Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике Герой үҫтергән мәктәп
Ике Герой үҫтергән мәктәпНиғмәтулла ауылы мәктәбе төрлө күрһәткестәр буйынса бер нисә йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Балалар уҡыуҙа ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бөгөн бында 50 уҡыусы белем ала, шул иҫәптән күрше Байдаковка, Нефороща ауылдарынан да ҡыҙ һәм малайҙар уҡый, уларҙы автобус ташый.


Ниғмәтулла мәктәбе директоры Шамил Әхмәтов һөйләүенсә, белем усағында I кластан башҡорт теле уҡытыла, иң мөһиме – бүтән милләт балалары ла телде теләп өйрәнә. Ғөмүмән, күп телдәрҙе өйрәнеү уларҙың һәр йәһәттән дә үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.
Кабинеттар иркен һәм яҡты, иҙән әле генә буялған шикелле ялтырап ята. Интерактив таҡта алғандар, интернет бар, музей эшләй.
Данлы юл үткән Ниғмәтулла урта мәктәбе тирә-яҡҡа үрнәк булырлыҡ белем усағы иҫәпләнә. Балалар күңеленә изгелек, миһырбанлыҡ орлоҡтары һалған уҡытыусыларға үҙ хеҙмәттәренең емешен күреүҙән дә олораҡ шатлыҡ бармы икән?! Ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәй уның уҡыусылары, бихисап арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан был ауылдан. Сәсән Ғатаулла Ғәлиев, шағир Ҡасим Вахитов, ғалим Рафиғулла Хәмиҙул­лин, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Әғлә Солтанаев менән Хәмит Йосопов һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Ике Герой үҫтергән мәктәпРайон кимәлендә үткәрелгән сара­ларҙа ла алдынғылыҡты бирмәйҙәр, республика олимпиадаларында еңеү яулайҙар. Айырыуса Алина Шәйбә­кова, Алена Тарасова, Максим Матвеев, Денис Ибраһимов, Аделя Хәкимова, Динар Хәйрет­диновтар — уҡыу йортоноң ғорур­лығы. Директорҙың уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Исхаҡова менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Шә­йәхмә­тованың һәммәһе өсөн дә маяҡ булыуын билдә­ләнеләр.
– Мәктәп – татыу ғаилә. Уҡыу­сылар, ата-әсәләр, ауылдаштар, уҡытыусылар бергә булғанда ғына эштәр алға бара. Замана берҙәм булыуҙы талап итә, шулай уҡ аңлашып эш иткәндә генә бөтә уй-ниәттәр ҙә тормошҡа аша, – тип тамамланы һүҙен Шамил Миңлислам улы.

Әлшәй районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 57

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 105

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 93

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 157

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 36