Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өс кешенең ғүмерен ҡотҡарған...
Өс кешенең ғүмерен ҡотҡарған...Уның хаҡында ни генә яҙһаҡ та аҙ булыр кеүек. Үҙ ғүмерен уйламай, балалар хаҡына ут эсенә инергә һәр кем батырсылыҡ итерме? Ә бына Йәнтеш ауылында йәшәгән Юлай Бикбов күптән түгел өс сабыйҙы янғындан һаҡлап алып ҡалған. “Хәҙер минең алты балам бар”, – тип шаяртып ҡуя ул.

Хәл былайыраҡ була. Март айында ауыл клубында мәҙәни сара үтә. Ағаһы Юлайҙың хәлен белергә Сибайҙа йәшәгән ҡустыһы Баязит килгән була. Улар бергәләп клубҡа сыға. Ошонда эшләгән ҡатынына Юлай төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә, ғөмүмән, һәр сарала шулай булышлыҡ ҡыла. Был юлы Бикбовтар бер аҙ алданыраҡ ҡайтырға юллана. Ағаһы ҡустыһына Йәнтеште күрһәтеү маҡсатында ауылды урап сығырға була. Юл ыңғайында ҡапыл бер йорт тәҙрәләренең эстән ҡыҙарғанын күреп ҡала. Машинаһынан тиҙ генә төшөп, шул яҡҡа йүгерә. Был йорт үҙе менән бергә эшләгән кешенеке булып сыға. “Ишле ғаилә... Балалары өйҙә булһа?..”
– Оҙаҡ уйланып торорға ваҡыт юҡ ине, – тип хәтерләй бөгөн Юлай Бикбов. – Балаларҙы нисек тә ҡотҡарырға кәрәк тигән ниәт йәшен тиҙлегендә мейегә “бәрҙе”. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте, йүгереп барып ишекте тарттым. Бикле... Нисек етте шулай асып ингәндә, өйҙә бер нәмә лә күренмәй ине. Ут, төтөн... Ишек янында биш йәшлек ҡыҙ сүкәйеп ултыра. Тәүҙә уны алып сыҡтым да башҡалары артынан керҙем. Иҙән буйлап шыуышып эҙләйем. Ҡул ниндәйҙер йомшаҡ нәмәгә төртөлгәндәй булһа, кеше икәненә инанам да тышҡа алып сығам. Үңәсенә ҡулды ҡуйып ҡарап, иҫәнлегенә ышанғас, тағы өйгә йүнәләм. Шулайтып өсәүһен ут эсенән алып сыҡтым. Ә ғаиләлә – дүрт бала... Өлкән малайҙарын таба алмағас, һеңлеһенән сығып һораным. Үҙемдең дә хәлем бөтә барғанын тоям, ләкин баланы күрәләтә ут эсендә ҡалдырып булмай бит. Шул саҡ көсһөҙ генә шыбырлау ишетелде: “Балниста, балниста...” Балаларҙың ағаһының дауаханала икәнлеген аңланым...
Ул арала ҡустыһы Баязит, клубҡа барып, ундағы халыҡҡа янғын сыҡҡанлығы хаҡында хәбәр иткәс, бөтөн кеше ярҙамға йүгерә. Бындай ваҡытта һәр минут ҡәҙерле: һөрөм менән ҡапланып, дөм-ҡара булған балаларҙы Юлай Бикбов яҡындағы йортта йәшәгән, элек ауылда фельдшер булып эшләгән Әлфиә Торомтаеваға индерә. Сабыйҙарға тиҙ генә тәүге ярҙам күрһәтелә. Ул арала ауылдың әлеге фельдшеры ла килеп етеп, балаларҙы Аҡъяр дауаханаһына алып китәләр. Тикшереп, һаулыҡтарына хәүеф янамағанын асыҡлағас, бер көндән ҡайтаралар.
Ә балаларҙың ата-әсәһе был ваҡытта туғандарына барып әйләнеү ниәте менән юлға сыҡҡан була. Биш йәшлек ҡыҙҙың әйтеүенсә, стенала ҡапыл йондоҙ кеүек ут балҡыған да, өй яна башлаған. Тимәк, янғын электр сымынан сыҡҡан тигән фекергә килә барыһы ла. Алты кешенән торған ғаилә шулай бер нисә минутта өйһөҙ, кейемһеҙ, документһыҙ, ғөмүмән, бер ниһеҙ тороп ҡала. Ярай әле ошо уҡ ауылда атай-әсәйҙәре ғүмер итә – уларҙа йәшәйҙәр.
Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәре шулдыр, күрәһең. Ул һәр беребеҙҙе һағалап ҡына тора. Ярай әле был юлы янғын ҡорбанһыҙ үтә. Әгәр Юлай Бикбов ҡустыһына ауылды күрһәтеү ниәте менән үҙҙәренән әллә күпме алыҫлыҡта урынлашҡан урамға килеп сыҡмаһа, фажиғәнең нисек тамамланыры ҡараңғы. Балаларҙың бәхетенә күрә, Юлай Булат улы осраған. Тик ошо батырлыҡ, фиҙакәрлек, тыныс тормоштағы ҡаһарманлыҡ тейешенсә баһаланһын ине тигән теләктә ауылдаштары.
– Эшкә киткәндә юлым ошо урамдан үтә, – ти Юлай Булат улы. – Бөгөн дә мин ҡотҡарған өс баланың әсәйҙәре менән бергә теҙелешеп балалар баҡсаһына китеп барғанын күргәс, күңелемде кинәнес, рәхәтлек биләп алды. Хәҙер минең тағы ла өс балам бар – алтау улар, тип шаяртып әйтеп ҡуям ҡатыныма ла.
Эйе, Йәнтеш геройының үҙенең өс ҡыҙы үҫеп килә. Уралиә, Гәлсәр һәм Әлиә атаһының батырлығы менән ғорурлана, уның эштән ҡайтҡанын һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп ала. “Минең урында һәр кем шундай аҙымға барыр ине”, – ти уҙаман. Был һүҙҙәре менән шулай ҙа килешеп бөтмәйем. Ай-һай, ут эсенә инергә һәр кем батырсылыҡ итер инеме икән? Ябай, эскерһеҙ, ярҙамсыл Юлай Бикбов үҙенең ҡылған ғәмәлен батырлыҡҡа тиңләмәһә лә, кеше ғүмерен, бигерәк тә сабыйҙарҙыҡын һаҡлап ҡалыу – тыныс тормоштағы иң ҙур ҡаһарманлыҡтыр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 57

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 105

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 93

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 157

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 36