Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъянан йәм табып
Донъянан йәм табыпҮрге Иҙрис ауылы ҡыҙы Миңзәлә Әүәлбаеваның китапханасы һөнәрен һайлауы осраҡлы килеп сыға. Тормош иптәше Әмин ауылына мәктәп директоры итеп тәғәйенләнгәс, ошоға тиклем башҡа өлкәлә хеҙмәт иткән ханым мәктәптә китапханасы булып эшләй башлай. Тәүге көндәрҙән үк “китап донъяһы” уны үҙенә ғашиҡ итә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналы бер утрауға әйләнә. Китап уҡыусылар менән бергә үҙе лә башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәте менән яҡындан таныша. Артабан уны ауыл китапханаһына эшкә тәғәйенләйҙәр. Бында ла ул һынатмай: халыҡ менән әҙәби осрашыуҙар, китап һөйөүселәр конференцияһы үткәрә, һәр саҡ яңы сыҡҡан әҙәбиәт менән таныштыра бара.
Үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән, китап уҡыусыларҙың яҡын дуҫына әйләнгән Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы 2011 йылда Темәс модель китапханаһы мөдире булып тәғәйенләнә. Республиканың тәүге баш ҡалаһы Темәстә, тап шул шанлы һәм данлы йылдарҙың шаһиты булған бинала урынлашҡан китапханала эшләү уның өсөн үтә яуаплы бурыс тойола. Ниндәйҙер яңы бер ынтылыш, эске рухи күтәрелеш менән килә бында: Интернет заманында китаптың баһаһын күтәреү юлдарын эҙләй, уҡыусыларҙы йәлеп итеү маҡсатында даими саралар үткәрә, халыҡ менән әүҙем эш алып бара. Китапхана ҡарамағында “Атайсал”, “Ағинәй” клубтары, ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн “Игебай мәктәбе” асыла. Китапханасы Миңзифа Низамова менән һәр эште бергәләшеп атҡара, бер-береһенә терәк булып һәм ярҙам итеп, үҙ-ара аңлашып эшләйҙәр.
— Күптәр китапханасы һөнәрен күңелһеҙ тип уйлай һәм тәрән яңылыша. Бында эшләгән кеше төрлө яҡлап тәрән белемле, аҡыллы булырға, донъя хәлдәре менән танышып барырға, һәр яңы сыҡҡан әҫәрҙе, уны яҙыусы хаҡында белергә, гәзит-журналдарҙы даими уҡырға тейеш. Ҡайһы саҡта үҙебеҙҙе “тере энциклопедия” тип тә күреп кителә, сөнки кеше нимәнелер һораһа, уға шунда уҡ дөрөҫ яуап бирергә, аңлатырға тейешбеҙ. Эшемде яратам, халыҡ менән аралашыу оҡшай, — ти тәжрибәле китапханасы.
Мәҙәниәт хеҙмәткәре булараҡ, Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы ауылда үткән төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Яҙыусылар менән осрашыу булһынмы, китаптың исем туйы, хәтер һәм ҡәҙер кисәләре, шиғриәт байрамдарымы — барыһы ла уның тырышлығы менән үтә. Районда үткәрелгән “Иң яҡшы китапхана” бәйгеләрендә бер нисә йыл рәттән призлы урындар яулай, 2016 йылда райондың ”Йыл китапханасыһы” исеменә лайыҡ була.
Тормошонан да уңған Миңзәлә Әүәлбаева. Ире Марат Юлай улы менән өс балаға ғүмер биргәндәр. Бөгөн уларҙың өс ейәне — бәхетле өләсәй менән олатайҙың ҙур ҡыуанысы. Утыҙ йылдан ашыу мәктәп директоры булып эшләгән хәләл ефетенең уң ҡанаты, ышаныслы терәге лә Миңзәлә апай.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тирә-йүнгә яратып баҡ

Тирә-йүнгә яратып баҡ 17.10.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән ҡыҙы һәр көнөн хәйерле эштәргә арнарға тырыша. Һоҡланырлыҡ йәштәребеҙ бар: улар төплө белем...

Тотош уҡырға 47

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә 17.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемгә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғәйеп тойғоһон кисерергә тура килгәне барҙыр. Әммә...

Тотош уҡырға 34

Әсә йөрәге

Әсә йөрәге 17.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡустыбыҙҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарҙы ул. Был хәл ҡустыларымдың өлкәненә 14 йәш тулған йылда булды......

Тотош уҡырға 53

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә...

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә... 17.10.2018 // Йәмғиәт

Тормошта үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, төрлө өлкәне...

Тотош уҡырға 28

“Ашығыҙ тәмле булһын!”

“Ашығыҙ тәмле булһын!” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Официант булыу еңелме? …Клиент янына килдең, иҫәнләштең, нимә кәрәклеген һорап, ашын килтерҙең дә...

Тотош уҡырға 39

“Күңелемдең тыныслығын тоям”

“Күңелемдең тыныслығын тоям” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Заһретдиновтар дәүләт ярҙамына таяна. Шамил Заһретдиновтың Үрге Тәтешле ауылында төпләнеүенә уның...

Тотош уҡырға 33

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Башҡортостан 24” телеканалы тамашасылар өсөн өр-яңы 10 тапшырыу әҙерләне....

Тотош уҡырға 38

Ғаилә бәхете – ил бәхете

Ғаилә бәхете – ил бәхете 16.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемдең үҙ маҡсаты, шөғөлө, эше бар. Әсәйем Рима һәм атайым Мирхәт Сәғитовтар икеһе лә...

Тотош уҡырға 47

Һәләтенә иҫең китерлек

Һәләтенә иҫең китерлек 16.10.2018 // Йәмғиәт

Башта ошо фотоға ҡарағыҙ әле. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Рәшиҙә апай Зыкрина...

Тотош уҡырға 73

Килгәндәр кире китмәй

Килгәндәр кире китмәй 16.10.2018 // Йәмғиәт

Оло юлдың, Иҫәнғол һәм Троицк баҙарҙарының яҡынлығы, ерҙәрҙең уңдырышлылығы һәм ул ваҡытта мул...

Тотош уҡырға 38

Ағасҡа йән өрә

Ағасҡа йән өрә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Күңел йылыһы һалынған әйберҙәр күҙ яуын ала. Өфө оҫтабикәһе Ирина Коробейникованың ҡулдарында ағас...

Тотош уҡырға 39

Ауыл йәме

Ауыл йәме 16.10.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла уңғандарының баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелә. Уларҙың ихатаһына ингәндән алып үҙеңде гөлдәр...

Тотош уҡырға 95