Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Борай Үлмәҫбайы
Борай Үлмәҫбайы1941 йылдың 21 июненән 22-һенә ҡараған тыныс, йылы, сих­ри төн. Борай районының Салҡаҡ урта мәктәбен тамамлаған сығарылыш класы уҡыусылары өсөн, илдең төрлө төбәгендә йәшәгән башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк, үҫмер йылдар менән хушлашып, үҙаллы тормошҡа әҙерләнгән мәл. Унынсыны тамамлаған ун алты уҡыусы, шатланып-ҡыуанып, оло маҡсаттар менән алһыу таң беленгәндә генә таралыша. Әммә егет-ҡыҙҙарҙың яҡын киләсәккә ҡорған яҡты хыялдары селпәрәмә килә. Сағыу нурҙарын йәлләмәйенсә көлтәләп һибеүсе ҡояштың төшлөккә еткән мәлендә Салҡаҡта ла аяҙ көндә йәшен күкрәүенә тиң шомло хәбәр тарала. Егет-ҡыҙҙар өсөн оло тормош юлында осраған тәүге һынау Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

Дөрөҫ, Салҡаҡ мәктәбен та­мам­лаған Оло Баҙраҡ ауылы егет­тәре Рәфҡәт Хәбибуллин, Хәлил Сәмиғуллин, Ғәбделхәй Биккинин һәм Тажетдин Ғиләжетдинов был хәбәрҙе әллә ни ҙур хәүеф булараҡ ҡабул итмәй. Күптән түгел фин һуғышы еңеү менән тамамланды бит. Көс был юлы ла беҙҙең яҡта булыр, тигән фе­керҙә ҡала улар. Йәш егеттәр, әлбиттә, яңылышмай. Әммә ана шул Еңеүгә тиклем аяуһыҙ юл үтергә, ҙур юғалтыуҙар кисерергә тура килә уларға. Донъяуи әһәмиәттәге ошо тарихи ваҡиғаны бер ҡатлы дыуамал һығымта эшләгән әлеге дүрт егеттең береһе — Советтар Союзы Геройы Тажетдин Ғиләжетдинов яҙмышы аша ла ҡарайыҡ.
Хәрби хеҙмәткә ул дуҫы Рәфҡәт менән ҡырҡ икенсе йылға сыҡҡас алына. 23 февралдә Өфө­нән Ҡаҙағстанға хәрби училищеға ебәреләләр һәм март башында Гурьев ҡалаһына барып етә улар. Дуҫтарҙы айырмайҙар, Рәфҡәт менән Тажетдин миномет рота­һына бергә эләгә. 1942 йылдың декабренә тиклем уларҙы хәрби серҙәргә өйрәтәләр. Тажетдин училищены лейтенант дәрәжә­һендә тамамлай һәм, ғөмүмән, Борайҙан күп кенә иптәштәре офицер булып китә. Шул уҡ йылдың 12 декабрендә улар уҡыу йортон тамамлауҙы билдәләй, тик был юлы йыр-моң, артыҡ шаярыуҙарға урын ҡалмай. Бөтә егеттәрҙе уртаҡ маҡсат берләштерә. Ул да булһа — дошманды тар-мар итеп, Еңеү яулау.
Ун һигеҙ йәшлек егеттәр, шулай итеп, һуғышҡа инә. Тажетдин 48-се армия составына ҡараған 120 миллиметрлы миномет диви­зияһына йүнәлтмә ала. Ҡырҡ өс­төң ғинуарында Ростов өлкәһенең Большая Кирсановка ауылы эргәһендә лейтенант үҙ взводын ҡабул итә. Клас­ташы Рәфҡәт иһә бишенсе армияға эләгә. Ысын дуҫлыҡҡа йыраҡ аралар, ауыр­лыҡтар кәртә була алмай, егеттәр даими хатлашып тора, ләкин уларҙы һуғыш айыра. Мәңге­лек­кә... Бер ни тиклем ваҡыттан Тажетдин Рәфҡәттең һәләк булыуы тураһында хәбәр ала...
Моғайын, йәп-йәш егеттәргә ҡурҡыу хисен еңергә дошманға ҡарата уянған нәфрәт, үҙҙәре һәм яу ҡырында башын һалған иптәштәре өсөн йәшәргә булған теләк ярҙам итәлер. Һуғыш уларҙың ғүмерҙәренең иң матур миҙгелен урлай, әммә аҙаҡҡаса йәшнәп йәшәү теләген һүндермәй, һуғыш уларҙың йәшлегенә ҡул һуҙа, әммә дыуамаллыҡтарын һындыра алмай.
Тажетдин хеҙмәт иткән 48-се армия Украина ерендә. Таганрогка юл алған мәл. Мариуполде үтеп, Мелитополгә ет­кәндә, геро­йыбыҙ ауыр яралана. Мариу­пол­дән алыҫ түгел Ильич исемендәге завод шифаханаһында урын­лашҡан госпиталдә Тажетдиндең һул аяғына операция эшләйҙәр. Артабан дауаланыр өсөн Донбасс яғына, теүәлерәк әйткәндә, Чистяково ҡалаһына ебәрәләр.
— Был ҡалала мосолмандар күп йәшәй икән. Шулар менән дуҫлашып киттем. Бер тапҡыр хатта ат менән килеп алып, мине ғәйет уҡыған ергә алып барҙылар, — тип хәтерләй Тажетдин Баһауетдин улы, — икенсе юлы киноға саҡырҙылар.
Клуб кассаһында яҡташыбыҙ аптырап ҡала. Баҡтиһәң, был юлы Яков Протазанов яңы ғына төшөрөп бөткән “Салауат Юлаев” фильмын күрһәтәләр икән. Тажетдиндең йөҙө яҡтырып китә. “Был бит минең тыуған яҡтар тураһында, — ти ул иптәштәренә. Шулай тигәс, башҡаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу арта. Дәртләнеп киткән егет күп уйлап тормай, — Салауат Юлаев минең ауылдаш ине”, — тип ебәрә.
Тажетдинде бөтәһе лә һырып ала. Кино башлана, ә йәш һалдат эре генә һәр артисҡа характеристика биреп ултырған була.
— Быныһы — атайҙың дуҫы, – тип ебә­рә береһе тураһында, — ә анау тау артында – беҙҙең ауыл, — тип ихлас йылмая. — Шулай итеп, Салауат Юлаевтың данын арттырҙым, үҙемдең дә дан артты бит, әй. Мин бит киноға төшөрөл­гән кешенең ауылдашы. Йөрьәт итеп, йөрәк етеп нисек шулай ал­да­ғанмындыр, үҙем дә һаман аң­ла­майым. Бөгөнгө күҙлектән ҡара­ғанда, шулай шәпләнергә, бәл­ки, мөмкин дә булғандыр, ни тиһәң дә, малай саҡ бит. Был хәл ҡырҡ өсөнсө йылдың октябрендә булды, миңә ун туғыҙ ғына йәш ине.
Башҡорт актерҙары төшкән, тыуған төйәгенең гүзәл ерҙәре һүрәтләнгән был фильмды ҡара­ғанда Тажетдин Баһа­уетдин улында тәү сиратта һағыныу хистәре баҫылып, Башҡортостан данын күтәргән Салауат Юлаев өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уянғандыр. Бөгөн иһә беҙгә иң ауыр, хәл иткес мәлдә тиңдәшһеҙ ҡаһар­манлыҡ күрһәткәне өсөн Советтар Союзы Геройы Тажетдин Ғиләжет­динов­тың үҙе менән маһайырға сират.
Донбасста дауаланғандан һуң 51-се армияның 216-сы уҡсы дивизияһына эләгә ул. Лейтенант Ғиләжетдинов Ҡырымды немец фашистарынан азат итеүҙә, үҙ взводы менән уларҙың хәрби көстәрен юҡ итеүҙә күп эш атҡара.
Урындағы әһәмиәттәге алыш барышында күҙәтеү нөктәһенән батареяға теүәл команда биреп, атылған снарядтың ҡайҙа ярылырын дөрөҫ самалау — уңыш нигеҙе, ә бит ул айырым оҫта­лыҡты талап итә. Тажетдин математика буйынса үҙҙәренең класында билдәле генә урынды тотҡан уҡыусы булғанғалыр ҙа, фронтта был уға ныҡлы ярҙам итә. Һуңғараҡ хатта үҙен ошо йүнәлештәге белемен камил­лаштырырға махсус курсҡа ла ебәрәләр. Ленинградтан килгән математик, доцент Туғанов Тажетдиндең мәктәптә алған һәм фронтта ғәмәли юҫыҡта ныҡлы шымарған белеменә “ах” итә, яҡшы баһалама бирә. Артабан дошман позицияһын асыҡлап, уны картаға төшөрөү, ҡаршы көстөң йыраҡлығын билдәләү тулыһынса Ғиләжетдиновҡа йөкмәтелә. Артиллеристар взводы командиры өҫтәмә йөкләмәнән баш тартмай, уны яратып башҡара, сөнки был яуаплы бурыс хәрби составты яңы алышҡа әҙерләүҙең мөһим бер өлөшө булып тора. Һөжүмгә күтәрелгәнгә тиклем үк, дошмандың ут нөктә­һен юҡ итеүгә ҡоролған бит ул эш. Шулай итеп, Тажетдин төнөн башҡа һалдаттар менән бер рәттән ташлы Ҡырым ерендә кәйлә менән окоп ҡаҙый, көндөҙ шул окоптан алыҫлыҡты билдә­ләп, картаға үҙ теркәүҙәрен төшөрә. Утлы өйөрмә күтәрел­гәндә ҡулына ҡора­лын ала, хәл иткес алыштарҙа үҙен оҫта командир итеп таныта.
...1944 йылдың 8 майы. Севастополгә табан юл алған 216-сы дивизияға тулы­һынса немецтар ҡулында булған Сапун та­уын алырға тигән команда би­релә. Дошман позицияһын тәүҙә “Катюша”лар утҡа тота. Шунан һуң, пушкаларын һөй­рәп, бейек тауға артиллерия батареяһы һал­даттары үрмәләй. Үтә лә ауырға тура килә уларға. Нисек кенә булмаһын, батарея төнөн “Катюша”лар ярҙамында таҙартылған тау үренә менеп етә, иртәнгә пушкаларҙы урынлаштырып бөтә.
Ә таңда ял итеп тә өлгөрмәгән совет һалдаттарына ҡаршы танктарҙың хәрәкәт иткәне күренә. Төп көс Тажетдин Ғилә­жетдинов етәкселегендәге взводҡа тура килә. Тәүге атыуҙан уҡ уңышҡа өлгәшә алмайҙар, шулай ҙа маҡсатҡа ирешәләр — лейтенант Ғиләжетдиновтың взводы ҡаршыһында янған дүрт танк булып сыға һуңынан. Улар йәнә дошмандың өс дзотын, ике миномет батареяһын һәм ике штурмлау орудиеһын юҡ итә.
Кино ҡарағанда, Василий Теркин менән Үлмәҫбай образдарынан ҡалыш­май, таныштарын шыма ғына тишек шоманға ултыртһа ла, хәрби уңыштар хаҡында һүҙ барғанда геройыбыҙ ғәҙеллекте үҙ итә. “Сапун тауындағы алышта өлгәшелгән уңыштар беҙҙеке генә тип әйтеү артығыраҡ булыр. Бүтән подразделениелар ҙа тик торманы бит. Унда һуғыш үтә лә көсөргәнешле булды. Әһәмиәтле еңеүгә, әлбиттә, уртаҡ һәм берҙәм көс менән өлгәштек”, — ти ул. Әйткәндәй, ошо алышта Тажетдин немец снайперының утына эләгә. Уң аяғына пуля тейеп, лейтенант йығыла. Хәтһеҙ ятҡандан һуң, атыш алға китә, батарея тор­ған урын бушап ҡала, әммә Ғилә­жетдиновты һалдаттары ташламай. Әле лә иҫендә, Псков менән Крохоров, Борцов менән Зинченко тигән яуҙаштары күтәреп ала үҙен, ана беҙ яндырған танктар, беҙҙекеләр алға китте, тип күрһәтәләр уға.
Артабан, әлбиттә, госпиталь. Опера­ция­ға бер юлы ике яралы килтерелә. Күр­ше өҫтәлдә ятҡан капитан кем булғандыр, уның ҡабырғалары араһынан үпкәһе күренеп тора. Операцияға әҙер­ләүсе шәфҡәт туташымы, әллә хирург үҙе булдымы икән, Тажетдин янында урал­ған оло йәштәге ханым: “Иптәш, аяғыңды киҫергә тура киләсәк”, — ти. Ауыр яра түгел, ошо һүҙҙәр шаңҡыта йәш егетте. Ул илап ебәрә. Шул саҡта күрше өҫтәлдә ятҡан капитан телгә килә. “Лейтенант, ты молод, все пройдет, не сдавайся”, — ти ул көс-хәл менән. Та­жетдин уны тыңлай, ампутацияға ризалыҡ ҡултамғаһы ҡуйырға тип кил­тергән ҡағыҙҙы кире ҡаға. Күрәһең, наркоз биргәндәрҙер, бер ни аңлап өлгөрмәгән Тажетдинде шул саҡ йоҡо ала. Битенә һуҡҡылағанға ғына иҫенә килә ул. Тәүге уйы “Аяҡты киҫтеләрме икән ни?” була. Ҡараһа, өҫтөнә ҡапланған аҡ япманың теге осонан баш бармағы күренеп тора. Йәшәйбеҙ, Еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, ә һуңынан тыуған яҡтарға ҡайтып өҙҙөрөп бейейбеҙ икән әле...
Тик егерме йәшлек икенсе төркөм инвалидын фронтҡа түгел, Новочеркасск ҡалаһындағы госпиталгә оҙаталар. Тимер юл вокзалына килтергәс, санитарҙар уны кәрәкле поезд вагонына аҫҡы һикегә урынлаштыра. Состав әле ҡуҙғалмаған, фронтовик тәҙрәнән тышҡа баға. Ни күрә: Богов тигән дуҫ лейтенант йөрөй. Тажетдин ҡысҡырып ебәрә. Богов вагонға яҡынлап, тәҙрәнән эскә күҙ һала. Ҡапыл ниҙер ҡысҡыра-ҡысҡыра кирегә йүгерә. Ә күп тә үтмәй, вагон тәңгәленә уларҙың полк һалдаттары йыйылып китә. Шулай итеп, Севастополь өсөн алышты уңышлы тамамлап, хәҙер Балтика буйына күсергә йыйынған полкташтары менән тимер юлда осраша ул. Һалдаттар, Тажетдинде күрергә тип, вагондың бер яғынан керә, икенсе яғынан сыға. Ике һике араһына һәр һалдат иҫтәлек ҡалдырып китә. Бәке, ҡулъяулыҡ, кисет, тағы әллә нәмәләр. Иң аҙаҡтан полк һәм батарея командирҙары инә. Улар егеткә сәғәт тапшыра һәм уны иң юғары награда — Советтар Союзы Геройы исеменә күрһәтеүҙәре тураһында әйтеп, күҙҙәре йәш менән томаланған һалдаттың арҡаһынан һөйөп сығып китә. Ут-һыуҙы бергә кискән хәрби дуҫтары менән Тажетдиндең һуңғы күрешеүе шул була.
Ошонан һуң Ғиләжетдинов шым ғына үҙәк матбуғатты күҙәтә башлай. Советтар Союзы Геройҙары исемлеген эҙләй ул. Оҙаҡламай тыуған ауылына ла әйләнеп ҡайта. Күп тә үтмәй һуғыш тамамлана. Тажетдин яуҙан ҡайтҡан иптәштәре менән ең һыҙғанып эшкә тотона. Юғары белем алыу маҡсатында Бөрө педагогия институтына уҡырға инә. Ғаилә лә ҡороп, һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, уны район хәрби комиссариатына саҡы­ра­лар. Инде онотолоп бөткәс, ҡырҡ һигеҙенсе йылда, ниһайәт, Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем үҙ хужаһын эҙләп таба.
Баҡтиһәң, Баҙраҡ ауылы урынына “д” хәрефен төшөрөп ҡал­дырып, Барак тип яҙғандар, Борай районы тигәнен Бурлин тип бил­дә­ләгәндәр. Тажетдин ҡырҡ дүр­тенсе йылдың аҙағында көткән Указ 1945 йылдың егерме дүр­тен­се мартында сыҡҡан була. Беҙҙең Геройға геройлығы тура­һындағы документтар ҡырҡ туғы­ҙынсы йылда килә, ә миҙалды алырға, һуғыш тамамланыуға биш йыл ваҡыт үткәс, Мәскәүгә үҙе бара...
* * *
Бөйөк Ватан һуғышында ҡат­наш­ҡан бик күп ветерандар менән осрашырға насип итте, һикһән­дәрен тултырып, туғыҙынсы тиҫтәләрен барлағанда ла, ысын һалдат рухында ҡалыуҙары, күкрәктәренә таҡҡан миҙалдары сыңына йәш егеттәрсә тура баҫырға, ғүмер дауылдарына бер аҙ эйелә бирһәләр ҙә, баштарын ғорур тоторға тырышыуҙары ихлас һоҡландыра. Унан да бигерәк ил ғәме менән йәшәй улар. Бөгөнгө тормошобоҙға ҡағылған иң етди мәсьәләләр, шулай уҡ ватансылыҡ хисенән мәхрүм йәш быуындың күп нәмәгә битараф булыуы борсоуға һала уларҙы, сөнки тыныслыҡ һәм азатлыҡ ҡиммәтен китаптарҙан уҡып йә киноларҙан ҡарап түгел, үҙ иңдәрендә татып белә ветерандар.
“Тормош ҡәҙерен төшөнөр өсөн, башҡаса оло юғалтыуҙар кисерергә яҙмаһын. Үҙ Вата­ны­быҙға үҙебеҙ хужа булып, йәшнәп йәшәргә теләгән беҙҙең йәшлек һеҙҙең быуынға өлгө булһын. Еңеүсе ил исемен тапламағыҙ...” Башҡа фронтовиктарҙың теләк­тәренә ауаздаш ошондай наказ менән оҙатып ҡалғайны мине Тажетдин Ғиләжетдинов. Әммә бөтә тиҫтерҙәрем өсөн ҡыйыу ғына итеп “тырышасаҡбыҙ” тип яуап биреүем ниндәйерәк әһәмиәткә эйә икән? Ҡыйыу яңғырауҙан да бигерәк, ышаныслымы был вәғәҙә? Оят, әммә күмәгебеҙ исеменән әйткән был һүҙҙең теүәл баһаһын самалай алмайым...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 0

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 0

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 0

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 0

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 0

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 0

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 0

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 2

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 44

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 54

Йомшаҡ ҡуллы,  тәмле телле “фәрештә”

Йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле “фәрештә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ул 40 йылға яҡын сәләмәтлекте хәстәрләй. Йыш ҡына мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле табиптарҙы...

Тотош уҡырға 43