Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күмәк булыу бәхет бит ул
Күмәк булыу бәхет бит улМишкә районының Оло Шаҙы ауылынан Ирина һәм Әлфир Рәхимовтарҙы белмәгән кеше юҡтыр. Пенсия йәшендә булыуҙарына ҡарамаҫтан, гөрләтеп донъя көтә улар, ғүмер ахырында һил тормошта тыныс ҡына йәшәйек тип ултырмайҙар. Балаларҙы белем серҙәренә төшөндөргән Ирина бөгөн хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Уның хәләл ефете Әлфир ҙә мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, хәҙер иһә водитель булып эшләй.


Ғүмерҙәрен мәктәп тормошо һәм балалар менән бәйләгән Рәхимовтарҙың ҙур татыу ғаиләһе бөгөн дә шат тауыштарҙан гөрләп тора. Ирина менән Әлфир биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың икәүһе башлы-күҙле булған инде. Оло улдары Фидан ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәһә, Лилиә иһә Мишкәлә донъя көтә. Ҡыҙ кеше әсәһе өлгөһөндә уҡытыусы һөнәрен һайлаған, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем биреп, бөгөн декрет отпускыһында.
2011 йылда Рәхимовтар яңы йорт һала. Шәхси хужалыҡтарын ҙурайтып, күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар. Хужалыҡ өсөн машина һәм трактор ҙа алып ебәрәләр. Балаларға ла ярҙам ошо хужалыҡтан килә. Уларҙы Шаҙы ауылындағы иң тырыш, йүнсел ғаиләләрҙең береһе тиһәк тә хата булмаҫ. Шулай булмай, студент һәм мәктәптә уҡыған балаларҙы тәрбиәләү, уларҙың өҫ-башын хәстәрләү оло тырышлыҡ, яуаплылыҡ, эшкә күндәмлек талап итә. Ә балалар үҙҙәре лә ата-әсәне ҡыуан­дырып, ярҙам итергә тырышып торғанда был икеләтә сәм, дәрт өҫтәй.
Зарина, Розалина һәм Элиза иһә – баш ҡала студенттары. Йәштәр өсөн уҡыуҙа ла, эштә лә ата-әсәләре өлгө булып тора.
2013 йылда Рәхимовтар Оло Шаҙы ауылында беренселәрҙән булып өс бер туған баланы тәрбиәгә ала. 14 йәшлек Камила, 12 йәшлек Рина, 6 йәшлек Данил Ирина менән Әлфиргә атай-әсәй тиеп өндәшә. Мәктәптә ололарҙың йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй тырышып уҡыйҙар. Ял булғанда бөтә ғаилә табын өҫтәленә йыйыла, ошондай бәхеттәренә ҡарап ата-әсәнең дә күңеле яҡтыра.
Мишкә районы хакимиәте лә ҙур ғаиләне иғтибарынан ситтә ҡалдырмай, мәктәп йәшендәгеләрҙе йәйге лагерҙарға ебәреү мәсьәләһен хәстәрләй. Рәхимовтар үҙҙәре лә төрлө район, республика бәйгеләрендә, конкурстарҙа теләп ҡатнаша һәм еңеү яулай, ауыл халҡына, райондаштарына өлгө булып тора.
Тормоштарынан йәм табып, йәшәү ауыр­лығына зарланмайынса, заман менән бергә атлаған ошондай ғаиләләргә, ысынлап та, хайран ҡалырлыҡ. Кемдәрҙер хаҡлы ялдағы тормошон тыныс ҡартлыҡ менән бәйләһә, кемдәрҙер дәрт һәм күндәмлекте юлдаш итеп, бәхеттәренең тулылығын балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә, тулы һәм әүҙем тормош алып барыуҙа күрә. Дәрт тә, дарман да, аҡыл-зиһен, тәжрибә лә, тормошҡа ҡарата булған һөйөү ҙә, башҡаларға ҡарата ихтирам, кеселеклелек, мәрхәмәт тә бар ундай кешеләрҙә. Ошондай ғаиләләр барҙа тормош та йәмлерәк, күркәмерәк, өйҙәрҙә нур һәм йылылыҡ күберәк булыр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 43

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 35

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 47

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 59

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 53

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 42

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 55

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 50

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 46

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 48

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 62

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 51