Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡыҙ бала – өйгә биҙәк” ти Хәйбулла районында йәшәүсе Суриндар
“Ҡыҙ бала – өйгә биҙәк” ти Хәйбулла районында йәшәүсе СуриндарБәләкәй Арыҫланғол ауылынан Фариза менән Хөрмәт Суриндар үҙҙәренең ике улы ҙурайып, Өфөгә уҡырға киткәс, яндарына ике ҡыҙҙы тәрбиәгә ала.


Ошо ауылда тыуып үҫкән, бәхет­тәрен тыуған ерендә тапҡан Суриндар 1987 йылда өйләнешә. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы Радик һәм Илмир улдары донъяға килә.
Бөгөн уларҙың икеһе лә Себер тарафтарында эшләй. Радик кәләше менән сәскәләй ике ҡыҙ үҫтерә, бәләкәстәре әлегә өйләнмәгән. Улдарын оло тормош юлына оҙатҡан ғаилә ҙур йортта үҙҙәре генә тороп ҡала. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, мул, етеш тормошта йәшәйҙәр. Донъяларына нимәлер етешмәгән кеүек, етемһерәп торғандай тоя улар үҙҙәрен. Фариза Хөсәйен ҡыҙы ситләтеп кенә тормош иптәшенә берәй баланы тәрбиәгә алыу, бигерәк тә ҡыҙсыҡ тәрбиәләү тураһында һүҙ ҡуҙғата. Шуны ғына көткән тиерһең, Хөрмәт Азат улы шунда уҡ йәмәғәтенең һүҙен хуплай.
Күп тә үтмәй, тейешле документтар юллап, опека органдарына тапшырыла. Яуап һүҙ оҙаҡ көттөрмәй: ғаиләне Сибай ҡалаһына саҡыралар. Йөрәкһенеп, юлда бер-береһенә һүҙ ҡушырға ла ҡыймай, һәр кем үҙ уйҙарына бикләнеп, балалар приютына килә улар. Уларға ҡыҙҙың яңғыҙ түгеллеген, бер туған һеңлеһе барлығын да әйтәләр. Тәүҙә ҡыҙҙарҙы ун көнгә ғаилә менән таныштырыу маҡсатында Суриндарға алып ҡайтырға рөхсәт бирелә. Ул саҡта Ленаға ни бары алты, ә Әлиәгә өс йәш тә тулмаған була.
— Барып күргәс тә, ҡыҙҙар күңелгә оҡшаны. Лена урыҫса һөйләшә ине, — тип ул мәлде хәтергә алды хужабикә. — Тәүҙә өйҙөң һәр әйберен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул иттеләр, бигерәк тә малдарҙы яраттылар, тышта рәхәтләнеп уйнарҙар ине. Яйлап ҡыҙҙар менән уртаҡ тел таптыҡ, бер-беребеҙгә яҡыная башланыҡ, нисектер күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле кешеләргә әүерелделәр.
Суриндар еткән улдары менән дә кәңәшләшә, атай-әсәйҙең был аҙымын улар ҙа хуплай. Хатта һеңлеләрен күрергә ҡайтып та етәләр. Тәғәйенләнгән көнгә Суриндар, ике ҡыҙҙарын машинаға ултыртып, хәҙер инде уларҙы ҡалдырырға түгел, ә документтар юллап, үҙҙәренә тәрбиәгә алырға бара. Шуны ла әйтергә кәрәк: ауылда тәрбиәгә балалар алғандар күп. Бер ауылда ғына дүрт ғаиләлә ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған 10 бала тәрбиәләнә.
Бөгөн Лена 8-се класта, Әлиә 6-сыла белем ала. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә уҡыуға зирәк. “Беренсе класҡа башҡортса белмәй барған Ленаны уҡытыусыһы әкренләп өйрәтеп алды. Рәхмәт инде уға”, — ти Фариза Хөсә­йен ҡыҙы. Башҡортса рәхәтләнеп һөйләшкән был матурҡайҙарға ҡарап, әле бөрөләнеп тә өлгөрмәгән яҙмыш­тарының шул тиклем ҡатмарлы икән­леген төшөнмәҫһең дә, сөнки Суриндар уларҙы үҙҙәре­неке­ләй күреп ярата һәм баға. “Ҡыҙҙа­рым” тип кенә тора атайҙары ла.
Әсәләренә бигерәк тә ярҙамсы инде улар! Бергәләшеп телеңде йоторлоҡ тәмлекәстәр бешерһен­дәрме, бәйләү йә сигеүгә тотонһон­дармы — барыһын да күҙҙең яуын алырлыҡ итеп эшләп ҡуялар. Лена бейеүгә ғашиҡ, Оло Әбеш урта мәктәбендәге бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Әлиә мал ярата, уларҙы сәғәттәр буйы ҡарарға ла риза. Йәйге миҙгелдә ҡыҙҙар ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарына бара, ағайҙары Себер яҡтарынан ялға ҡайтҡанда, бергәләшеп тәбиғәт ҡосағында ял итергә, балыҡ ҡармаҡларға, һыу инергә йөрөйҙәр.
— Ҡыҙҙарыма ҡарайым да күңел шатлана, — ти бәхетле әсә. –Уларҙың киләсәге матур булһын. Ғәмһеҙ бала саҡтарын ҡулдан килгәнсә шатлыҡлы һәм матур итергә тырыштыҡ. Ҡалғаны үҙ ҡулдарында, тәүфиҡлы булһындар.
Ысынлап та, нур һәм ҡот балҡыған был йорттан күңелебеҙ тулып, ҡыҙ­ҙарға һоҡланып сыҡтыҡ. Артабанғы тормоштары ла бөгөнгөләй нурлы, ҡотло һәм бәхетле булһын!

Хәйбулла районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 24

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 20

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 35

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 43

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 39

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 34

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 46

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 43

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 40

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 38

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 54

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 45