Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алыпһатарҙар байый алмаҫ
Рәсәй бөйөк ваҡиғаға әҙерләнә – 14 июндән 15 июлгә тиклем Футбол буйынса донъя чемпионаты үтәсәк. Бындай сара илебеҙҙә тәүге тапҡыр уҙғарыла. Уйындар Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Ҡазан, Дондағы Ростов, Һамар, Екатеринбург, Саранск, Калининград, Волгоград, Түбәнге Новгород ҡалаларында була.

Ошондай сараларҙы файҙа­ланып, алыпһатарҙар аҡса эшләп ҡалыу яйын ҡарай. Сара үткән ҡалаларҙа һәм уларға яҡын урындарға торлаҡҡа хаҡ ҡырҡа артҡан. Билет менән дә мутлашыусылар бар.
Футбол матчтарына билет һатыуҙа хәйләләшеүгә юл ҡуймау маҡсатында, Рәсәй Федера­цияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына 14.15.2-се һәм 14.15.3-сө статьялар өҫтәлде. Законға ярашлы, хәҙер FIFA менән тейешле ки­лешеү төҙөмәйенсә билеттар һат­ҡан өсөн яуаплылыҡ ҡаралған.
Закон боҙған осраҡта граждандарға күләме билет хаҡынан – 20-нән 25, шәхси эшҡыуарҙарға һәм етәкселәргә 25-тән 30 тапҡырға тиклем административ штраф һалыу ҡаралған, ә ойошмаларға – 500 мең һумдан бер миллион һумға тиклем. Граждандарға ошондай тәртип боҙған өсөн штраф – биш мең һумдан, эшҡыуарҙарға һәм ойошмаларға 500 мең һумдан да кәм булмаясаҡ. Эшҡыуар һәм ойошмалар өсөн эшмәкәрлек­тәрен 90 тәүлеккә тиклем туҡтатыу ҙа ҡаралған.
Ялған билет һатҡан өсөн граждандарға – 50 – 70 мең һум, вазифалы кешеләргә – 150 – 200 мең һум, эшҡыуарҙарға 150 – 200 мең һум штраф һалыу йәки 90 тәүлеккә эштәрен туҡтатыу ҡаралған. Ойошмалар ялғанлыҡ менән булышһа, уларға 1 – 1,5 миллион һум штраф һалынасаҡ йәки 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлектәрен туҡтатасаҡтар.
Судья бындай административ эштәрҙе протокол алғандан һуң ун тәүлектә ҡарарға бурыслы. Ваҡытты оҙайтыу тыйыла.

Автор: Р. МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Санала  елеп кенә!

Санала елеп кенә! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта Белорет районы яҡтарына юл йышайып китте. Бирҙеғол ауылына етәрәк ат менән бесән алып...

Тотош уҡырға 63

Иң оҙондар ҡайһы ауылда?

Иң оҙондар ҡайһы ауылда? 09.12.2018 // Йәмғиәт

Район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексында төбәктәге ауыл биләмәләренең йыйылма командалары...

Тотош уҡырға 40

Урлашҡан... төрмә начальнигы!

Урлашҡан... төрмә начальнигы! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Билдәле: төрмәлә тәртип боҙғандар ултыра. Ә бына уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл булырға тейешле...

Тотош уҡырға 60

Уңайлы булһын өсөн

Уңайлы булһын өсөн 09.12.2018 // Йәмғиәт

11 декабрҙән Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Күп функциялы үҙәк “бер тәҙрә” принцибы буйынса...

Тотош уҡырға 31

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар 08.12.2018 // Йәмғиәт

Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре 25 мал ҡарау майҙансығы...

Тотош уҡырға 55

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй 08.12.2018 // Йәмғиәт

Илештәр эштә, спортта ғына түгел, ә ял итеүҙә лә ал бирмәй. Райондың ауыл биләмәләре араһында...

Тотош уҡырға 38

Офис өй туйланы

Офис өй туйланы 08.12.2018 // Йәмғиәт

Электр энергияһы ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндергән Бүздәк клиент офисы өр-яңы бинаға күсте. Элек ул...

Тотош уҡырға 40

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр 08.12.2018 // Йәмғиәт

Баҡалы районының хакимиәт башлығы Александр Андреев Туҡбирҙе ауылындағы социаль учреждениеларҙың...

Тотош уҡырға 36

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул"

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул" 07.12.2018 // Йәмғиәт

Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңылыҡты мәғлүмәт киңлегендә бик күптән көтәләр ине, тигән...

Тотош уҡырға 43

Ҙур баһа

Ҙур баһа 07.12.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы уҙғарылды. Унда...

Тотош уҡырға 75

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ 07.12.2018 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта сода етештереү маҡсатында Ҡуштауҙы эшкәртеү киләһе 30 йылда ошо тауҙағы туристик...

Тотош уҡырға 40

Вәғәҙә үтәлде

Вәғәҙә үтәлде 07.12.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 95