Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ветеран – тәрбиә шишмәһе ул
Ветеран – тәрбиә шишмәһе улҮҙем дә ветерандар рәтендә­мен, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башлан­ғанда Ейәнсура районының Сәғит баш­ланғыс мәктәбенең I класына уҡырға барҙым. Ауылдың ир-егеттәре Тыуған илде һаҡларға киткәс, колхоз эше беҙҙең кеүек малайҙар иңенә төштө: 1943 йылда, ун йәштә, колхоздың “ударниктары” исемлегендә инем. Ас-яланғас Бөйөк Еңеү көнөн ҙур түҙемһеҙлек менән көтә инек, тамағыбыҙ икмәккә туйыр, тигән ышаныслы өмөттә йәшәнем. Бәлки, шуғалыр ҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына айырыуса йылылыҡ, оло ихтирам менән ҡарайым.
Шундайҙарҙың береһе – Хәсән Мәжи­тов. Ул 1923 йылда Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында тыуған. Булыр бала – бишектән, ти халыҡ. Хәсән Барлыбай улы тиңдәштәре менән уйнағанда ла үҙен өҫтөнөрәк тота йәки “командир” бу­лырға тырыша. Әмәлгә ҡалғандай, ошо ролде бик оҫта һәм уңышлы башҡара, шуға­лыр дуҫ-иштәре уны ихтирам ит­кән. Күрәһең, ошо сифат һәм ғәҙәт уға ғүмерлеккә йәбешкәндер, бөтә тормошо буйына ошо изге сифатты юлдаш итте.
Хәсән Мәжитов педагогик хеҙмәтен башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Бала күңелле, мәктәп тормошон ярат­ҡан кешегә был һөнәр ғүмерлеккә әйләнә, ул уҡытыусылыҡтан тыш үҙенең йәшәү рәүешен күҙ алдына ла килтермәй, тормош мәғәнәһен тап мәғарифта таба. Балаларға аң-белем, тәртип, йөрәк йылыһын биреп эшләп йөрөгәндә, 1943 йылда, Тыуған илде һәм Европаны фашизмдан ҡотҡарыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышына китә. Яуҙың аяуһыҙ булыуын, ата-әсәләрҙең, һалдаттарҙың, бала­лар­ҙың үлеп ятыуын йәки ярҙам һорап саҡырыуҙарын үҙ күҙҙәре менән күрә, етем балаларҙың һоранып йөрөүҙәренә йөрәге әрней, тыны ҡыҫыла, һыҙлана. Ошондай ҡайғы-һағыштарҙы алып килгән дошманға нәфрәте көсәйә. Һуғыш яландарында үлем менән күҙмә-күҙ осрашҡанда ла Тыуған ил, балалар хаҡында уйлай һалдат, йәнен-тәнен йәллә­мәй азатлыҡ яуларға тырыша. Хәҙер ҙә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һөйләгәндә үҙен тыныс тота алмай, тулҡынлана, хатта йөҙө үҙгәреп китә. Ошондай фажиғә ҡабатланмаһын инде, тип теләй ул.
Һуғыштан ҡайтҡас та, Хәсән Барлыбай улы хеҙмәтен мәғариф­ҡа бағышларға тырыша. Ниһайәт, уның уй-теләге ҡабул була: ул Күгәрсен районында балалар йорто директоры итеп тәғәйенләнә. Һуғыш фажиғә­ләренең уртаһында йөрөгән, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған етәксе етем балалар­ҙы үтә яҡын күрә, уларға иғтибар­лы булыуҙы тормош ҡағиҙәһе итеп ала. Уҡыусыларҙан һәм тәрбиәселәрҙән дә шуны талап итә, сөнки улар етемдәрҙең ата-әсәһен алмаштырыу вазифаһын башҡара. Хәсән Мәжитов балалар йортоноң матди базаһын нығытыу, уҡытыу-тәрбиәнең сифатын яҡшыртыу буйынса күп эшләй. Ул ваҡытта балалар йортонда тәрбиәләнеп, бөгөн иҫән-һау йәшәгәндәр директорҙы ихлас күңелдән хәтергә алып һөйләй. Улар ҙа бит хәҙер 70-80 йәште үткән. Ул етәкселек иткән балалар йорто республика кәңәшмәлә­рендә, йыйылыштарҙа гел генә ыңғай яҡтан телгә алына, уның эш тәжрибәһен өйрәнеп, эштә файҙа­ланыу тәҡдим ителә. Халыҡ араһында, балалар һәм педагогия коллективы алдында Хәсән Барлыбай улының абруйы бермә-бер күтәрелә, уны маҡтайҙар, эшенә һоҡланып ҡарайҙар. Хеҙмәт һөйгән кеше район етәкселәренә лә тынғы бирмәй. Уның мөмкинлектәрен башҡа өлкәлә лә файҙаланыу маҡсаты тыуа.
Бер көн партияның район комитетына саҡырып, уға бер колхозды ҡабул итергә тәҡдим яһайҙар. Хәсән Мәжитов баш тартып тормай, сөнки ул белә: әгәр райком тәҡдим итә икән, барыбер үтәлешен талап итәсәк. Шулай итеп, ул колхоз идараһы рәйесе булып китә һәм бик яҡшы эштәр башҡара. Әммә уны һаман мәғариф үҙенә тарта, арбай. Быны күреп торған етәкселәр уны район хакимиәте­нең мәғариф бүлеге етәксеһе итеп билдәләй.
Ул ҡолас йәйеп эшкә тотона, көн-төн мәктәптәрҙән ҡайтып инмәй, сөнки ул киләсәк быуын яҙмышын ышанып уға тапшырыуын яҡшы аңлай. Һуғыш ветераны хәҙер ҙә үҙен иң бәхетле кеше итеп һанай, сөнки легендар шәхесебеҙ, халҡыбыҙҙың яратҡан һәм абруйлы ҡыҙы Фатима Мостафина апай, мәғарифты яҡшы белгән, уҡытыу-тәрбиә эшен үҙ елкәһендә татыған, һуғыш ветераны Сабир Йыһаншин министр­лыҡты етәкләгәндә эшләне, улар менән йыш ҡына кәңәшләште. Сабир Йыһаншин (хәҙер уға – 94 йәш) әле лә Хәсән Барлыбай улына сәләмдәрен ебәреп тора.
Хәсән Мәжитов мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға, емерек биналарынан ҡотолорға, мәғарифты юғары белемле уҡытыусылар менән тулыландырыуға айырыуса иғтибар бирҙе. Колхоз-совхоз етәкселәре ныҡ ярҙам итте, сөнки улар йәш быуынды үҫтереүҙә мәктәптең ролен яҡшы аңлай ине. Шуға ла үҙ ауылында яңы мәктәп һалдырыуға ла ҙур иғтибар бирелде. Ғөмүмән, колхоз-совхоздар ул осорҙа бик күп белем усаҡтары төҙөнө. Хәсән Мәжитовтың эшлекле, оҫта ойоштороусы булыу һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәне – ул ваҡытта Күгәрсен районы тәүге тапҡыр республиканың күсмә Ҡыҙыл байрағын яуланы, мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса еңеүсе тип табылды, район мәғарифына дан өҫтәлде.
Әлбиттә, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа мәғариф бүлеге мөдире булып эшләү еңелдән булманы: матур мәктәптәр төҙөү һәм етем балаларҙы белемле һәм тәртипле итеү кәрәк ине. Был вазифаны Хәсән Барлыбай улы саф намыҫы менән үтәне. Был изге эшкә ата-әсәләрҙе, тотош йәмәғәтселекте йәлеп итте. Ә быны абруй йөрөткән кеше генә башҡара ала, халыҡ мәғарифы дөйөм халыҡ хәстәрлегенә әйләнде.
Ветеран – тәрбиә шишмәһе улМин Хәсән ағай менән йышы­раҡ осрашырға, мәғариф проблемалары тураһында күберәк һөйләшергә тырыша инем, сөнки уның менән һәр аралашыу оло һабаҡ булды, күп нәмәгә өйрәндем унан.
Тағы бер матур сифаты булды: ул бөгөнгө хәл менән сикләнмәне, мәғарифтың киләсәге тураһында ҡайғыртты. Үҙенә алмаш әҙер­ләүҙе оло бурысы итеп һананы. Шуға күрә республика кимәлендә үткән ҙур йыйылыштарға, кәңәштәргә үҙе менән һәр ваҡыт Сулпан Ғайсинды алып йөрөнө. “Минең урыныма ҡаласаҡ, районда мәғарифты етәкләүсе буласаҡ”, – тип йәшермәй әйтә торғайны. Ысынлап та, унан һуң күп йылдар мәғариф бүлеген Сулпан Ғайсин алып барҙы, бик күп яҡшы эштәр башҡарҙы ул, уның эшләү дәүерендә мәғариф йылдам үҫте, мәктәптәр дипломлы кадрҙар менән нығытылды.
Хәсән Мәжитов әле лә педагог булып ҡала, өйҙә ултырырға яратмай. Мәктәп, балалар тауышы уны үҙенә тарта. Әйткәндәй, балаларҙы яратыуы хатта ғаиләһенә лә күскән. Әлфиә Бәҙретдин ҡыҙы менән (ул да уҡытыусы) ете балаға, ейән-ейәнсәрҙәргә ҡарап һөйөнөп йәшәйҙәр, бөйөк ата-әсә исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәләр.
Эйе, Хәсән Барлыбай улы Мәжитов бөгөн абруйлы педагог ҡына түгел, ә мәғариф тарихын, мәғариф энциклопедияһын үҙендә һаҡлаусы оло шәхес булып тора. Әле Бөйөк Еңеү көнө алдынан һәр кем, һәр мәктәп уның менән осрашырға, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында күберәк белергә тырыша, уның аша һуғыш фажиғә­ләрен йәш быуындарға еткерергә ынтыла, был ауырлыҡтың ҡабатланмауын теләй.
Ә Хәсән Барлыбай улы ошо замандарҙың вәкиле, ваҡиғаларҙың тере шаһиты булараҡ бөтә һорауҙарға ла аныҡ яуап бирә, сөнки ул – бөтәһен дә үҙ башынан үткәргән, үҙ иңендә татыған оло абруйлы һуғыш һәм педагогия хеҙмәте ветераны.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 0

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 0

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 0

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 0

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 0

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 0

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 0

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 0

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 2

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 44

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 54