Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Мең иле егете“ ...Эйе, әйткәнемсә, меңдәр ― борондан ҡеүәтле, яман яусыл ил. Әле беҙ малай саҡта олатайҙарыбыҙ, дошман яуы килеү хәүефе тыуһа: “Меңдәргә сапҡын ебәрәйек, улар ярҙам итһә, бирешмәбеҙ”, – ти торғайны. Заманында ырыуҙарығыҙ Аралдың көн тарафында ла, Куһаҡ (Зәрәфшан) һыуы буйҙарында ла ер биләгән, үҙ бейҙәре булған икән. Бер ғәрәп йөрөксөһөнөң яҙмаһында: “Иштәк тип йөрөтөлгән мең ырыуынан егермеләп хөкөмдар (хакимдар) сыҡҡан, улар Әмир Тимерҙән утыҙ-ҡырҡ йыл элек Сәмәрҡәнд, Бохара яҡтарын ҡулда тотҡан”― тигән юлдарҙы уҡығаным хәтерҙә. Ураҙас бей тигәндәре бигерәк тә ҙур көскә эйә булған икән...”


Был һүҙҙәр Әхиәр Хәкимовтың “Каруан” романынан. Үҙенең ырыуын, йәғни меңдәрҙе нисек баһалай, данлай һәм, ғорурланып, яҙыусы “борондан ҡеүәтле, яман яусыл ил” ти!
Һигеҙ роман, ун өс повесть, байтаҡ хикәйә авторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, РСФСР-ҙың Максим Горький исемендәге дәүләт, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Ғәлимов Сәләм исемендәге Башҡортостан комсомолы премиялары лауреаты Әхиәр Хәсән улы Хәкимов 1929 йылдың 23 авгусында Дәүләкән районына ҡараған Өршәк йылғаһының һул яғында, зифа талдар ҡыуағы уртаһындағы Яңы Йәнбәк ауылында донъяға килгән. Бында элек-электән Өршәк-Мең башҡорттары йәшәй. Һөйләштәре үҙенсәлекле. Фольклорсы Риф Сөләймәнов ошо төбәктән үҙенсәлекле йыр яҙып алған.

Өршәк буйы

Өршәккәй ҙә буйы туғай-туғай,
Туғайларҙа берәү ҡул болғай.
Уңнарға ла болғай, ҫулларға ла болғай,
Ҫеҙ дуҫларҙың берәүҫе буғай.
Өршәккәй ҙә буйы, ай, бүтәгә
Ат айҡаларын күтәрә.
Йыр йырлауҡайлары тәсбих түгел,
Әҙерәк-әҙерәк күңел күтәрә.
Ошо сихри төбәктә үҫкән Әхиәр Хәкимов ун биш йәше тулыр-тулмаҫтан, полк улы сифатында, 3-сө Украина фронтының 103-сө гвардия уҡсылар дивизияһында Бөйөк Ватан һуғышында радист булып ҡатнаша. Яу яланындағы ҡаһарманлығы II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Бөйөк Ватан һуғышында еңгән өсөн”, “Вена ҡалаһын алған өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән баһалана. Иштәк тип йөрөтөлгән Мең ырыуының “яусыл егете” икәнлеген иҫбатлай. Һай, егеттәрҙең егете!
Һуғыш яланынан ҡайтҡас, Әхиәр Хәкимов Дәүләкән педагогия училищеһын тамамлай. Уҡытыусы булып Үзбәкстанда, Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында эшләй. Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Максим Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡый һәм филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Бер аҙ Өфөлә “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләп ала ла Мәскәүгә китә. Унда “Литературная газета”ла оҙаҡ йылдар бүлек мөдире вазифаһын башҡара.
Әхиәр Хәкимовтың йәшәү девизы бөйөк фарсы шағиры Омар Хәйәмдең ошо робағийылыр:
Күҙ асып та өлгөрмәҫһең, ғүмер үтер,
Һәр мәлеңә үҙең һал һин йәйғор күпер.
Бел: донъяның төп асылы – ғәзиз ғүмер,
Ҡалай итһәң, ғүмер шулай үтеп китер.
Шуғалыр ул ғүмеренең һәр минутын ижад менән үткәрергә ынтыла. “Ҡуштирәк”, “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сыңы”, “Дауылдан ҡотолоу юҡ”, “Каруан” романдары, “Туй”, “Күпер”, “Йәйғор”, “Бәйге” повес­тары, күп хикәйәләре һәм башҡа ташҡа баҫылған ижад емештәре яҙыусының үҙенә алған девизын раҫлай.
Бында тағы шуны өҫтәү кәрәк: Әхиәр Хәкимов тәржемәләр менән дә шөғөлләнә, үҙенең проза әҫәрҙәренән тыш, ул башҡорт халҡының йөҙөк ҡашы, шиғри юлдар менән яҙылған мәңге юйылмаҫ мифологик эпосы “Урал батыр”ҙы әҙәби үҙенсәлектәрен һаҡлап, руссаға ауҙарҙы. Уның ошо хеҙмәте нигеҙ итеп алынып, “Урал батыр” байтаҡ сит телдәргә тәржемә ителде. Ул ижадташтарының әҫәрҙәренә баһа бирә белде, Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса монография, байтаҡ рецензиялар яҙҙы. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте: наградаларына СССР-ҙың “Почет Билдәһе”, Халыҡтар дуҫлығы ордендары өҫтәлде. Дәүләкән районы һәм ҡалаһы хакимиәте үҙенең хөрмәтле яҙыусыһына ҡаланың уртаһында, Дим йылғаһына яҡын ғына кирбестән архитектура ҡомартҡыһы баһаһына лайыҡ күркәм ижад йорто һалып бирҙе. Әле ошо йортта Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы. Милли әҙәбиәт музейы етәкселеге, Дәүләкән районы һәм ҡалаһы хакимиәте инициативаһы нигеҙендә Башҡортостан Хөкүмәте 2004 йылдың 17 сентябрендә был музейҙы рәсмиләштерҙе. Хәҙер был мемориаль йорт-музейҙы республика, район, ҡала йәмәғәтселеге үҙ итеп, күренекле яҙыусының һәр йыл һайын тыуған көнөн уҙғара. Әҫәрҙәре буйынса конференциялар, симпозиумдар ойошторола. Бында шулай уҡ Дәүләкән районы һәм ҡалаһында йәшәгән шағирҙарҙы, драматургтарҙы, прозаиктарҙы, үҙешмәкәр композитор­ҙарҙы берләштергән “Дим” ижади берекмәһе эшләй.
Музейҙа ҡомартҡылар ҙа бар. Яҙыусының төрлө телдәрҙә сыҡҡан китаптары, әҫәрҙәре баҫылған журналдар, романдарының ҡулъяҙмалары һәм уларҙың төрлө варианттары, Мәскәү, Башҡортостан, Татарстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм башҡа төбәктәрҙең, илдәрҙең әҙәбиәт, сәнғәт, дәүләт эшмәкәрҙәре менән бергә төшкән фотолары менән танышырға була. Дәүләкән районы һәм ҡалаһы йәмәғәтселеге, музей хеҙмәткәрҙәре ошо төбәктә тыуған йә ижад иткән яҙыусылар Сафуан Яҡшығолов (1871–1931), Баязит Дим (1909–1945), Рәсимә Ураҡсина (1950–2015) һәм күренекле сәнғәт әһелдәренең тормошо һәм ижады тураһында материалдар туплаған. Улар музейҙың бер мөйөшөн йәмләп тора.
Мемориаль йорт-музейҙа яҙыусы ғаиләһе менән йәшәгән бүлмәләр, ундағы йыһаздар шул көйөнсә һаҡлана. Әхиәр Хәкимовтың үҙәк бүлмәлә ҡуйылған портреты һәр кемде уйландыра, хисләндерә. Таулы Дағстандан килеп Башҡортостанды үҙ иткән рәссам Абдулла Абдулали улы Абдулатипов ижад иткән был картинаны. Ул үҙе даргин милләтенән, ләкин Әхиәр Хәкимовтың портретын ижад иткәндә башҡорттоң холоҡ-фиғелен, уй-хистәрен, кешеләргә мөнәсәбәтен, ынтылышын сағылдырып эшләгән.
Музейҙан һәр кем уйланып, әҙәбиәтебеҙҙең тағы бер сағыу вәкиле ― Әхиәр Хәкимов ижады һәм тормошо менән танышыуына ҡыуанып, ҡанатланып сыға.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфөлә ер убылды

Өфөлә ер убылды 19.11.2018 // Йәмғиәт

Төндә баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә ер убылып, ике автомобиль зыян күрә. Ваҡиға Һаҙлыҡ...

Тотош уҡырға 8

Ниндәй ҡала иң таҙаһы?

Ниндәй ҡала иң таҙаһы? 19.11.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙәге миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында Өфө таҙалыҡ буйынса бишенсе урынды алды....

Тотош уҡырға 17

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған 19.11.2018 // Йәмғиәт

Барыһына ла Баста исеме аҫтында билдәле булған йырсы Василий Вакуленконың ошо арала “Бэлла исемле...

Тотош уҡырға 24

Атайҙар кәңәш ҡорҙо

Атайҙар кәңәш ҡорҙо 18.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 73

Был – спектакль түгел

Был – спектакль түгел 18.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн янғын һүндереүселәр Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры...

Тотош уҡырға 82

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”!

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”! 18.11.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй....

Тотош уҡырға 53

"Беҙҙең Зөләйха инәй"

"Беҙҙең Зөләйха инәй" 18.11.2018 // Йәмғиәт

Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип...

Тотош уҡырға 42

Өс коопертив ярҙам алды

Өс коопертив ярҙам алды 18.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының “Оло Теләк”, “Родное село”, “Иван-Казанка” ауыл хужалығы коопертивтары ауыл...

Тотош уҡырға 43

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте 18.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа...

Тотош уҡырға 69

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә 18.11.2018 // Йәмғиәт

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут...

Тотош уҡырға 90

Табиптар өсөн – 125 миллион һум

Табиптар өсөн – 125 миллион һум 18.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен...

Тотош уҡырға 52

Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 97