Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Онотоу мөмкин түгел
Онотоу мөмкин түгелКомандировканан һуң ҡайтһам да, редакцияға һуғылып сығырға кәрәк, тигән ниндәйҙер эске тойомлау эшемә илтте. Инһәм, коридорҙа ике апай, “Кемгә мөрәжәғәт итәйек”, тип аптырап тора.

– Кемде эҙләйһегеҙ? – тип ҡыҙыҡ­һындым.
– Беҙгә кем булһа ла ярай, бер мәҡә­лә яҙырға ине. Үҙебеҙ яҙа алмаҫбыҙ...
– Ҡайҙан булаһығыҙ?
– Сығышыбыҙ менән Белорет райо­нының Асы ауылынан, үҙебеҙ Өфөлә торабыҙ.
– Бәй, мин дә шул райондан бит. Ниндәй йомош менән йөрөйһөгөҙ?
– Олатайыбыҙ Алсынбай Түлебаев­тың 13 балаһы булһа ла, уларҙың ете улына ғына буй еткерергә яҙа: Мосауир, Мостафа, Мортаҙа, Мәхмүт, Мәүлит, Мөҙәрис, Иҙрис. 1914 йылғы Мостафа, бала саҡтан аяғы зәғиф булғанға, һуғышҡа алынмай. Мосауирҙы (1912 йылғы), Мәхмүтте (1925 йылғы), Мортазаны (1918) фронтҡа алып китәләр. Яуҙа әсирлеккә эләккән Мосауир баба­йыбыҙ аҙаҡ Сталин репрессияһына эләгә, – тип улар туғандарының яҙмышы хаҡында туплаған мәғлүмәт менән уртаҡлаша башланы.
Рәғиҙә Мостафа ҡыҙы менән Миңнур Иҙрис ҡыҙы Түлебаеваларҙы атайҙа­рының бер туған ағайҙарының яҙмышы һәр саҡ ҡыҙыҡһындыра. Әле ете ағалы-ҡустылы араһынан Иҙрис Алсынбай улы ғына иҫән.
Һуғышҡа алынғанға тиклем Мортаҙа Алсынбай улы Баймаҡ районында йәшә­гән. Ул 1942 йылдың 23 февралендә Баймаҡ районының хәрби комиссариатынан фронтҡа китә. Егет артиллерия училищеһы курсанты була, Һарытау өлкәһенең Разбойщина ауылындағы 650-се часҡа ебәрелә. 1944 йылда уның менән бәйләнеш өҙөлә.
Ҡатындар үҙҙәрендә һаҡланған фронт хатын да алып килгән. Уны уҡыйбыҙ:
“Атай һәм әсәй!
Онотоу мөмкин түгелҺеҙгә һағынышлы сәләмдәр ебәреп, тормошоғоҙҙа сәләмәтлек теләйем. Шул уҡ ваҡытта ҡустыларға, туған­дарға ла сәләм.
Атай, мин хәҙергә Рубинский ҡала­һындамын, йәшәү һәм хеҙмәт итеү яҡшы һәм һеҙгә лә яҡшыраҡ тормош теләйем. Һеҙгә яңы адрес яҙам, ошо хатты алыу менән үҙгәрештәрҙе һәм яңылыҡтарҙы яҙығыҙ. Ярай хушығыҙ, һағынып улығыҙ М.А.Т. 28/VII – 43”.
– Ошо бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге туғандарына ҡарата күпме һөйөү һыйҙырған бит, – тип Миңнур апай күҙ йәштәрен һөрттө.
Миңнур Иҙрис ҡыҙы Мортаҙа Алсынбай улы тураһындағы мәғлүмәтте 2013 йылда эҙләй башлай. Тәүҙә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең архивына мөрәжәғәт итә. Башҡа сығанаҡтарҙан эҙләй торғас, “Донесение о безвозвратных потерях” сайтында яугир тураһында мәғлүмәткә юлыға. Унда: “Түлебаев Муртаза Алсынбаевич, 1918 г. рождения, урож. д. Ассы Белорецкого р-на, командир огневого взвода, сержант, погиб: 11.12.1944 г. похоронен: Польша, мемориал Марии”, тиелгән.
“Мортаҙа бабайҙың ҡатыны Баймаҡ районынан булған. Берәйһе уның тураһында белмәйме икән?” – ти апалы-һеңлеле Түлебаевалар. Гәзит уҡыусылар араһынан да берәй хәбәр булыр тип өмөтләнә улар.
Мәхмүт Түлебаев иһә һуғышҡа китер өсөн үҙенә йәш өҫтәп яҙҙырта һәм 1942 йылдың ғинуарында Белорет районының хәрби комиссариатынан фронтҡа алына. Уҡсы була. 1945 йылдың 15 ғинуарында Польшала үлеп ҡала. Ул Варшава ҡалаһындағы йәһүд ҡала зыяратында ерләнгән.
Бына шулай, һуғыш яралары 73 йылдан һуң да уңалмай. Ваҡыт үткән һайын дәһшәтле йылдарҙың шаһиттары кәмей барһа ла, яралар бер ҙә уңалмай, хәтер ҙә юғалмай. Илебеҙ өсөн башын һалған һәр яугирҙең яҙмышын асыҡлап, уны тарих биттәренә теркәү — беҙҙең һәм киләсәк быуындың изге бурысы.
Рәғиҙә һәм Миңнур Түлебаевалар, туғандары ерләнгән ҡәберҙәрҙе барып күрергә теләк-ниәттәре барлығын белдереп, бәйләнештә торорға һүҙ ҡуйышып хушлашты. Атайҙарының ағаларының яҙмышын йөрәк аша үткәреп, туғандарының хатын күҙ йәше аша илап уҡыуҙары “Үлмәй батыр даны” тигән һүҙҙәрҙең шул тиклем хаҡ әйтелеүе тураһында һөйләй.
Эйе, эҙләйек, табайыҡ, мәңгеләштерәйек батырҙарҙың исемен. Бер кем дә онотолмаған һәм бер кем дә онотолорға тейеш түгел!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өс бала һәләк булған

Өс бала һәләк булған 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазыла фажиғә: бөгөн төндә Ҡандра ауылында өс кескәй бала янғында һәләк булған....

Тотош уҡырға 137

Әсәләре күңел асҡан

Әсәләре күңел асҡан 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазы районының Ҡандра ауылындағы янғында дүрт һәм ике йәштәрҙәге өс баланың ғүмере ҡыйылған....

Тотош уҡырға 216

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр 16.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъяны ап-аҡҡа күмеп ҡар яуа, тауҙар өйөлә... Үкенескә ҡаршы, әлегә был турала хыялланырға...

Тотош уҡырға 84

Бәхет өсөн ябай ғына нәмәләр ҙә етә

Бәхет өсөн ябай ғына нәмәләр ҙә етә 16.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова кисә...

Тотош уҡырға 90

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк 16.12.2018 // Йәмғиәт

- Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эшләй...

Тотош уҡырға 67

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында "Сапсан-Арена" асыҡ боҙ һарайын асыуҙа ҡатнашты....

Тотош уҡырға 92

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы 15.12.2018 // Йәмғиәт

Петровский балалар йортонда Радий Хәбиров менән осрашыу бында тәрбиәләнеүселәр өсөн ҙур байрамға...

Тотош уҡырға 83

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 142

Ярай әле кешеләр булмаған

Ярай әле кешеләр булмаған 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән....

Тотош уҡырға 178

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты....

Тотош уҡырға 80

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам”...

Тотош уҡырға 86

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында...

Тотош уҡырға 54