Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Хаҡ юлдан барыу бәрәкәтле”
Силәбе өлкәһендә йәшәгән яҡташыбыҙ Фәһим Мостаев – ауырлыҡтарға бирешмәҫ, яҙмыш һынауҙарына һынмаҫ, һығылмаҫ уҙаман. Ул беҙҙе яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршыланы.


Былтыр туҡһан йә­шен тул­тырған Фәһим Камил улы Бүздәк районының Түреш ауылынан.
– Яҙмышым баш­ҡа­ларҙы­ҡынан әллә ни айырылмай тиерлек. Урта мәктәп­те тамам­лағас, хәр­би бурысымды үтә­нем. Унан өйләндем, – ти Фәһим Камил улы. – Үҙебеҙҙең райондың Һабай ауылы һылыуы Фәриҙәнең ғәжәйеп һөйкөмлөлөгө, ҡара күҙҙәре, иңдәренә тулҡын-тулҡын булып ятҡан сәстәре күңелемде шунда уҡ әсир итте. Уның менән бер йыл самаһы аралашып йөрөнөк тә өйләнештек.
“Күп бала тыуҙырған ҡатын Раббыбыҙ ҡаршыһында һөйөк­лө”, – тиелгән хәҙистә. Аллаға шөкөр, Фәриҙәм һигеҙ сабыйға ғүмер бирҙе. Ғаиләнең бит ишле булыуы яҡшы: ундай мөхиттә үҫкән балалар ярҙамсыллығы, изгелеклелеге, ихласлығы менән айырылып тора. Ә динебеҙҙә, мәғлүм ки, был сифаттар юғары баһалана.
Фәһим Камил улы һәр бала­һын оло һөйөү менән телгә алды. Ул-ҡыҙҙары араһында, ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, бик иртә баҡыйлыҡҡа күсеп, ата-әсәһен ҡара ҡайғыға һалғандар ҙа булған. Ағайҙың әле ун ике ейән-ейәнсәре бар, улар олатаһы янына йыш ҡайтып йөрөй.
– Ҡатыным күп йылдар элек фани донъяны ҡалдырып китте, – ти Фәһим Камил улы, көрһөнөп. – Элек ауылыбыҙҙа клуб, магазин, башланғыс мәктәп бар ине, хәҙер улар ҙа юҡ. Ун ике йортта 17 кеше йәшәп ятабыҙ. Күре­үе­геҙсә, ҙур өйөмдә яңғыҙ көн күрәм. Ишек алдына сығып инәм, ҡайһы саҡта ауылды әйләнеп сығам... Төйәгебеҙҙә мәсет булмауы йөрәкте әрнетә. Бала саҡ­тан Аллаһтың барлығына һәм бер­легенә ышанам, көндәлек мәшәҡәттәр араһында ла әхи­рәт­те онотмайым. Ҡөрьәнде көн дә өйрәнәм. Хаҡ юлға аяҡ ба­ҫыуҙың, намаҙ уҡыуҙың бәрәкәте сикһеҙ. Барыбыҙ ҙа шуға ынтылып йәшәһәк ине, иншаллаһ.

Силәбе өлкәһе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 0

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 44

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 45

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 59

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 37

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 75

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 43

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 44

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 41

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 53

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 91