Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тауыҡ күҙТауыҡ
Булды “кандидат наук”.
Диссертацияһының темаһы:
“Сүплектән ем табыу проблемаһы”.
Күпме интекте!
Күпме тир түкте!
Хатта
Махсус командировка алып,
Күрше ауылдарға барып,
Ундағы сүплектәрҙе лә сыҡты аҡтарып.
Тапмаһа, тағы, тағы аҡтарҙы.
О! Ул ифрат ҙур эш атҡарҙы!
Уныһы дөрөҫ, — һәр кем белә, —
Тауыҡ насар күрә.
Ҡараштары
Әллә ни китмәй ары,
Уның ҡарауы,
Эҙләнә бит, бер туҡтауһыҙ эҙләнә!
Ә был сифат —
Ғалим өсөн иң кәрәк нәмә.
Эҙләй торғас бер нисә йыл,
Табылды ем!
Ә кем
Ул емде ҡараған тотоп?
Баҡһаң,
Ғилми дәрәжә алғас,
Тауыҡ уны үҙе ҡуйған йотоп.
Ем эҙләмәй хәҙер сүплектән.
Ул этап үтте, ти, күптән.
Билдәле инде, коллегалар
Айырмайҙар тамаҡ.
Алда — ем тулы ҙур дөйөм табаҡ.

* * *
Фәндең юғарыраҡ кетәгенә
Ҡунаҡлағандыр, тим,
Бәғзе бер тауыҡ күҙле заттар.
Юҡһа, нисек пәйҙә булыр ине
Хәсрәт кандидаттар?!

Рәдиф ТИМЕРШИН.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Теште ҡайҙа дауалайҙар?

Теште ҡайҙа дауалайҙар? 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районының Петровский ауылында Радий Хәбиров амбулатория менән танышты. Поликлиникала ни...

Тотош уҡырға 11

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 23

Ярай әле кешеләр булмаған

Ярай әле кешеләр булмаған 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән....

Тотош уҡырға 48

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты....

Тотош уҡырға 37

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам”...

Тотош уҡырға 34

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында...

Тотош уҡырға 38

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ"

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Инман"...

Тотош уҡырға 72

Туған мәктәптәге осрашыу

Туған мәктәптәге осрашыу 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбе үҙенең элекке уҡыусыһы Радий Хәбиров менән хаҡлы рәүештә ғорурлана....

Тотош уҡырға 56

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ"

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай бала табыу йортоноң элекке бинаһы 1951 йылда төҙөлә һәм әле заман талаптарына яуап бирмәй....

Тотош уҡырға 36

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ!

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ! 15.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары асыла. Ярыштар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, саңғы,...

Тотош уҡырға 41

Мәскәү кемдәрҙе көтә?

Мәскәү кемдәрҙе көтә? 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 10-14 йәшлек балалар...

Тотош уҡырға 40

Рәсәй гимнын башҡорттар башҡарҙы

Рәсәй гимнын башҡорттар башҡарҙы 15.12.2018 // Йәмғиәт

Конституция көнөнә Мәскәүҙә ҙур бүләк әҙерләнде – төрлө милләт халыҡтары Рәсәй гимнын башҡарҙы....

Тотош уҡырға 39