Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Меңенсе һәм мең дә беренсе “исем ҡағыҙы”
Меңенсе һәм мең дә беренсе “исем ҡағыҙы”Стәрлетамаҡ ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйыл донъяға килгән ике баланың ата-әсәһенә тантаналы рәүештә тыуыу тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды. Әмир менән Ева быйыл меңенсе һәм мең дә беренсе бала булып теркәлде.

– Үҙем, өс малай атаһы булараҡ, һеҙҙең шатлыҡты аңлайым һәм ҡотлайым. Сабыйҙарығыҙҙы әлеге һымаҡ йөҙөгөҙҙән йылмайыу юғалтмай ғына, илебеҙҙең ысын граждандары итеп тәрбиәләүегеҙҙе теләйем, – тип тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов йәш ғаиләләргә.
Лилиә менән Альберт Аҡбашевтар 9 ап­релдән алып ике ул тәрбиәләй. Артурҙың да ҡустыһы өсөн шатлығы сикһеҙ. “Бергәләп уйнарбыҙ, мин уны ҡурсалап ҡына йөрө­тәсәкмен”, – ти малай. Ағайың булғас, шәп инде ул!
Ә бына 13 апрелдә донъяға тәүге ауазын яңғыратҡан Еваның хатта ике яҡлашыусыһы – Никита менән Олег исемле ағайҙары бар. Олеся һәм Александар Мальцевтарҙың күптән көтөп алынған ҡыҙҙары. Иң мөһиме – был сабыйҙарға һау-сәләмәт, ата-әсәһенең бәхете булып “дүрт күҙ араһында” ғына үҫеүҙәрен теләргә ҡала.
Меңенсе һәм мең дә беренсе “исем ҡағыҙы”… Тәү ҡарашҡа, ғәҙәти тапшырылған документтар тураһында һүҙ бара. Әммә, уйлана төшһәң, унда ҡала тормошо, уның киләсәге, ғөмүмән, демографик мәсьәлә ярылып ята. Ана шул йөҙөнсө, меңенсе, ун меңенсе булып тыуған, теркәлгән бала­ларыбыҙ – беҙҙең киләсәк тә инде.
Тик, урындағы ЗАГС бүлеге вәкилдәре белдереүенсә, үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа тыуым кәмей, һәм был тенденция быйылғы тәүге кварталда ла күҙәтелә. Нисек кенә булмаһын, дәүләт тарафынан тыу­ҙырылған шарттарҙы файҙаланып, йәш ғаи­ләләр үҙҙәренең был донъялағы тәғәйен­ләнешен аңлап, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер тигән өмөттә ҡалайыҡ. Бирһен Хоҙай, ата-әсәләр быйылмы, алдағы йылдамы ике меңенсе тыуыу тураһында таныҡлыҡты алырға килһен…

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡосаҡлашып ҡына ултырып күҙҙәрен йомғандар...

Ҡосаҡлашып ҡына ултырып күҙҙәрен йомғандар... 17.12.2018 // Йәмғиәт

Ошо ялда Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһындағы янғын тураһында ишеткәнһегеҙҙер. Ут һүндереүселәр...

Тотош уҡырға 0

Сибай – Баймаҡ юлында фажиғә

Сибай – Баймаҡ юлында фажиғә 17.12.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Хәсән ауылы янында юл-транспорт һәләкәте теркәлә. Ике еңел автомобиль бәрелешә,...

Тотош уҡырға 0

Сүп-сарға хаҡ төшкән!

Сүп-сарға хаҡ төшкән! 17.12.2018 // Йәмғиәт

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан яңы коммуналь хеҙмәт — сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн күп фатирлы йортта...

Тотош уҡырға 0

Биш йорт барыһына ла етмәй

Биш йорт барыһына ла етмәй 17.12.2018 // Йәмғиәт

25 декабргә тиклем республикала алданған өлөшсөләр өсөн биш күп фатирлы яңы йорт тапшырылырға...

Тотош уҡырға 0

"Аҡса" аяҡ аҫтында ята

"Аҡса" аяҡ аҫтында ята 17.12.2018 // Йәмғиәт

Эйе-эйе, ҡайһы берәүҙәргә аҡса аяҡ аҫтында ята. Үрелеп алырға ғына йыбанма. Баш ҡалала йәшәгән 33...

Тотош уҡырға 13

Урманда аҡса тапҡан

Урманда аҡса тапҡан 17.12.2018 // Йәмғиәт

Буш ваҡыттарҙа әҙәм балаһы ял итергә тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Унда һәр саҡ күңелле: ҡоштар һайрай,...

Тотош уҡырға 34

15 йәшлек әсәне кем ала?

15 йәшлек әсәне кем ала? 17.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһынан 15 йәшлек Карина (исеме үҙгәртелде) бер нисә йыл балалар йортонда тәрбиәләнә....

Тотош уҡырға 24

Зыяратҡа барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырған

Зыяратҡа барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырған 17.12.2018 // Йәмғиәт

Һамар ауылын ҡап икегә бүлеп аҡҡан Таналыҡ йылғаһы йыл һайын яҙ көнө ярҙарынан ташып, ауылды икегә...

Тотош уҡырға 42

Яҙыусы... дауаханала эшләй

Яҙыусы... дауаханала эшләй 17.12.2018 // Йәмғиәт

"Уның романдары башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш булды. „Таня—Таңһылыу“, „Оҙонтал“, „Сабыр...

Тотош уҡырға 62

Бесәйеңә лә, этеңә лә тамға һаласаҡтар

Бесәйеңә лә, этеңә лә тамға һаласаҡтар 17.12.2018 // Йәмғиәт

Киләһе йылдан бөтә йорт хайуандарына тамға һаласаҡтар....

Тотош уҡырға 48

Иң һылыу ҡыҙ кем?

Иң һылыу ҡыҙ кем? 17.12.2018 // Йәмғиәт

Мәләүез районының Ергән күп функциялы ауыл клубында “Ауыл һылыуы-2018” матурлыҡ конкурсы...

Тотош уҡырға 35

Ҡыш бабайҙар яуы килә...

Ҡыш бабайҙар яуы килә... 17.12.2018 // Йәмғиәт

25 декабрҙә Өфө ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында Ҡыш бабайҙар парады уҙа. Улар 400-ләп йыйылыр...

Тотош уҡырға 32