Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөйөклөгө – әсә булыуҙа
Бөйөклөгө – әсә булыуҙа1998 йылдан үткәрелә башлаған сараның нисәнсегә ойошторолоуын аныҡ ҡына белмәһәк тә, ул һәр саҡ тулҡынландырғыс, матур ваҡиғаларҙың береһе булып күңелдәрҙә ҡала. Бигерәк тә был ошо сараның төп геройҙарына – донъя тотҡаһы булған гүзәл заттарға, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған күп балалы әсәләргә ҡағыла.

Кисәлә Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмә­те Премьер-министры урын­баҫары Салауат Сәғитов Баш­ҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған бер төркөм күп балалы әсәгә әлеге мөһим награданы тап­шырҙы. “Әсәлек даны” миҙа­лына биш һәм унан күберәк балаға әсә булған хәстәр­лекле, яуаплы, уңған, сәлә­мәт тормош алып барған, балалар тәр­биәләүҙә өлгө ҡатын-ҡыҙҙар тәҡдим ите­лә. Был юлы награ­да дүрт тиҫтә гүзәл затҡа тапшырылды.
– Тантана алдынан, саҡырылғандарҙың барыһы ла бындамы, тип ҡыҙыҡһындым. Исемлектәге 45 әсәнең бишәүһе килә алмаған икән. Икеһенең сирләп тороуы, ә ҡалған өсәүһенең алтынсы тапҡыр әсә булыуы асыҡланды. Һуңғыһы – ыңғай яңылыҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйен­ләнеше – әсә булыуҙа, ғаилә усағын һүндермәйенсә һаҡлауҙа, яҡындары өсөн йылы, бәхетле мөхит булдырыуҙа. Ике тиҫтә йыл эсендә республикабыҙҙағы 7600 әсә ошо юғары награда менән билдәләнгән. Тәүге ҡарамаҡҡа был күп һымаҡ, ғәмәлдә иһә улай уҡ түгел. Йәмғиәтебеҙҙә ғаилә ҡиммәттәренең үҙгәргәнен, күп гүзәл заттарҙың эш, карьера тип әсә булыу бәхетен кисектерә килеүен күҙәтәбеҙ. Был йәһәттән һеҙ күптәр өсөн ыңғай өлгө булып тораһығыҙ, – тине Салауат Тәлғәт улы.
Күп балалы әсәләр араһында йорт хужабикәләре күп булһа ла, эш менән бала бағыуҙы уңышлы берләштерә алған­дар ҙа бихисап. Мәҫәлән, Илеш районынан Гөлзәр Заһиҙуллина башланғыс кластарҙа белем бирә, бер йәштән 12 йәшкә тиклемге биш бала тәрбиәләй.
– Ирем колхозда эшләй, үҙ хужалы­ғыбыҙ бар. Балаларҙы хеҙмәткә күндереп, лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти ул ғаиләһе тураһында.
Эшҡыуар Зөлфиә Рафиҡова – Белорет районының Инйәр ҡасабаһынан. Ул – эшҡыуар, сауҙа менән шөғөлләнә. Өлкән ҡыҙы медицина университетын тамамлап, үҙаллы тормош ҡорған, эргәһендә – кесе дүрт балаһы. Зөлфиә ханым, бала бағыу башҡа ғәмәлдәрҙе теүәлләргә, күңелеңә ятҡан эш менән шөғөлләнергә һис ҡамасауламай, ти.
Баймаҡ ҡалаһынан килгән Рәшиҙә Иҙелбаева Балалар ижады үҙәгендә педагог булып эшләй.
– Оло ҡыҙҙарыма 30, 28 йәш. Йәшлегемдә донъя мәшәҡәттәрен теүәлләү менән уларҙың үҫкәнен һиҙмәгәнмен дә. Хәҙер иһә тормош тәжрибәһе, донъяуи белем бар. Шуға ла кесе өс улымды күңел йылыһына сорнап үҫтерергә, атай-әсәйҙәребеҙҙән ҡалған рухи васыяттарға таянып эш итергә, һәр яҡтан килгән шәхес итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Әйткәндәй, 10, 5 йәшлек бәләкәстәребеҙ ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән тиңдәш. Улар үҙ-ара аралашып, татыу мөхиттә үҫә, – ти ул.
Краснокама районынан килгән биш бала әсәһе Гөлназ Нурғәлиева иһә бар ваҡытын балаларына ғына бағышлай. 13, 11 йәшлек ике өлкән улы бәләкәстән еңел атлетика менән етди шөғөлләнә икән, республика кимәлендәге спорт бәйгеләрендә алдынғы урындар яуларға ла өлгөргәндәр. Нурғәлиевтәр сәләмәт тормош рәүеше, спорт ғаиләнең нигеҙен ныҡ итә, сыныҡтыра, балаларҙан шәхес тәрбиәләй тигәнгә инана.
...Заман елдәре ҡайҙан ғына иҫмәһен, донъялағы ҡиммәттәр нисек кенә үҙгәрмәһен, ҡатын-ҡыҙҙың төп матурлығы һәм бөйөклөгө – әсә булыуҙа.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ”

“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ” 18.12.2018 // Йәмғиәт

Өлфәт МОСТАФИН, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы: [quote]– Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының...

Тотош уҡырға 0

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙҙең күршеләр һәм дуҫтар “Беҙ булдырабыҙ” тип бик дөрөҫ әйтә. Ә мин бында йыйылғандарға: “Беҙ...

Тотош уҡырға 0

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла 18.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгән Мәсетле районының Түбәнге Бобин...

Тотош уҡырға 0

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ 18.12.2018 // Йәмғиәт

– Балалар менән эшләгән кеше булараҡ миңә ябай, аңлайышлы телмәр яҡын. Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тере...

Тотош уҡырға 4

Төп капитал – кеше

Төп капитал – кеше 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостан Башлығы...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш”

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш” 18.12.2018 // Йәмғиәт

[quote]– Сүп-сар сығарыуға үтә ҙур тарифтар билдәләүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был мәсьәләгә тулыһынса...

Тотош уҡырға 42

Ҡунаҡҡа киләм!

Ҡунаҡҡа киләм! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 52

Аяғүрә баҫып алҡышланылар

Аяғүрә баҫып алҡышланылар 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 142

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа 18.12.2018 // Йәмғиәт

2019 йылда Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк....

Тотош уҡырға 36

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ!

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙ пассажирҙар ташыу тармағында тәртип булдырасаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 41

Тау башында балҡыһын баш ҡала

Тау башында балҡыһын баш ҡала 18.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 43

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика депутаттарына...

Тотош уҡырға 69