Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » 50-нән һуң тормош яңы башлана
50-нән һуң тормош яңы башланаҒүмерҙең был күркәм мәлен һәр кем үҙенсә ҡаршылай. Берәүҙәр, ғәҙәттәгесә, ейәндәре хаҡында хәстәрлеккә, йорт мәшәҡәттәренә күмелә. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта тормошонда өр-яңы бит асҡан кешеләр артҡандан-арта бара. Светлана Бикбулатова – шундай әүҙем ҡарашлы шәхестең сағыу өлгөһө.

– Үҙемдең тормошом менән йәшәмәгәнмен икән. Хәҙер генә аңланым. Шуға күрә әле һәр мөмкинлекте файҙаланырға тырышам, – ти ул.
Бала сағында Света тиҫтерҙәренән бер яғы менән дә айырылмай. Мәктәп, фортепианола уйнау, спорт менән мауығыу – ул йылдарҙа бала тәрбиәләүҙә төп стандарт бына ошо булғандыр, моғайын. Нефть институтындағы инженер-микробиолог тигән ул саҡтағы өр-яңы йүнәлешкә атаһының кәңәше буйынса уҡырға инә. Тиҙҙән бында күңел йыуанысын да таба – техник фәндәрҙе өйрәнеүҙе студент гәзите сығарыу, әүҙем йәмәғәт тормошо менән тулыландыра. Өҫтәмә факультет рәүешендә журналис­тиканы һайлай. Мәҡәләләре курсташтары араһында ғына түгел, “Вечерняя Уфа” гәзитендә лә уҡыусыларын таба.
Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң утыҙ йылдан ашыу Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Биохимия һәм генетика институтында эшләй, молекуляр биология һәм ген инженерияһы өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә.
Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, тикшеренеү эшмәкәрлеген юғары уҡыу йортонда уҡытыу менән берләштерә. ДНК структураһын өйрәнә, биологик объекттарҙың үҙенсәлектәрен үҙгәртеү өҫтөндә эшләй, бер үк ваҡытта ойоштороусы һәләтен дә үҫтерә. Институттың профсоюз ойошмаһы рәйесе булараҡ байрамдар үткәрә, сценарийҙар яҙа, алып барыусы, режиссер була. Ул ойошторған кисәләр һәр ваҡыт ҙур ваҡиғаға әүерелә. Институттың ярты быуатлыҡ юбилейына Светлана Бикбулатова ҡасандыр ошонда эшләп киткәндәрҙең барыһын да йыя. Ғилми институт директорҙары, декандары, кафедра мөдирҙәре иҫтәлекле осрашыуҙа үҙҙәренең йәшлеген иҫкә ала, Светлана ханым сығарған тарихи альманахты бүләккә алып ҡыуана.
“Хаҡлы ялға сыҡҡас, нимә эшләргә, нисек йәшәргә?” тигән һорау пенсия йәшенә етеп килгәндәрҙең күпселеген борсойҙор, моғайын. Светлана ханымды ла ҡыҙыҡһындыра был мәсьәлә. Күп тә үтмәй һорауға тейешле яуап ала: башта социаль селтәрҙә күңеленә хуш килгән шөғөлдәр буйынса бик күп дуҫтар таба, унан һуң Черногорияға бөтә донъянан үҙ яҙмышын үҙгәрткән кешеләр йыйылған “50-не үткәс рәхәт!” халыҡ-ара фестиваленә юллана. Бында ул хаҡлы ялда ла ҡайнап йәшәү мөмкинлегенә инана, тормоштағы тәғәйенләнешеңде аңлау бер ваҡытта ла һуң түгеллеген асыҡлай.
Тыуған яғына ҡайтыу менән Светлана Магнитовна “Бәхеткә йәш кәртә түгел” проектында фекерҙәштәр таба. Әйт­кәндәй, был проекттың идеологы һәм ойоштороусыһы – Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле хореографы Ольга Андреева. Ул бер ҡасан да шөғөллән­мәгән кешеләрҙе бейергә өйрәтергә ниәтләй.
– Күңел төшкән башҡа шөғөлдәр байтаҡ булды, әммә бейеүгә ваҡыт еткерә алманым. Коллективты шунда уҡ үҙ иттем, өҫтәүенә иремде лә эйәртеп алып килдем, – ти Светлана ханым.
Асыштар бының менән генә туҡтап ҡалмай. “Үҙгәреү” (“Преображение”) проекты үҙеңде яңы юҫыҡта асырға, сәхнәлә һәләттәреңде күрһәтергә өйрәтә, М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткәрелгән Студент балында ҡатнашыу иһә ҡатын-ҡыҙға хас нәфислек, күркәмлек сифаттарын асырға ярҙам итә.
Спорттағы ҡаҙаныштар ҙа онотолмай. Былтыр Светлана Бикбулатова пенсио­нерҙар спартакиадаһында ҡатнаша. Унда Өфө командаһы республика этабында еңеү яулай. Ҡатын йөҙөүҙә генә түгел, атыуҙа ла ҙур оҫталығын күрһәтә. Света ханым фитнес клубтарына йыш йөрөй, йога, пилатес менән шөғөлләнә, көс күнекмәләрен дә үҙ итә.
– Тормошта үҙ урыныңды табыу бер ваҡытта ла һуң түгел. Ҡурҡыуҙарыңдан, ҡыйыуһыҙлығыңдан ҡотолоу өсөн теләк менән тәүәккәллек кенә кәрәк, – ти ул. – Хаҡлы ялда һынлы сәнғәт менән шөғөлләнәм, коучинг практикаһы, тренингтар үткәреү менән шөғөлләнәм. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген өйрәнеү ҙә яңы офоҡтар асты: ҡалалағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә ойошторолған курс­та “Танышыу һәм аралашыу клубы” проектын яҡланым. Әле ошо проектты тормошҡа ашырыу хаҡында хыялланам.
Светлана ханымдың ниәттәре бының менән генә сикләнмәй. Уны Өлкәндәр университетындағы бейеү студияһын ойошторорға ла саҡырғандар. Алда ветерандар ярышы, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар ассоциацияһы театрының сираттағы спектакле (бында ул төп ролдәрҙең береһен башҡара) һәм башҡа бик күп саралар көтә. Хыялында иһә – сәйәхәт итеү, социаль селтәрҙә үҙенең блогын тергеҙеү. Тимәк, Светлана Бикбулатова хаҡлы ялда тормоштоң ни тиклем күркәм икәнлеген сираттағы тапҡыр иҫбатларға әҙер!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Хәлде контролдә тотасаҡмын"

"Хәлде контролдә тотасаҡмын" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов эш сәфәре менән Сибайҙа булды....

Тотош уҡырға 28

Бирешмә, Сибай!

Бирешмә, Сибай! 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай телевидениеһы "Бирешмә, Сибай!" тигән акция башланы....

Тотош уҡырға 60

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!"

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә “Баймаҡ урман хужалығы” автопаркы өр-яңы махсус техникалар менән тулыланды: янғын...

Тотош уҡырға 33

Баймаҡтар ҙа һөт эсә

Баймаҡтар ҙа һөт эсә 15.02.2019 // Йәмғиәт

Райондың Иҫке Сибай ауылындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә балалар учреждениеһына йөрөгән кескәйҙәргә һәм...

Тотош уҡырға 48

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата 15.02.2019 // Йәмғиәт

* Яңы эмалле һауытҡа тулы итеп һыу ҡойоп, уны ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алығыҙ һәм һыу...

Тотош уҡырға 37

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре?

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре? 15.02.2019 // Йәмғиәт

Йәш саҡта һөйөү ғазаптарын кисермәгән егет йәки ҡыҙ юҡтыр ул. “Мөхәббәт” һүҙен ишетеү менән алыҫта...

Тотош уҡырға 69

Йәшлегемдең йәшел вагондары

Йәшлегемдең йәшел вагондары 15.02.2019 // Йәмғиәт

17 февраль – Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнө....

Тотош уҡырға 49

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла...

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сочиҙа сағында Сибайҙа барған ваҡиғаларға баһа биреп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 55

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Стәрлетамаҡта, “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы янында ҡалалағы тәүге “аҡыллы” туҡталыш ҡуйылды....

Тотош уҡырға 77

Төрмәлә лә тормош бар

Төрмәлә лә тормош бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө ҡалаһындағы ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында яңы ғаилә барлыҡҡа килде. 36 йәшлек...

Тотош уҡырға 137

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк 15.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Сочи ҡалаһында уҙған инвестиция форумында Башҡортостандың презентация майҙансығын иң...

Тотош уҡырға 51

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа...

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Быйыл йыл башынан алып республикала 800-ләп янғын булған....

Тотош уҡырға 36