Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ябайлыҡта – бөйөклөк
Ябайлыҡта – бөйөклөкИзге күңелле, көләс йөҙлө, һәр кемгә тик ыңғай мөнәсәбәт менән ҡарай белгән Ғәлиә Ҡотошова ғүмер юлдашын, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәләрен етем итеп, туған-тыумасаһын, яҡындарын, таныштарын, хеҙмәттәштәрен ҡайғыға һалып, баҡыйлыҡҡа күсте.
90 йәшкә етергә өс көн ҡалғайны. Әгәр май айына тиклем яҡты донъяла йәшәүен дауам итһә, бәхетлеләрҙең никахына ла 68 йыл тулған булыр ине...



Ғәлиә Ғәзиз ҡыҙы тыумышы менән Ауырғазы районының Сәлих ауылынан. Атаһы Ғәзиз Шафиҡов Беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, йәрәхәттәр алып тыуған яғына ҡайтыуына, бында ла ҡан-ҡойош барыуын күреп аптыраған. Ҡот осҡос һуғыш ауырлыҡтарын кисереп, башынан үткәргән һалдат нисек тыныс ятһын инде. Яңы төҙөлә, көс йыя башлаған башҡорт ғәскәренә ҡушылып, Муса Мортазин етәксе­легендәге кавалерия корпусында полк муллаһы сифатында хеҙмәт итә.
Әсәһе Мөкәрәмә иһә — Ғафури районының Оло Үтәш ауылында оло ғилемгә эйә булған, ошонда мәҙрәсә асып, йәштәрҙе уҡытҡан абруйлы уҙаман хәҙрәт Хатип Халиҡовтың ҡыҙы. Уның ағаһы Мансур Халиҡов Кесе Башҡортостандың мөфтөйө итеп һайланып, үтә ауыр ғазаптар кисергән, лагерҙа башын һалған.
Ғәзиз менән Мөкәрәмә ғаилә ҡороп, һәйбәт кенә йәшәп алып китә. Һуғыштарҙан иҫән ҡайтҡан ир ныҡлап донъя көтөргә тотона. Өй һалып инәләр, малдары үрсей, хатта тирмән ҡороп ебәрәләр.
Синыфтар араһында көрәш көсәйгән 30-сы йылдар килеп етә. Хәллерәктәрҙе кулак яһап, талау башлана. Хөсөт таратҡан әҙәмдәр артҡандан-арта, бер-береһе өҫтөнән ялыу яҙыу башлана. Ғәзизде лә күрә алмағандар табыла, көтмәгәндә кәрәк урынға ошаҡ ебәрәләр. Ошо ҡыйралышты һиҙенгән ир мал-тыуарын, йорт-аҙбарын ҡалдырып, 1930 йылдың шомло бер төнөндә кескәй ике балаһын, кәләшен алып билдәһеҙ яҡҡа сығып китә. Юл ғазабының ауыр мәлдәрен баштарынан үткәреүҙе телгә алыу артыҡ — бер ҡыҙҙарын юғалтып, Ҡырғыҙстан далаларына барып юлығалар, ниһайәт.
Сос белемле кеше ҡайҙа барһа ла юғалып ҡалмай. Ғәзиз, педагогия институтына инеп, уны уңышлы тамамлай. Гел генә етәксе вазифаларҙа эшләй. Мөкәрәмә лә юғары белемгә эйә булып, балалар уҡыта. Башҡорт ниндәй генә төбәккә барып төшһә лә, үҙенең ырыуҙаштарын эҙләп таба. Ә эҙләһәң, табыла ул. Баҡтиһәң, Башҡортостан йөмһүриәтен төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан Ш. Манатов, Кесе Башҡортостандың Халыҡ мәғарифы комиссары М. Сәхә­биев ошонда булып сыҡҡан. Улар менән танышып алалар, һуңынан инде бәйләнеш дауам итә.
Ҡыҙҙары Ғәлиә Ҡырғыҙстанда Х клас­ты тамамлап, Фрунзела (хәҙер Бишкәк) медицина институтына уҡырға инә, III курсты бөтөргәс, Башҡортостан дәүләт медицина институтына күсә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, участка табибы итеп эшкә ебәрәләр. Участка ҙур, шул биләмә буйлап сирле кешеләргә ярҙам күрһәтеп йөрөргә кәрәк. Ауыр булһа ла, эшләргә тура килә. Артабан йәш белгесте медицина институтына студенттарҙы анатомия фәненән уҡытырға саҡыралар. Ошонда ул 37 йыл эшләй, студенттар араһында абруй ҡаҙана.
1949 йылда педагог һуғышта йөрөп ҡайтҡан офицер Рамаҙан Ҡотошов менән таныша, киләһе йылына улар никахҡа инә. Фатирҙары юҡ, донъя көтөүе ауыр, өйҙәш рәүешендә йәшәһәләр ҙә, өс балаға атай-әсәй булалар. Бөтәһе лә юғары белем алып, үҙ ғаиләләрен ҡороп, донъя көтә. Оло ҡыҙҙары Асия – педагогия фәндәре кандидаты, медицина университеты доценты. Тормош иптәше Рамаҙан да төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй, һуңғы йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник институтында уҡытып, филология фәндәре кандидатына диссертация яҡлай, доцент.
Донъя көтөүҙең төрлө ауырлыҡтарын еңә барыу сәбәпле, Ғәлиә фәнгә артыҡ иғтибар бирмәй, әммә үҙенең балаларын тәрбиәләүҙә, яҡындарына ярҙам күрһәтеүҙә оло уңыштарға өлгәшә. Был шөғөл менән ул кесе йәштән үк шөғөлләнә башлай. Ҡырғыҙстанда йәшәгәндә уның бер һеңлеһе, бер ҡустыһы донъяға килә. Атай-әсәй көнө буйы эштә. Үҙенән кесерәк туғандарын ҡарау кемгә төшһөн? Әлбиттә, оло апайға. Ғәлиә һеңлеһе Диләрә менән ҡустыһы Ғәзимде ҡарауҙы үҙ өҫтөнә ала. Ошондай тәрбиә арҡаһында туғандары күп мәғлүмәтте белеп үҫә. Уларҙы бигерәк тә алыҫта ҡалған илдәре — Башҡортостан ҡыҙыҡ­һындыра. Ғәлиә был республиканы ныҡлап белмәһә лә, ата-әсәһенең һөйләгәндәрен ишетеп, китаптар уҡып, туғандары ҡыҙыҡһынған ваҡиғалар аша таныша.
Бындай осраҡта ярҙамға килгән ҡиммәтле нәмә радио була. Ҡайҙа ғына күсенһәләр ҙә, яңы урында Ғәлиә уны эшләтеү сараһын күрә. Радио аша улар үҙҙәренең алыҫта ҡалған илдәрендә нимә булғанын белеп тора: кем йырлай, ҡайҙа ниндәй спектакль бара. Уларға барыһы ла мәғлүм. Ошондай тәрбиә арҡаһында Диләрә тәүфиҡлы ҡыҙ бала булып үҫә: башҡорт халҡының тарихын, уның йолаларын, көйҙәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белгән шәхес ине. Ғәзим Шафиҡов тураһында былай ҙа Башҡортостан кешеләре һәйбәт белә: ул шағир, яҙыусы, драматург, тәржемәсе булып танылды.
Ғәлиәнең үҙенең ғаилә ағзаларына күрһәткән ярҙамы хаҡында оло рәхмәт әйтеп һөйләргә мөмкин. Ул медицина кадрҙарын үҫтереүҙә, тәрбиәләүҙә оҫта шәхес булып сыҡты. Әйтәйек, ҡыҙы Асияның кейәүе Вил Тимербулатов медицина институтында уҡығанда ла уның ярҙамына таяна, кандидатлыҡ диссер­та­цияһын яҡлағанда ла, докторлыҡ диссертацияһына ынтылғанда ла ул Ҡотошовтар ғаиләһенең ярҙамын тоя. Ошондай бейеклектәргә күтәрелеп, ул медицина университетының ректоры булды, 17 йыл буйы ошо юғары вазифа биләне.
Ғәлиәнең туранан-тура тәрбиәһе арҡаһында үҫеп еткән ейәндәре — Асияның улдары Мәхмүт менән Шамил Тимербулатовтар икеһе лә медицина фәне докторы, профессор булып танылды. Кесе улы Заһирҙың улы Ғәзиз дә тарих фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы.
Күреүебеҙсә, көләс йөҙлө Ғәлиә — донъялыҡта эшләгән изгелектәре менән арҙаҡлы шәхес. Уның ошондай бөйөк шөғөлдәргә юл башлауын мәңге онотасаҡ түгелбеҙ.

Автор: Ғ. ҠОТОШОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 43

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 35

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 47

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 59

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 53

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 42

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 55

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 50

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 46

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 48

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 62

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 51