Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Күрше ауылда мәктәп ябылғас, район үҙәгендә эшләй башланы Гөлмирә.
– Пенсияға тиклем ике йыл ғына ҡалды, нисек тә түҙермен инде, аҡса кәрәк бит, – тине ул миңә. – Өй тирәһенә күҙ һалып тор, маршрут автобусында кискә ҡайтып етермен!

Аҙнаһына өс көн барып, район үҙәге мәктәптәренең береһендә уҡыта ла башланы.
– Автобуста йөрөүе ҡыйындыр, үҙең праваға уҡыйһыңмы әллә?– тинем, көлөмһөрәп. Уның техникаға яҡын килергә лә ҡурҡыуын беләм инде. – Транспортта урын бирәләрме һуң?
– Юлда төрлө кеше осрай, урын биргәндәр ҙә бар, айырыуса элекке уҡыусыларым,– тине ул, ғорурланып. – Ҡайһы бер көндәрҙә 35 саҡрымды үткәнсе аяғөҫтө ҡайтырға ла тура килә.
– Шулайҙыр инде.
– Бөгөн бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлгә юлыҡтым әле, – тип серле генә әйтеп ҡуйҙы уҡытыусы күршем.
– Йәле, һөйлә.
– Шулай маршрут автобусы килеп туҡтаны. Байрам алды булғас, ауылға ҡайтыусылар ифрат күп. Этеш-төртөшкә ҡыҫылмай ғына иң аҙаҡҡы булып индем. Алда ултырғандарға күҙ һалам: беренсе рәттә 12-13 йәш тирәһендәге малай. Мине таный, әлбиттә, ололарға урын тәҡдим итергә кәрәклеген дә аңлай, тик баҫып барыуы уңайһыҙ икәнен белә. Етмәһә, артҡы рәттә ултырған әсәһе ҡарашы менән генә малайын тыйып бара. “Ултыр, ултыр, билетҡа, урынға аҡса түләнгән, ниңә һин баҫып барырға тейеш?” – ти әсәнең күҙҙәре. Малай яңы ғына һатып алған телефон ҡумтаһындағы ялтыр хәрефтәрҙе уҡырға маташа. Ҡытайса яҙылған иероглифтарҙы аңламаһа ла, иғтибарын шунда йүнәлткән.
Уның янында тынсыу салонда ҡыҙарып бешеп урта йәштәрҙәге ир ултыра. Битенә йәбешкән күҙлеген ара-тирә сисеп һөртөштөрөп ала. Әллә шулайтып үҙен меҫкен хәлдә күрһәткеһе килә: йәнәһе, уға ла еңелдән түгел.
– Кит, оятһыҙҙар, урын бирһәләр, нимә булған? Ир баштары менән, ниңә үҙең әйтмәнең? – тинем мин түҙмәй.
– Юҡ, уларҙың да ултырып барырға хаҡы бар. Түләгәндәр бит...
– Аһ-аһ, эш аҡсала ғынамы ни! Кешелек сифаты кәрәк!
– Ярай, тыңлап бөт әле. Автобуста юл ыңғайындағы урыҫ ауылы кешеләре лә бар, тик үҙебеҙҙең яҡтыҡылар күберәк. Урта рәттә ҡара күҙлек аша тәҙрәгә бағып таныш бер ҡыҙ бара. Ҡолағына тыҡҡан наушниктары аша күңелле көй тыңлайҙыр йә булмаһа яуапһыҙ мөхәббәт хаҡында моңһоу йыр... Тышҡы ҡиәфәте ялтырап торһа ла, урын тәҡдим итергә күңел матурлығы кәрәк шул.
– Ә-ә-ә, һабантуйҙа йырлаған йырсы ҡыҙмы ни?
– Нәҡ үҙе!
Эргәмдә генә барған йәш егет урыҫ милләтенән. Уның да тороп урын бирергә тәрбиә кимәле етеңкерәмәй.
Аяҡтарҙы алмаш-тилмәш баҫҡылап барыуымды дауам итәм. Күрше ауылдарҙан бер нисә кеше төшөп ҡалды. Салонда баҫып барыусылар иҫәбендә һаман да юлымды дауам итәм.
Эйе, беҙ мәктәптә уҡыған осорҙа тормош ҡиммәттәре икенсерәк ине. Уҡытыусылар ҙа, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә ололарға урын бирергә, уларға ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтте. “Изгелек күрһәтһәң, үҙең дә изгелек күрерһең” тип әйтә ине өләсәйҙәр. Тик йәш саҡта ҡартлығың бик алыҫта кеүек күренә шул. “Эй, балалар, һеҙ булырһығыҙ, беҙ генә булалмабыҙ”, – ти торғайны күршебеҙҙә генә йәшәгән әбей. Ҡойонан көйәнтәләп һыу алып килеп, магазинға барып йомоштарын йомошлап, керҙәрен йыуып биреүем иҫемә төштө. Яңғыҙ әбейҙең рәхмәттәрен, фатихаһын алып ҡалғаныма әле лә һөйөнәм. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр.
Баянан бирле эргәмдә бәхәсләшеп ултырғандарға күҙ һалдым. Ирле-ҡатынлы был икәүҙе ауыл халҡы “аҡылға бер төрлөрәк” тип йөрөтә. Бәләкәй бер ауылда үҙаллы көн күрә улар. Икеһе лә инвалидлыҡ пенсияһын алып йәшәй, балалары юҡ. Аҙыҡ-түлеккә район үҙәгенә йыш йөрөйҙәр, үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡшы беләләр, шунлыҡтан район хакимиәте юлын да тапарға күнеккәндәр. Улар ауыл яңылыҡтарын күп белә, һинең хәлеңде әллә ҡайҙан белеп-ишетеп тора. Һаулыҡ һорашмайынса эргәңдән үтеп китмәҫ, таныш-тоношҡа сәләм ебәрмәй ҡалмаҫ.
Ире – төҫһөҙләнеп бөткән иҫке кейемдә, битен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан. Ҡатын кеше, йәйге селлә булыуға ҡарамаҫтан, ҡара-һоро күлдәктән, ағара башлаған сәсен яулыҡ аҫтына йәшергән, бер шәлкеме сығып, тирләгән маңлайына уҡмашҡан.
– Тик кенә ултыр! Һинең дә аяғың ауырта, – тине ҡатын, ҡарашын кәрәкле урынға йүнәлтә алмай алан-йолан ҡаранып.
– Өйрәтмә миңә! – тине ир, баһаһын белеп.
Урынынан ҡуҙғалған ирен йән асыуынан тотоп ҡатын кире урындыҡҡа тартты.
– Ултыр, тигәс, ултыр!
Иргә уңайһыҙ булып китте, ахыры, ул ғәйепле ҡарашын йәшереп, тороп баҫты ла:
– Ултырығыҙ, – тине.
Мин рәхмәт әйтеп урындыҡҡа ултырҙым. Асыуланған ҡатын ауыҙ эсенән ниҙер мыңғырлап ҡуйҙы ла тынып ҡалды...
Мин дә уйға ҡалдым: ауылда кем аҡылға бер төрлөрәк?

Ауырғазы районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Аэропортҡа – яңы исем

Аэропортҡа – яңы исем 15.10.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Рус географик йәмғиәте Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте менән...

Тотош уҡырға 18

Әруахтар йорто кәртәләнде

Әруахтар йорто кәртәләнде 15.10.2018 // Йәмғиәт

Стәрлебаш районы Түбәнге Ибрай ауылы халҡы дөйөм көс менән яҙ көнө зыяратта өмә ойоштороп, уның...

Тотош уҡырға 24

Һыуытты...

Һыуытты... 15.10.2018 // Йәмғиәт

Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итеүенсә, был аҙна башында республикала һалҡын һауа торошо...

Тотош уҡырға 35

Пассажирҙар мәнфәғәте көнүҙәк

Пассажирҙар мәнфәғәте көнүҙәк 15.10.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 43

Ҡарттар нисек йәшәй?

Ҡарттар нисек йәшәй? 15.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡарттар һәм инвалидтар...

Тотош уҡырға 35

“Ҡартайырға әле иртәрәк...”

“Ҡартайырға әле иртәрәк...” 13.10.2018 // Йәмғиәт

70 йәшкә етеп килгәндә яҙмышыңды ҡырҡа үҙгәртеп, барыһын да өр-яңынан башлап буламы? Хаҡлы ялға...

Тотош уҡырға 46

Еҙем етемһерәмәйәсәк

Еҙем етемһерәмәйәсәк 13.10.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Еҙем” тәбиғәт паркын булдырыуға 16,6 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. 36 гектарҙа...

Тотош уҡырға 44

Лидерҙарға юл асыҡ!

Лидерҙарға юл асыҡ! 12.10.2018 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә идарасыларҙың сираттағы “Рәсәй лидерҙары” конкурсы башланды. Ул – “Рәсәй – мөмкинлектәр...

Тотош уҡырға 46

Урман ҡыҙы

Урман ҡыҙы 12.10.2018 // Йәмғиәт

Уңғандарҙың ризығы мул, тормошо болло. Май тәпәне тышынан билдәле тигәнде раҫлап, Ғәлиевтәрҙең...

Тотош уҡырға 62

Беҙҙе арҡалы иткән атайҙар

Беҙҙе арҡалы иткән атайҙар 12.10.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышы осоро йылдан-йыл алыҫлаша, ләкин дәһшәтле дәүер, яу ҡырҙарындағы ҡан ҡойош, ул...

Тотош уҡырға 45

“Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә, Һуғыштарҙа ҡалған ҡорбандар!”

“Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә, Һуғыштарҙа ҡалған ҡорбандар!” 12.10.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 73 йыл үтеп, туптар, бомбалар шартлау тауышы  тынған был ерҙәрҙә...

Тотош уҡырға 48

“Һанлы телевидениеға  күсеү – ул заман талабы”

“Һанлы телевидениеға күсеү – ул заман талабы” 12.10.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙә телевидение өр-яңы этапҡа аяҡ баҫа. 2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы...

Тотош уҡырға 58