Донъя төпкөлдәре тәрән...

16-05-2018, 00:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Бер ҡыҙыҡлы уй килде башҡа. Ул ҡала ерендә күҙгә нығыраҡ ташлана шикелле. Һәр иртән эшкә барған кешеләр, ҡайһыһы ҡабалан-ҡарһалан, икенселәре ашыҡмай үҙ яйына ғына өйөнән сыға. Бына шуларҙың уйын белеү әмәле булһын ине. Уларҙың һәммәһе лә хеҙмәт урынында көтөп торған эште тиҙерәк, һәйбәтерәк үтәй һалып, сираттағыһына тотоноу өсөн ысынлап та янып-теләйме? Әллә етәкселектең ризаһыҙлығынан шөрләү, вазифаһын юғалтыу өсөн ҡурҡыу бармы бында? Булһа, ошондай хис-тойғо һәр кемгә лә хасмы? Йәки күптәр эшенә юғары хистәр менән түгел, бәлки, аныҡ ниәт — аҡса өсөн генә йөрөйҙөр? Был да аңлашыла һәм уның ғәйебе юҡ. Ләкин шулай ҙа хеҙмәт итеүсе кеше күңелендә ниндәй хис, маҡсат, теләк өҫтөнлөк ала икән?


Был осраҡта аныҡ миҫалдар килтереү ҙә ауыр, сөнки алдынғы, тырыш зат йә эшкә илке-һалҡы мөнәсәбәтле кеше тураһында шаблон фекер әйтке килмәй. Һәр шәхес — тормоштоң ҡабатланмаҫ объекты, бер кем дә теп-теүәл рәүештә бүтән берәүгә оҡшамаған. Кемдер алсаҡ йөҙлө, көләс, ләкин шул уҡ ваҡытта халыҡта “Көлөп килгән кешенән абай бул” тигән әйтем дә бар. Тимәк, көлөү-йылмайыу әле кешенең эскерһеҙ ихласлығына дәлил түгел. Ҡырыҫ йөҙлө, һүҙен тамсылап ҡына сығарған кешенең күңеле, киреһенсә, йылы, ҡояшлы булыуы мөмкин. Әйткәндәй, тормошта йыш ҡына шулай килеп сыға ла.
Һуңғы арала мин, һис боҙоҡ уй менән түгел, әлбиттә, әҙәмде донъялағы бүтән заттар менән сағыштырып, үҙемсә бәғзе һығымтаға килер булып киттем. Хатта улар араһында барған ғүмерлек низағтың ниндәй эҙемтәләргә килтереүен дәлилдәр менән нығытып та маташтым. Әммә был борсо­лоуҙарҙан, күңел яфаларынан ни фәтүә? Кешелек өҫтөнә ябырылған бәлә-ҡазаларҙың башы фәндең ауыҙлығын тешләп, һыбайлының теҙгенен тыңламаған ат һымаҡ, алдын-артын ҡарамай, алға сабыуындалыр? Тирә-яҡ донъянан ҡәнәғәт булып, нәфсеһен ҡуҙғытмай, ай-йондоҙҙарҙы яҡын йылдарҙа колонизациялау уйын башына килтермәй, улар һипкән нурға һоҡланып ҡына йәшәгән хәлдә генә кәмһенеү тойғоһо кисерер инекме икән? Беҙгә салт аяҙ таңдан, киске алһыу шәфәҡтән башҡа диңгеҙ тулҡындарының ярҙарға ҡағыуы, боҙлауыҡтарҙан һарҡып йүгергән гәлсәр һыуҙар, тәнде лә, йәнде лә иркәләгән еләҫ елдәр етмәйме ни?
Ҡәҙерен белһәң, тәбиғәт бирә торған хозурлыҡтар беҙҙә баштан ашҡан. Тиҫтерем, әйтерһең, әсә мөхитенән үк атҡа атланған Нәғимйән менән Оло Урал аҡландарында кемуҙарҙан сабышып күбә тарттырабыҙ. Кем кәбән һалған ағайҙар алдында шәберәк күренә, дәртләндергән ярты һүҙҙәре лә ус аяһындай күкрәктәребеҙҙе киреп ебәргәндәй. Ә тормоштоң иң йәме эште ул көнгә теүәлләп, ҡараңғы төшкәс башлана. Сайыры ағып торған ике сухостой (ҡабығы һыҙырылып, дыңғылдағансы кипкән ҡарағайҙы беҙҙә шулай атап йөрөтәләр) төтөнһөҙ-ниһеҙ генә ялҡын бөркә. Әллә ҡайһы тарафтарҙа донъя гиҙеп, яңыраҡ ҡына ауылға ҡайтҡан Йәүҙәт ағай һәр кис бер тарих һөйләй. Ышанғы ла килә, ышанмаҫ инең, ағай, зимагор булып йөрөһә лә, үҙебеҙҙеке. Күргән-ишеткәндәренә Майн Рид, Фенимор Купер, Джек Лондон әҫәрҙәрен дә үреп ебәргеләгән икән, уныһын танауға еҫ инә башлағас ҡына һиҙҙем.
Әммә, нисек кенә булмаһын, әҙәм балаһын хатта күрмәгән-белмәгән ваҡиғалар ҙа, әкиәткә тартым хәлдәр ҙә уйландыра. Күбә ебәреүсебеҙ Нәҙир ағай эш мәлендә Нәғимйән менән мине дөрөп алып барһа ла, эңер төшкәс, ҡыуыштың йылы ҡабырғаһына ирәүәнләп һөйәлеп ултырыуға икенсе кеше була ла ҡуя. Беҙ инде ағайыбыҙҙан кис һайын әкиәт көтәбеҙ. “Аҡъял батыр”, “Ҡамыр батыр”, “Ҡылыс батыр”... Ишетеүегеҙсә, әкиәт оҫтаһының (ә ул, ысынлап та, шулай булғандыр тип әйтеүем) һәр һөйләгәне ғәҙеллек юллап, һөйгән йәрен уҫал йәндәр ҡулынан ҡотҡарыу өсөн йөрөгән баһадирҙар булып сыға. Улар хаҡлыҡ юлында саҡта сихырсыларға, дейеү-фәләндәргә көн юҡ.
Нәғимйән менән Нәҙир ағай әкиәттәрен гел тыңларға әҙербеҙ, ә бер уй ул саҡта башҡа инмәгән. Мәсьәлә шунда, Нәҙир Мусин малай сағында күбеһенсә рус халҡы көн күргән “Красная Башкирия” совхозында йәшәп алғайны, рус теленең йоғонтоһо һөйләшендә лә һиҙелә ине. Ә үҙе, бынағайыш, әкиәткә тотондомо, теле сап-саф башҡортсаға әйләнә лә ҡуя. Ғәжәп!
Йәшәлгән йылдарҙы ваҡыт иләгенән үткәрәһең дә ҡаршылыҡлы уйҙар өйрөлмәһенә килеп эләккәнеңде һиҙәһең. Бер кешенең ғүмере эсендә лә йә хыял ҡанаттарында осоп та, йә упҡында сәсәп тә, туңып та, янып та өлгөрәһең. Күпте күрҙек, унан да күберәкте белдек тиһәк тә, һинең эргәңдәгеләрҙең дә ни уйлауын, ни кисереүен белеү яҙмаған. Әҙәм балаһы тыуыр-тыумыштан үҙенсә terra incognita булған һәм шул килеш ҡала ла.