Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сал сәслеләр һирәгәйгән һайын...
Сал сәслеләр һирәгәйгән һайын,
Күңел әрней, әрней бәғерем...
Их, ниңә һуң ҡай саҡ беҙ уларҙың
Белеп бөтмәйбеҙ шул ҡәҙерен...


Мәктәп йылдарында аҡ ҡағыҙ битенә яҙған ошо шиғыр юлдары иҫемдә. Ул саҡта Еңеү байрамының 55 йыллығын билдәләгән матур иртәләрҙең береһе ине... Күрше ауылда йәшәгән Ғәле Фәтхетдинов олатайымдан әле иҫән саҡта сәй табынында ул-ейәндәренә һөйләгән һуғыш хәтирәләрен сағылдырған яҙмаларымды мәктәпкә алып барғайным. Шул саҡта бала күңелебеҙ менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ваҡиғаларын аңлап бөттөкмө икән? Һәм бөгөн дә һәр беребеҙ төрлө кисереш-уйҙар менән шул ваҡиғаларҙы иҫкә алабыҙҙыр... Бөтә ил буйынса һуғыш эҙҙәрен һаҡлаған юлдар, һанһыҙ ҡорбандар, юғалған исемдәр иһә уйланырға, уйланырға һәм тағы бер тапҡыр уйланырға саҡыра. Шөкөр, беҙ ул йылдарҙы күргән быуын түгелбеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ бүләк иткән яҡты тормошта йәшәүебеҙ һәм шул заман кешеләрен күреүебеҙ менән бәхетле. Ә ул бөйөктәр өлөшө, уйлап ҡараһаң, беҙҙең рәхмәттәрҙә, беҙҙең ихтирамда, беҙҙең ҡараштарҙа булырға хаҡлы. Шулай булһын ине лә...


Бөгөн иһә тарих ебенә үрелгән дәһшәтле йылдарҙың илебеҙ өсөн еңеү менән тамамланыуына – 73 йыл. Күпме һыуҙар аҡҡан, күпме йылдар уҙған... Иҫтәлекле тарихи көндә һәр Еңеү парадына халыҡ та эркелеп сыға, йылдар үткән һайын оло байрамдың ҡәҙер-баһаһы ла артҡан кеүек. Әммә сал сәслеләрҙең һаны ғына йылдан-йыл кәмей.
Иҫемдә, башланғыс кластарҙа уҡыған йылдарҙа ауылыбыҙҙа ветерандарҙың һаны ун ике ине. Һуғыш ветерандары тигән оло һәм ихтирамлы исемде йөрөткән олпат олатайҙар, һанһыҙ миҙалдарын яҙғы ҡояшҡа ялтыратып, беҙҙе, бала-сағаны, һоҡландырып, ауыл клубы янындағы обелиск алдында теҙелгән ултырғыстарға, кемдер әбейҙәре менән, кемдер яңғыҙы әкрен генә килеп ҡунаҡлар ине. Ара-тирә йылмайып ҡуйған, тәрән ҡарашлы, уйсан йөҙлө ололар ине улар... Бөгөн иһә ауылыбыҙҙа ветерандар юҡ.
Бынан күп йылдар элек мәктәпкә килеп һуғыш хәтирәләре менән уртаҡлашҡан өс яуҙаш дуҫ – өс таған күптән гүр эйәһе. Һәр урында ла һуғыш ветерандарының сафы һирәгәйҙе, бөгөн улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ...
Үткән йылғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала 53 мең тирәһе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫәпләнһә, уларҙың 565-е – һуғышта ҡатнашыусылар, 36 меңе – тыл эшсәндәре, 126-һы – Ленинград блокадаһы тотҡондары, 790-ы – инвалидтар, 212-һе концлагерҙы үткән, 14,5 меңе һуғышта һәләк булған ветерандарҙың ғаилә ағзалары. Сағыштырып ҡараһаң, ике йыл элек уларҙың һаны 60 мең менән иҫәпләнһә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын 69 мең ветеран һәм уларға тиңләнгән кешеләр ҡаршылаған ине. Әммә йылдар үҙенекен итә, ветерандарҙы илебеҙҙә йыл һайын ойошторолған “Үлемһеҙ полк” алмаштыра...
Эйе, улар үлемһеҙ... Үлемһеҙ, әммә бөгөн ошо минутта беҙҙең ябай ғына иғтибарыбыҙға, ихтирамыбыҙға лайыҡлылар, йылы һүҙгә, ҡарашҡа мохтаждар...
“Өлгөрмәнем... Күреп, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – олатайымдың ҡустыһы Сәлихйән Хафиз улының һөйләгәндәрен яҙып алып өлгөрмәнем. Хәл-әхүәл белешеүҙәрҙе лә, күрешеүҙәрҙе лә күсерә килгәнем үкенес. Ә күпме хәтирә, күпме уй, күпме зар, күпме тормош моңо ине уның күңелендә... Иҫәндәрҙең ҡәҙере үҙҙәре киткәс кенә беленә шул...” тигәне иҫемдә бер танышымдың. Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел” ти халыҡ. Бынан быуатҡа яҡын элек киләсәктәге имен тормош өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән, балалыҡтары, йәшлектәре урланған иҫ китмәле сабыр, ныҡ һәм ғорурланырлыҡ кешеләрҙең – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡәҙерен белһәк ине.
Сал сәслеләр һирәгәйгән һайын... Үтер йылдар. Тотош илдәге һуңғы ветеран күҙен йомор. Үҙе менән бар үткәндәрен, уй-кисерештәрен алып китер. Үкенерлекме, көйөнөрлөкмө, уйланырлыҡмы?.. Йылдар менән һаналған ғүмер юлында сал сәслеләрҙең ҡәҙере һанланһын ине, беҙҙең өсөн тыныс тормош бүләк иткән шул ветерандарҙың урыны иҫән саҡтарында түрҙә булһын, йылы һүҙҙән, йылы ҡараштан һәм ихтирамдан айырылмаһын ине улар...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Беҙ – хәүефһеҙ республика

Беҙ – хәүефһеҙ республика 17.11.2018 // Йәмғиәт

Республика халҡы менән тиҙ генә кире бәйләнеш булдырыу өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

Тотош уҡырға 18

Әллә ҡыш, әллә йәй...

Әллә ҡыш, әллә йәй... 17.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфөлә урыны-урыны менән боҙло ямғыр яуып үтте....

Тотош уҡырға 29

Юлсылар эште туҡтатты

Юлсылар эште туҡтатты 17.11.2018 // Йәмғиәт

«Приуралье” юл идаралығы Өфө – Ырымбур юлын ремонтлауҙы туҡтатырға булды. Был ҡарарҙы ул үҙе...

Тотош уҡырға 34

Кокорин урамында ҡурҡыныс

Кокорин урамында ҡурҡыныс 17.11.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа Кокорин урамында “ПАЗ” маркалы автобус янып киткән. Янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенең диспетчер...

Тотош уҡырға 46

Эсәр һыу таҙа булһын!

Эсәр һыу таҙа булһын! 17.11.2018 // Йәмғиәт

Ҡариҙел ауылында һыу үткәргестәрҙе йүнәтеү, яңыларын төҙөү йәһәтенән район хакимиәте махсус ҡарар...

Тотош уҡырға 30

Подъезына ҡарап йортон ярат

Подъезына ҡарап йортон ярат 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандағы күп ҡатлы йорттарҙың байтағында подъездар насар хәлдә. Уларҙың күпселеге капиталь...

Тотош уҡырға 51

Парктар төҙөкләндереләсәк

Парктар төҙөкләндереләсәк 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда парктарҙы төҙөкләндереү буйынса төбәк программаһы әҙерләнәсәк һәм ҡабул ителәсәк....

Тотош уҡырға 30

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ»

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ» 17.11.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында төбәк етәксеһе Күп функциялы үҙәк эше менән танышты....

Тотош уҡырға 41

Радий Хәбиров: «Ауылдыҡы менән бергә ҡала медицинаһы ла иғтибар талап итә»

Радий Хәбиров: «Ауылдыҡы менән бергә ҡала медицинаһы ла иғтибар талап итә» 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡараусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәрен...

Тотош уҡырға 34

448 кеше һәләк булған

448 кеше һәләк булған 17.11.2018 // Йәмғиәт

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын хәтергә алыу...

Тотош уҡырға 42

Дауаханала шартлау

Дауаханала шартлау 17.11.2018 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә Өфөләге 21-се ҡала дауаханаһында шартлау тауышы яңғырауы хаҡында...

Тотош уҡырға 27

Күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан азат итәләр

Күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан азат итәләр 16.11.2018 // Йәмғиәт

Күмәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙә ата-әсәнең (уллыҡҡа алыусының) йәки опекундың берәүһен транспорт...

Тотош уҡырға 81