Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дандары ҡайтты Иҫкесәккә
Дандары ҡайтты ИҫкесәккәИҫкесәк әлеге көндә лә, үткән быуатта ла ҙур ауылдар иҫәбенән булмаған. Әммә ошо бәләкәй генә ултыраҡтан Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә алты тиҫтәнән ашыу кеше фронтҡа китә. Кемгәлер Еңеү көнөн ҡаршылап, күкрәгенә миҙалдар тағып ҡайтып төшөргә насип була, кемдер, үкенескә ҡаршы, яу яланында башын һала.

Нисек кенә булмаһын, һәләк булған атай-олатайҙар ҙа, иҫән-имен ҡайтҡандар ҙа, уларҙың батырлыҡтары халыҡ йөрәге түрендә һаҡлана. Байрам көнөндә уларға арнап асылған иҫтәлекле таҡтаташ ҙур хөрмәт һәм хәтер хаҡында һөйләй.
Эш башы бынан бер йыл элек башланғайны. Уҙған йыл ауыл тарихында беренсе тапҡыр шәжәрә байрамы ойошторолдо. Унда үҙ нәҫелен Ғүмәровтар барланы. Ошо матур осрашыу-һабантуйҙа бөтә ауыл халҡы, ситтә йәшәгән яҡташ­тар бер тауыштан Бөйөк Ватан һу­ғы­шы яугирҙәренең исемен мәңгеләштерергә кәрәк тигән фе­кергә килде лә инде. Шул уҡ көндә тиерлек дәррәү эш башланды.
— Иҫкесәктәр ата-бабалары алдындағы бурысын атҡарып сыҡты, был стела шуға дәлил, — тип билдәләне таҡтаташты асыу тантанаһында Көҙән ауыл билә­мәһе хакимиәте башлығы Айрат Алтынбаев.
Ысынлап та, был изге эшкә ҡулын тейҙермәгән ауылдаш ҡал­дымы икән?! Мәҫәлән, аҡһа­ҡалыбыҙ Зиннур ағай Иҫәнгилдин ярҙамында исемдәр тергеҙелә башланы. Әммә хәтерҙе документаль дәлилләү фарыз – Ғәлиә Фәйзуллина менән Рауил Ғүмәров район хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итеп, яугирҙәрҙең исем-шәрифен тергеҙҙе. Эште еренә еткереүҙә Өфө ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Рәмил Таһиров төҙөгән Иҫкесәк ауылының шәжәрәһе һис шикһеҙ ҙур әһәмиәткә эйә ине.
Шулай итеп, исемлек әҙер. Әммә, сер түгел, хыялды тормошҡа ашырыу өсөн матди нигеҙ ҙә кәрәк. Был йәһәттән дә яҡташтар һынатманы. Бигерәк тә Илшат Иҫәнғолов, Азамат Муллабаев, Миңлегөл Саҙрисламова һәм башҡалар әүҙемлек күрһәтте.
Стеланы быйыл Еңеү көнөнә өлгөртөр өсөн иртә яҙҙан эш йәйелдерелде. Егеттәр ерҙе әле туң көйө соҡоп, таҡтаташҡа нигеҙ булдырҙы. Көҙән ауылынан Марат Аллабирҙин исемле ағай керамо­гранит плитәләр менән уны матурланы. Тимер рәшәткәләр ҡуйылды.
Әлбиттә, бында өлөшө ингән һәр кемде барлап сығыу мөмкин түгел. Кемдер буяны, кемдер шәхси машинаһы менән Өфөнән стеланы алып ҡайтты, материал килтерҙе. Ауыл биләмәһе хаки­миәте, район хакимиәте — һәммәһе лә тырышты. Ә бөтә эштәрҙең башында иһә ауыл старостаһы Рәйес Ғүмәровтың хеҙмәте сағылды. Нисек кенә булмаһын, теләге булған һәр яҡташ изге ғәмәлен үтәп сыҡты, кемдең генә олатаһы-атаһы, яҡын бабаһы, нәҫеле һуғышта ҡатнаш­маған! Мәҫәлән, Шәмсиев, Таһи­ров, Рауиловтар нәҫеле етешәр-һигеҙәр (!) улдарын, атайҙарын, ағай-ҡустыларын оҙатҡан. Был стелала бигерәк тә Рабиға менән Менәүәрә Ғәбитоваларҙың исем­дәрен күреү уйға һала. Эйе, ир-егет кенә инмәгән ут эсенә...
Таҡтаташты шулай ҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен барлау ғына тип ҡабул итергә ярамай. Күпме фажиғә, ҡаһарманлыҡ, тормош мәғәнәһе һәм тарих сағыла уларҙа. Йәнә унда 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ике яҡташыбыҙ – Дәүләтҡол Миңле­ғолов менән Бикмөхәмәт Ҡаҙбу­латовтың исеме лә бар. Тыныс тормошта 1964 йылда сик буйында әрме хеҙмәтендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рәйес Ишмәевтең дә рухы мәңгеләш­терелгән.
...Стеланы әҙерләү генә түгел, уны тантаналы шарттарҙа асыу сараһында ла бөтә ауыл халҡы, ситтә йәшәгәндәр әүҙемлек күр­һәтте. Ҡунаҡтарҙы район хаки­миәте башлығының агросәнәғәт комплексы буйынса урынбаҫары Николай Левашов, ауыл старос­таһы Рәйес Ғүмәров ҡотланы, ә Көҙән ауылы аҡһаҡалы Кәрим Шәйәхмәтов мәрхүмдәрҙең рухына бағышлап аят уҡыны. Был сауаплы эште ата-бабаларыбыҙҙың рухы ҡабул итер, һис шикһеҙ.

Ишембай районы,
Иҫкесәк ауылы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 0

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 0

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 0

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 0

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 0

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 0

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 0

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 0

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 2

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 44

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 54