Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кеше булып ҡалырға кешеләр араһында”
“Кеше булып ҡалырға кешеләр араһында”Ҡайһы бер әҙәм балаларының ғүмерен барлағанда, уның биографияһын ғына түгел, ә тотош урындағы йәшәйеште, хатта дәүерҙәр алмашыныуын күҙ алдына килтерәһең, ғөмүмән, тормоштоң асылына төшөнгәндәй булаһың. Ишембай шарап-араҡы заводы директоры Рәүдәт Камалетдин улы РӘЖӘПОВтың тормошо ана шундайҙарҙан. Ҡыҙыҡлы ла, һоҡланғыс та.


Төн тип тормай, байрам тип тормай

– Һеҙҙең хеҙмәт юлығыҙға күҙ һалһаң, бер үҙенсәлеккә юлығаһың: тимер-томор араһында ҡайнаған кеше ҡапыл ғына аҙыҡ-түлек етештереүгә күсә.
– Атай мәрхүм оҙаҡ ваҡыт колхоз рәйесе булып эшләне. Уның хеҙмәтенә ҡарап һоҡланып туя алманым. “Ер кешеһе бөтә илде туйындыра” тигән мәғәнәле һүҙҙәрҙең асылына бала саҡтан төшөнөп үҫтем. Ошо һоҡланыу, инаныу тыуған төйәгем Йәнырыҫта унынсыны тамамлағас та ауыл хужалығы институтына уҡырға алып барҙы. Шулай ҙа ер кешеһе булыу хыялы башҡасараҡ юлдан алып китте – Ауыл хужалығы техникаһы дәүләт комитетының район берекмәһендә башланды хеҙмәтем – инженер-технолог, яңы техниканы индереү-ҡабул итеү буйынса инженер булып эшләнем, артабан идарасы урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр.
Хәйер, илде иген менән тәьмин итеү ер һөрөү һәм иген сәсеү генә түгел әле. Һай заманалар, бер көндә заводтан туп-тура әллә нисәмә трактор-машина килеп төшә, йә булмаһа вагон-вагон ауыл хужалығы машиналары килә. Ялмы-байраммы, көнмө-төнмө – ҡарап тормайһың, китәбеҙ вагон бушатырға.
Үҙебеҙҙең машиналар ғына ла 130-ҙан ашыу ине. Шуларға тейәп алып ҡайтабыҙ ҙа иртәгәһенә саң да ҡунып өлгөрмәгән техниканы колхоздарға таратабыҙ. Әммә эшебеҙ яңы техника, запас частар таратыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Ҡыш буйына цехтарҙа хужалыҡтарҙың тракторҙары ремонтлана. Иген үҫтереүҙә беҙҙең дә өлөш булған, тимәк, хыял тормошҡа ашҡан.
– Ә шулай ҙа колхозда ла эшләргә насип иткән...
– Эйе, тик башҡасараҡ сүрәттә. Партияның көслө ваҡыты. Кешенең уңыштары саҡ ҡына күрендеме, үҫтерергә генә торалар. Беҙ ауыл хужалығына яҡын булараҡ, мине әле был колхозға, әле икенсеһенә рәйес вазифаһына тәҡдим итәләр. Дөрөҫөн әйткәндә, атайымдың эшенә һоҡланһам да, колхозға аяҡ тартмай ине. Юҡ, кеше менән эшләүҙән, ауыр йөктән ҡурҡманым – әлеге эш урыным бик оҡшаны, шуға күрә һылтау табып, баш тарта килдем. Әлбиттә, бының өсөн партия шелтәһен йәлләмәне – пыр туҙҙырып әрләп тә сығарҙылар. Тик бер мәл партия башҡасараҡ юлдан китте – үткән быуаттың 80-се йылдары уртаһында “Трудовик”ка партком секретары итеп ебәрҙеләр. Был вазифала өс йыл эшләнем. 90-сы йылдар яҡынлашып килгән мәл – партияның карабы сайҡала башлағайны инде. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ менән берҙәм, татыу булдыҡ. Быныһына рәхмәт.

– Ниндәй вазифала һәм кем булып ҡына эшләүегеҙгә ҡарамаҫтан, халыҡ һеҙҙе хөрмәт иткән, ышанған. Элекке эш урынығыҙға етәксе итеп һайлау быға асыҡ дәлил, минеңсә.
– Партком секретары булып эшләп йөрөгән мәлдә элекке хеҙмәт урынымда яңы етәксе һайларға булдылар. Эйе, нәҡ һайларға, кем етәкселек итергә лайыҡ – быны хеҙмәт коллективы хәл итә ине. Кандидаттар араһында минең дә фамилиям барлығы асыҡланды. Һөҙөмтәлә иң күп тауыш йыйҙым. Әлбиттә, был саҡта ла уларҙың фатихаһынан тыш эш ҡылғанға партиянан “эләкте”, тик халыҡ фекеренә ҡаршы бара алманылар.
Яңынан эш урыныма килгәндә ойошма­ның да, етәксеһенең дә атамаһы үҙгәргәй­не инде – Ишембай район ремонт-техник предприятиеһы директоры булдым. Әммә был мәлгә, ғөмүмән, тормоштоң есеме үҙгәреп өлгөргәйне: хеҙмәт бартерлата баш­ҡарыла. Бер нимәгә ҡарамай, пред­прия­тиеның эшмәкәрлеген туҡтатмаҫҡа, көсөн юғалтмаҫҡа тигән маҡсат ҡуйҙым. Машиналарыбыҙ, Волгоград трактор заводына командировкаға барып, заводта хеҙмәт күрһәтә. Бының өсөн түләүҙе запас часть менән ҡабул итәбеҙ, деталдәрҙе алып ҡайтабыҙ ҙа техниканы үҙебеҙҙә ремонтлайбыҙ. Ә бит ҡасандыр техникаға ла, запас часҡа ла, аҡсаға ла ҡытлыҡ булманы, ауылға газ да үткәрҙек. Был күренешкә башта халыҡ сәйерһенеп ҡараны, “ғүмер буйы мейес яҡтым, миңә кәрәкмәй” тип аяҡ терәп ҡаршылашҡандар ҙа бар ине. Мәжбүри рәүештә, бушлай газ үткәреүҙе хәҙер күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Шундай заманалар ҙа булды...

“Үҙебеҙҙең продукцияны эшкәртеү өсөн”

– Предприятиеның уңыштары дөйөм коллективтың тырышлығына, һеҙҙең булдыҡлылығыҙға, хәстәрлегегеҙгә бәйле. Шулай ҙа тәүге һорауҙан йыраҡ киттек, ахыры. Техниканан аҙыҡ-түлек етештереү сәнәғәтенә күсеүе ауыр булманымы?
– Ауыр йәки еңел тип әйтеү бигүк дөрөҫ булмаҫ. Һәр эштең үҙенсәлеге бар. Ремонт-техник предприятиеһында эшләп йөрөгәндә Петровский ауылы хакимиәтенә башлыҡ итеп һайланылар. Ҙур биләмәгә тирә-яҡ ауылдар ҙа инә. Был эштә шул уҡ халыҡ менән эшләнем. Предприятие­лағы 350-нән ашыу кеше шунда уҡ йәшәгән, ғаиләләре булған хеҙмәткәрҙәр ине бит.

– Тик “эште төрләндереү” бының менән генә сикләнмәгән...
– Салауат һөт комбинаты тирә-яҡ райондарҙан һөт йыйып продукция етештерҙе. Тик ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында беҙҙең райондан һөт йыйыу һүлпән барған, йыйған осраҡта ла аҡсаһын түләргә ашыҡмаған. Район хакимиәте, үҙ кешебеҙ булһын тип, мине тәҡдим итте. Ысынлап та, район менән завод араһындағы бәйләнеште ниндәйҙер кимәлдә нығытып булды, Ишембай һөтөнән дә ныҡлап продукция етештерә башланыҡ. Шул уҡ ваҡытта эргәләге генә һәм яңы технологиялар нигеҙендә эшләгән Стәрлетамаҡ, Мәләүез һөт комбинаттары менән көнәркәшлек шарттарында эшләү еңел түгел ине. Ҡала хакимиәтенән әллә ни ярҙам булмаһа ла, беҙ ҙә үҙ сираты­быҙҙа яңы технология үҙләштерергә тырыштыҡ, продукция күләмен һәм төрөн арттырыуға өлгәштек. Ғөмүмән, һәр ваҡыт яңы технологиялар үҙләштереү яҡлы булдым, яңыса алым ҡулланып ҡарау, яңылыҡҡа ынтылыу миңә ҡыҙыҡ ине.
Ошо йүнәлештә эшләй башлағас, был технологияны энәһенән-ебенә тиклем өйрәндем. Шул уҡ ваҡытта һөт бит – ауыл хужалығы продукцияһы, тимәк, ят күренеш тә түгел. Быларға өҫтәп, ауыл балаһында һөттөң нисек ҡатыҡҡа әйләнгәнен, нисек әсегәнен аңлау әлмисаҡтан ҡанға һеңгән. Тик ауылда – бер биҙрә һөт, бында тотош комбинат.
Эйе, заводта яңы технология булды­рырға тырыштыҡ, яңы цехтар төҙөнөк. Йәл, ошолар барыһы ла “һәйкәл” генә булып ҡалды...

Бурысын тыныс ҡына атҡара

– Ә бына алкоголь етештергән предприятиелар башҡа район һәм ҡала­ларҙа ябылғанда, һеҙ заводты һаҡлап ҡала алғанһығыҙ.
– Һуңғы хеҙмәт урынымда эшләгәнгә инде ике тиҫтә йыл булып киткән. Нисек кенә булмаһын, етештереү күләмен юғалтыуға юл ҡуйманыҡ. Бында күскәс тә йәнә яңы технология өйрәнергә тура килде. Хәйер, һөт комбинатында аҙыҡ-түлек продукцияһын етештереү, һаҡлау, сауҙа итеү серҙәренә төшөнөп өлгөргәй­нем.
Беҙҙең предприятие үҙенең алдына ҡуйылған пландарҙы үтәп, яҡшы ғына эшләп килә. Заводта етештерелгән продукция республиканың район-ҡалаларына, сит өлкәләрҙең сауҙа нөктәләренә ебәрелә. Продукциябыҙ республика, ил кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулап тора.
2013 йылда миңә “Башҡортос­тандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрия­һы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Был уңышты үҙемдең генә түгел, ә тотош коллективтың эшенә юғары баһа тип ҡабул иттем.
Аҙыҡ-түлеккә айырыуса иғтибар кәрәк. Уны сығарыу, һатыу буйынса ғына түгел, шул уҡ ваҡытта уны ҡабул итеүҙә лә. Ниндәйҙер конкурентлыҡ хаҡында һүҙ алып барыу тип ҡабул итмәгеҙ. Мәҫәлән, күпме кеше сит өлкәләрҙән килтерелгән сифатһыҙ алкоголде ҡулланып ағыулана, үлем осраҡтары теркәлә. Һәр кем үҙ урынында яуаплы итеп бурысын атҡарғанда, бындай хәлдәр булмаҫ ине. Ғөмүмән, һәр кеше эшен еренә еткереп башҡарһа, бөтә ерҙә тәртип буласаҡ – был хәҡиҡәт.

– Бурыс тигәндән, уңышҡа илткән эш алымығыҙ хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине?
– Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер хужалар һәр эшкә тығылып, һәр ҡарарҙы үҙе ҡабул итергә өйрәнгән. Унһыҙ ишек тә асылырға тейеш түгел, тигәндәй. Шул уҡ ваҡытта, минеңсә, бындай алымдың аҙағы бигүк уңышлы түгел. Һуңғы сиктә үҙең етәксе, үҙең урынбаҫар, слесарь йәки технолог булып, бер ергә лә өлгөрмәй ҡалаһың, ҡул аҫтыңдағы хеҙмәткәрҙәр шуға күнегеп бөтә һәм, ҡасан килеп бойороҡ бирер, тип көтә башлай. Иң яҡшыһы, команда төҙөп, урынбаҫарҙар, цех начальнигы, хеҙмәткәр – һәр кем үҙ урынында яуаплы булһын. Ул сағында һәр береһенән яуаплылыҡ талап итергә була. Һәр саҡ ошо принциптан сығып эшләнем.
Бынан тыш, иң мөһиме – бөгөн кемделер әрләнең, иртәгә башҡа берәүҙе әрләнең, тик бынан ғына эш алға бармай бит. Тыныс ҡына ҡәтғи талаптар ҡуйырға һәм шуларҙың үтәлешен талап итергә – бөтә сер ошонда ла инде. Ниндәй хәл килеп тыуһа ла, кешеләр араһында кешелекле, ғәҙел булып ҡалырға кәрәк. Коллективта ғына түгел, ғөмүмән, тормошта.

– Рәүдәт Камалетдин улы, ошо юҫыҡта һөйләшеүҙе дауам итеп, һеҙ шул тиклем тыныс кеше – был, ғәҙәттә, һунарсыларға хас сифат.
– Ундай шуҡлыҡ та бар. Һунарсылыҡты әйтәм. Бигерәк тә ҡуян, ҡыр өйрәге ауларға яратам. Хәҙер уларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ысынлап та, һунар мәлендә тыныслыҡ һаҡламай тороп, кейек аулап булмай. Ипләп кенә сәғәттәр буйы көтәһең, эҙләйһең, шунан инде секунд эсендә ҡарар ҡабул итергә кәрәк – бында иһә йылғырлыҡ талап ителә. Тормошта ла шулай. Был тыныслыҡты көндәлектә лә файҙаланам – аныҡ аҡыл менән маҡсатҡа өлгәшеүе – еңелерәк. Кәрәк саҡта тиҙ генә мәсьәләне хәл итергә лә тура килә.

– Әлеге сифаттар ғаилә башлығы, тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтергән атайға ла хасмы?
– Кешенең һыҙаттары битлек түгел, эштән ҡайтҡанда сисеп ҡалдырып булмай. Кеше һәр ерҙә лә үҙе булып ҡалырға тейеш.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 51

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 36

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 39

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 39

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 99

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 79

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 43

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 45

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 155

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 33

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 36

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 34