Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош дауам итә
Беҙҙең ҡасабала Темәс интернатының Түбә өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы яҡлау үҙәге, үҙебеҙсә әйткәндә, ҡарттар йорто эшләп килә. Үҙәктә ниндәй генә кеше юҡ: ғүмере буйы тир түгеп, ҡартлыҡ көнөндә кеше ярҙамына мохтаж өлкәндәр, ауырып һаулығын юғалтҡан йәшерәктәр менән күреүҙән мәхрүм ҡалғандар, ҡул-аяғы зәғифләнеп йөрөй алмағандар. Йорт-ерһеҙҙәр, урамға сығарып ташланғандар ҙа ошо йортта һыйыныр урын тапҡан.

Бөтә уңайлыҡтар булдырылған бүлмәләрҙә дүрт-биш кеше йәшәй. Беренсе ҡаттағы ике бүлмәлә генә йөрөй алмағандарҙы ҡарау уңайлы булһын өсөн күберәк урын-карауат ҡуйылған. Аҫҡы ҡаттағы ҡунаҡ бүлмәһендә ҙур экранлы телевизор тора, уны йомшаҡ диван, кәнәфиҙәргә ултырып ҡарарға мөмкин. Ике йөҙгә яҡын лазер дискта кино тупланған. Туғандар хәл белергә килһә, ошонда уҡ осрашып, һөйләшеп ултырабыҙ. Янда ғына медицина пункты бүлмәһе бар. Ауырыуҙарҙы шәфҡәт туташы Гөлминиса Үҙәнбаева ҡарай.
Ошо ҡатта уҡ заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған аш бүлмәһе менән ашхана урынлашҡан. Туҡланыу бер сменала ойошторолған, йөрөй алмағандарҙы санитаркалар үҙҙәре ашата. Беҙҙе тәмле аштары менән һыйлаған ашнаҡсылар һәм аш бүлмәһе хеҙмәткәрҙәрен дә атайым: Фәниә Мәҡсүтова, Гөлназ Боҫҡонова, Гөлнәзирә Таһирова, Рәүилә Аслаева. Уларҙың тырышлығы менән көнөнә дүрт тапҡыр туҡланабыҙ. Рацион бик бай, ашты һәр ваҡыт төрләндереп бешерәләр.
Ә инде үҙәктә иң ауыр йөк (беҙҙе ашатыу, тәрбиәләү) санитаркалар Мәҙүнә Ишниязова, Регина Яхина, Айһылыу Әхмәтова, Рәзилә Абдуллина, Венера Мусина, Эльвира Баҡыева, Розалиә Әхмәтова, Марина Ишкова, Валя Кишкина, Гөлсәсәк Йәнтүрина иңенә төшә. Улар алмашлап бөтә бүлмәләрҙе йыуып сыға, көн һайын йөрөй алмаған ауырыуҙарҙың түшәген алмаштыра.
Вахтерҙар Әхтәр Мәмбәтҡолов, Исмәғил Әхмәтов, ҡарауылсылар Булат Рәхмәтуллин, Илдус Байназаров ғүмеребеҙ һағында тора, тәртип һаҡлай. Берәй ауыр хәл килеп сыҡһа, шунда уҡ килеп етәләр. Кер йыуыусы Миңһылыу Ғәйнуллина тырышлығы арҡаһында өҫтөбөҙ бөтөн, таҙа түшәктә йоҡлайбыҙ. Хужалыҡ эшсеһе Ринат Хәлитов мунса яғып ҡуя, башҡа эштәрҙе башҡара.
Өҫкө ҡаттағы ҙур залда китапхана урынлашҡан. Китап фонды — меңдән ашыу дана. Ошонда уҡ бөтә байрам саралары үткәрелә. Һәр береһендә концерт күрһәтелә. Уҙған йыл Байыш, Һаҡмар ауылдары, Баймаҡ ҡала мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары сығыш яһаны. Ә Темәс интернаты үҙешмәкәрҙәре Темәс — Түбә юлына саң ҡундырмай. Бигерәк тә “Овация” төркөмөн билдәләп үтке килә.
Үҙәктә 54 кеше йәшәй. Иң олоһона быйыл 90 тулһа, кесеһенә 48 йәш. Күптәре 80-де үткән “һуғыш балалары”. Уларҙың бала сағы ауыр йылдарға тура килгән. Байтағы әле лә ауырыуға, ҡартлыҡҡа бирешмәй дәртләнеп йәшәй. Коллективҡа Руслан Хәмитов етәкселек итә.

Баймаҡ районы,
Түбә ҡасабаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ”

“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ” 18.12.2018 // Йәмғиәт

Өлфәт МОСТАФИН, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы: [quote]– Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының...

Тотош уҡырға 81

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙҙең күршеләр һәм дуҫтар “Беҙ булдырабыҙ” тип бик дөрөҫ әйтә. Ә мин бында йыйылғандарға: “Беҙ...

Тотош уҡырға 120

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла 18.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгән Мәсетле районының Түбәнге Бобин...

Тотош уҡырға 83

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ 18.12.2018 // Йәмғиәт

– Балалар менән эшләгән кеше булараҡ миңә ябай, аңлайышлы телмәр яҡын. Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тере...

Тотош уҡырға 95

Төп капитал – кеше

Төп капитал – кеше 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостан Башлығы...

Тотош уҡырға 64

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш”

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш” 18.12.2018 // Йәмғиәт

[quote]– Сүп-сар сығарыуға үтә ҙур тарифтар билдәләүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был мәсьәләгә тулыһынса...

Тотош уҡырға 83

Ҡунаҡҡа киләм!

Ҡунаҡҡа киләм! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 106

Аяғүрә баҫып алҡышланылар

Аяғүрә баҫып алҡышланылар 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 343

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа 18.12.2018 // Йәмғиәт

2019 йылда Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк....

Тотош уҡырға 64

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ!

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙ пассажирҙар ташыу тармағында тәртип булдырасаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 66

Тау башында балҡыһын баш ҡала

Тау башында балҡыһын баш ҡала 18.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 79

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика депутаттарына...

Тотош уҡырға 208