Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҡ булығыҙ, алдайҙар!
Рәсәй Пенсия фонды граждандарға Viber мессенджерындағы ниндәйҙер “Паспорт өҫтәле”нән килгән белдереүҙәргә ышанмауҙы үтенеп мөрәжәғәт итте.

Баҡтиһәң, СНИЛС аша түләүҙәр тураһындағы хәбәргә асыҡлыҡ индереүҙе үтенеп, фондтың “ҡыҙыу элемтә” телефонына шылтыратыусылар байтаҡ икән. Пенсия фондында әйтеүҙәренсә, “Һеҙҙең СНИЛС буйынса ... мең һум күләмендә страховка аҡсаһы булыуы асыҡланған. Ентеклерәк мәғлүмәтте snils-dok.online сайтынан табырға мөмкин” тигән бел­дереүҙәр күптәргә килгән. Күрһәтелгән һылтанмаға баҫҡас, страховкаланыусылар базаһына инеү өсөн күпмелер аҡса күсереүҙе һорағандар.
– Был аҡса алдаҡсылар кеҫәһенә төшә. Шул уҡ ваҡытта вәғәҙә ителгән түләүҙе берәү ҙә һеҙҙең иҫәпкә күсермәйәсәк, – тип белдерҙеләр ведомствонан.
Пенсия фонды граждандарҙы иғтибарлы һәм һаҡ булырға, шикле финанс тәҡдимдәренә ышанмаҫҡа, сит-яттарға үҙегеҙ тураһындағы, шулай уҡ паспорт мәғлүмәттәрен, СНИЛС һәм банк картаһы номерҙарын хәбәр итмәҫкә саҡыра. Әйткәндәй, Фонд хеҙмәткәрҙәре аҡса кереме тураһында телефон аша белдермәй, шәхси мәғлүмәттәрҙе, банк картаһы номерҙарын һорамай, граж­дандарҙың өйөнә килеп хеҙмәт күрһәтмәй, урамда “һорау – яуап” сараларын үткәрмәй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һәр ауылда староста булһа...

Һәр ауылда староста булһа... 20.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ауыл старосталары тураһында республика законы ҡабул итеүгә әҙерлек бара. Ҡануниәттә...

Тотош уҡырға 13

Ипотека каникулдары индереү кәрәк

Ипотека каникулдары индереү кәрәк 20.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ваҡытлыса килемһеҙ...

Тотош уҡырға 35

Уҡытыусыларға ла – бер миллион һум!

Уҡытыусыларға ла – бер миллион һум! 20.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны....

Тотош уҡырға 116

Сибай балалары – Ҡырымда!

Сибай балалары – Ҡырымда! 20.02.2019 // Йәмғиәт

“Симферополь” халыҡ-ара аэропортында Сибайҙан ял итергә килгән 125 баланы ҡаршы алдылар....

Тотош уҡырға 39

Өйҙән сыҡмайынса – лагерға

Өйҙән сыҡмайынса – лагерға 20.02.2019 // Йәмғиәт

Элек әгәр балаңды шифаханаға йәки йәйге лагерға урынлаштырайым тиһәң, тейешле урынға барып, ғариза...

Тотош уҡырға 32

Етәкселәр имтиханды нисек бирер?

Етәкселәр имтиханды нисек бирер? 20.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан халҡын “Ата-әсәләрҙең Берҙәм дәүләт имтиханын биреү көнө” Бөтә Рәсәй акцияһында...

Тотош уҡырға 30

Яуға! Көрәктәр тотоп...

Яуға! Көрәктәр тотоп... 20.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡар менән айҡаша-айҡаша, һаман еңеп булмай. Аптырағас, ҡала халҡына ла урамдарға сығып, ихаталарҙы...

Тотош уҡырға 41

Эште кем көйләй?

Эште кем көйләй? 20.02.2019 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү...

Тотош уҡырға 42

Бәхәс  (Юмореска)

Бәхәс (Юмореска) 20.02.2019 // Йәмғиәт

– Шунан нисек, мине нимә тиҙәр? Ике аҙналап “егет” булып йөрөгән Хәйрүштең бөгөн эшкә килгәс тәүге...

Тотош уҡырға 86

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!”

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!” 20.02.2019 // Йәмғиәт

Тап шундай уйҙар менән ҡайтты Ишембай районында ял иткән Сибай балалары....

Тотош уҡырға 49

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк 20.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн иртән Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырым Республикаһы шифаханаларында ял итеү өсөн Магнитогорск...

Тотош уҡырға 56

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар 20.02.2019 // Йәмғиәт

Иглин районы халҡы быйыл 1 ғинуарға 64 796 кешене тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса улар бер йыл...

Тотош уҡырға 38