙе лә яҡшы белә. Ирекһеҙҙән бынан бер нисә йыл элек янғында һәләк булған 12 кеше лә иҫкә төшә. Әйткәндәй, яҡындары Андрейҙың үҙен дә ҡасандыр ошондай наркомандарҙы дауалаусы йортҡа алып барған.
— Башта башҡа бер сәғәт буйы һыуыҡ һыу ҡойҙолар, унан бәйләп ҡуйып, психологтар лекция уҡыны, — тип иҫләй ул көндәрҙе әңгәмәсем. – Минеңсә, ундай үҙәктәр наркоманды дауалау түгел, ә уның яҡындарынан аҡса алыу өсөн булдырылған, үҙем ул йорттан ҡасҡас, тағы ла нығыраҡ наркотиктар донъяһына сумдым.
...Шиккә килгәндә, бер генә күренеште күҙ алдына баҫтырыу ҙа күпкә ишара һымаҡ – социаль үҙәктең тәҙрәләрендә рәшәткә юҡ! Үҙәк етәксеһе эш хаҡын ҡулға бирмәй, яйлап ирҙәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә уйлай. Улай ғына ла түгел, Андрей, опекаға алған тип әйтәйекме, дуҫтары менән бергә ашай, бергә йоҡлай, бергә йәшәй, ғөмүмән. Тимәк, ул, ысынлап та, изге ғәмәл менән яна.

Судноны һәүәҫкәр төҙөгән

...Һүҙем (коммерция нигеҙендәге эшләгән ойошма булмаһа ла) социаль үҙәкте рекламалағандай килеп сыҡты һымаҡ. Ҡайһылай ғына булмаһын, ундай үҙәктәр һәр саҡ аҡса эшләү маҡсатында барлыҡҡа килмәгәнен, шул үҙәктәргә кемдәр һәм нисек барып эләккәндәрен, нисек аяҡҡа баҫып киткәндәрен генә күрһәтеү ине теләк. Реклама... Хәйер, булһа булһын – йәнә Андрей Лейхнер белдереүенсә, республикала ике меңдән ашыу асарбаҡ бар, уларҙың 10 проценты, йәшәргә урын, ашарға аш булһын тип, үҙ теләге менән (!) төрмәлә ултыра. Ә рәшәткә артындағы бер кешене ҡарау өсөн дәүләт йылына 500 мең һум аҡса бүлә. Шул уҡ ваҡытта ул кешенең иректә эш, йәшәү урыны булһа? (Шуға ҡайһы саҡ һәүәҫкәрҙәр төҙөгән Нух кәмәһенә өмөттәр бағларға ҡала). Ә беҙ һалым тибеҙ, пенсия йәше тип баш ватабыҙ, социаль түләүҙәр...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 24

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 20

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 35

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 43

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 40

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 34

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 46

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 43

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 40

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 38

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 54

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 45