Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Иң мөһиме – ҡара ергә аяҡ баҫтыҡ”
“Иң мөһиме – ҡара ергә аяҡ баҫтыҡ”“Үҙәк” МТС-ының “Нива” Ҡырмыҫҡалы филиалына ҡараған Ҡыҙыл Еҙем бүлексәһе механизаторы Венер Хисаметдинов быйыл хеҙмәт юлының егерменсе яҙын ҡаршылай. “Тимер ат”ты армияға тиклем үк “йүгәнләгән” ағай йәштәргә биргеһеҙ. Үҙе кеүек тәжрибәле, тырыш хеҙмәттәше Марс Ғирфанов менән алмашлап, көндө төнгә ялғап эшләй улар. Тәүлегенә тиҫтәләгән гектар... Әйтеүе генә анһат. Ә асылда иһә ашлыҡтың бер бөртөгөн әрәм-шәрәм итмәй ваҡытында ҡара тупраҡҡа индереү нәҡ уларҙың яуаплылығына һәм тырышлығына бәйле. Әйткәндәй, Архангел хужалыҡтары яулаған еңеү-ҡаҙаныштарҙың нигеҙендә нәҡ Венер Хисаметдинов кеүек ер йылыһын, ер ҡөҙрәтен тойоп йәшәгән, эшләгән ябай ауыл кешеләренең тырышлығы ята. Шуға улар йыл да ҡышлатыу миҙгелен уңышлы үткәрә, етерлек мал аҙығы туплай, сәсеү, урып-йыйыу эштәрен дә ойошҡанлыҡ менән башҡара.


Уттай эш ваҡытында ер кешеһен ҡайҙан табаһың инде? Әлбиттә, баҫыуҙа. Беҙ барып төшкәндә лә Венер Хисаметдинов заманса ҡеүәтле “тимер ат”ында рапс сәсеп йөрөй ине.
— Норманы ике тапҡырға арттырып үтәй ул. Тәүлегенә 120 гектар ер эшкәртә, — тип маҡтап телгә алды хеҙмәткәрен бүлексәнең идарасыһы Урал Яҡшыбаев.
Урал Кәлимулла улы үҙе лә күптән инде “ялан батырына” әйләнеп бөткән. Һөйләгәне лә, уйлағаны ла ошо хужалыҡ. Әле бына һауа торошо өсөн янып көйә. Дым ҡаплатып бөткәндәр, хәҙер тиҙерәк сәсеү эштәрен тамамлап ҡуйыу шарт. Малдар ҙа йәйге лагерға сыҡҡан, һөт тапшырыу мәсьәләһен хәл итәһе бар. Ярай әле ужым культуралары ҡышҡы һыуыҡтарға бирешмәгән. Ғөмүмән, ауыл хужалығындағы уңыш-ҡаҙаныштар ер кешеһенең генә тырышлығынан тормай шул. Күп нәмә тәбиғәт шарттарына ла бәйле. Ваҡытында ямғыр, ҡышын ҡар яумаһа, йә булмаһа сәсеү осоронда саманан тыш эҫе булһа, былар барыһы ла ураҡ осоронда сағылыш табасаҡ. Әйткәндәй, был яҡтарҙа тәбиғәт шарттарына ла, тупраҡ үҙенсәлектәренә лә ярайһы уҡ оҫта яраҡлашҡан хужалыҡтар. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа техник культураларҙан яҡшы табыш алғандар.
— Һәр нәмәгә яйлап яраҡлашаһың инде ул. Шул иҫәптән тәбиғәт шарттарына ла. Беҙ ҙә яйлап-яйлап кукуруз, рапс, көнбағыш баҫыуҙарын киңәйтәбеҙ. Ни тиһәң дә, улар эҫегә лә тиҙ бирешеп бармай, ямғыр ҙа үтә ҡурҡытмай. Ғөмүмән, миңә ҡалһа, хужалыҡ алға китһен өсөн бер йүнәлеш менән генә сикләнергә ярамай. Мәҫәлән, беҙҙең осраҡта үҫемлекселектән тыш, малсылыҡ үҫешкән, аттарыбыҙ ҙа бар, — ти Урал Кәлимулла улы.
Бөгөнгө көндә хужалыҡ баҫыуҙарының 1708 гектарын — бөртөклө, 1125 гектарын техник культуралар биләй. 420 гектар ергә көнбағыш, 705 гектарға рапс сәсәләр. Малсылыҡта ла уңыштары ярайһы уҡ ҙур — 680 баш һыйыр малы, шуларҙың 200-ө һауын һыйырҙар. Яҡынса 200-гә яҡын ат. Хужалыҡтың техника паркы ла ҡеүәтле.
Шулай ҙа уңыштарҙың нигеҙендә тәү сиратта эш тип янған тырыш хеҙмәткәрҙәр икәнен дә оноторға ярамай. Һәр ҡаҙаныш, һәр еңеү тырышлыҡ, берҙәмлек, ниндәйҙер кимәлдә хатта сабырлыҡ аша яулана. “Нива” Ҡырмыҫҡалы филиалының Ҡыҙыл Еҙем бүлексәһенә был йәһәттән һоҡланырға ғына ҡала. Коллектив татыу. Ер йылыһын тойоп үҫкән, ер һулышын күңелдәре менән тойоп йәшәгән ауыл кешеләре, хеҙмәт батырҙары эшләй бында. Әйтәйек, һауынсылар Анна Антипина, Наталья Жаваранкова яҡшы иҫәптә. Ә ашнаҡсылар Венера Солтанова менән Земфира Юламанова тураһында иһә әйтеп тораһы түгел — улар бешергән аштар телеңде йоторлоҡ. Ғөмүмән, хеҙмәт алдынғылары хаҡында әллә күпме маҡтау һүҙҙәре ишеттек, күптәрен уңған хужабикә, өлгөлө ғаилә башлығы тип тә белдек.
— Хеҙмәт кешеһе өсөн ҡулдан килгәнсә уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Һауынсыларыбыҙ, хәҙер элекке кеүек феләк күтәреп, һөт ташып йөрөмәй; бөтә биналар ҙа йылытыла, һыу менән тәьмин ителгән; йыл әйләнәһенә ашхана эшләй; халыҡты силостан, һаламдан өҙгән юҡ; хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләп барабыҙ, — ти бүлексә идарасыһы.
Ҡышты юғалтыуҙарһыҙ сыҡҡан хужалыҡ. Мал аҙығына ҡытлыҡ булмаған. Әле һыйырҙары быҙаулап, мал һаны тағы арта төшкән. Аҙыҡ етерлек булғас, быҙауҙар ҙа көр. Ауыл хужалығы тармағы өсөн ғәҙәти бер күрһәткестәр булһа ла, был да бик мөһим. Яуаплылыҡ, тырышлыҡ һөҙөмтәһе. “Иң мөһиме, ҡара ергә аяҡ баҫтыҡ. Хәҙер ең һыҙғанып тағы ла эшкә, яңы үрҙәргә, ҡаҙаныштарға”, — ти Архангел уңғандары.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






"Аҡса" аяҡ аҫтында ята

"Аҡса" аяҡ аҫтында ята 17.12.2018 // Йәмғиәт

Эйе-эйе, ҡайһы берәүҙәргә аҡса аяҡ аҫтында ята. Үрелеп алырға ғына йыбанма. Баш ҡалала йәшәгән 33...

Тотош уҡырға 13

Урманда аҡса тапҡан

Урманда аҡса тапҡан 17.12.2018 // Йәмғиәт

Буш ваҡыттарҙа әҙәм балаһы ял итергә тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Унда һәр саҡ күңелле: ҡоштар һайрай,...

Тотош уҡырға 34

15 йәшлек әсәне кем ала?

15 йәшлек әсәне кем ала? 17.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһынан 15 йәшлек Карина (исеме үҙгәртелде) бер нисә йыл балалар йортонда тәрбиәләнә....

Тотош уҡырға 24

Зыяратҡа барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырған

Зыяратҡа барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырған 17.12.2018 // Йәмғиәт

Һамар ауылын ҡап икегә бүлеп аҡҡан Таналыҡ йылғаһы йыл һайын яҙ көнө ярҙарынан ташып, ауылды икегә...

Тотош уҡырға 42

Яҙыусы... дауаханала эшләй

Яҙыусы... дауаханала эшләй 17.12.2018 // Йәмғиәт

"Уның романдары башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш булды. „Таня—Таңһылыу“, „Оҙонтал“, „Сабыр...

Тотош уҡырға 62

Бесәйеңә лә, этеңә лә тамға һаласаҡтар

Бесәйеңә лә, этеңә лә тамға һаласаҡтар 17.12.2018 // Йәмғиәт

Киләһе йылдан бөтә йорт хайуандарына тамға һаласаҡтар....

Тотош уҡырға 48

Иң һылыу ҡыҙ кем?

Иң һылыу ҡыҙ кем? 17.12.2018 // Йәмғиәт

Мәләүез районының Ергән күп функциялы ауыл клубында “Ауыл һылыуы-2018” матурлыҡ конкурсы...

Тотош уҡырға 35

Ҡыш бабайҙар яуы килә...

Ҡыш бабайҙар яуы килә... 17.12.2018 // Йәмғиәт

25 декабрҙә Өфө ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында Ҡыш бабайҙар парады уҙа. Улар 400-ләп йыйылыр...

Тотош уҡырға 32

Йырсы Сәйет Билаловтың бүләген алды

Йырсы Сәйет Билаловтың бүләген алды 17.12.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән Венера Айытҡолова – бөтә ғүмерен йәш быуынға белем һәм...

Тотош уҡырға 49

Өс бала һәләк булған

Өс бала һәләк булған 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазыла фажиғә: бөгөн төндә Ҡандра ауылында өс кескәй бала янғында һәләк булған....

Тотош уҡырға 179

Әсәләре күңел асҡан

Әсәләре күңел асҡан 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазы районының Ҡандра ауылындағы янғында дүрт һәм ике йәштәрҙәге өс баланың ғүмере ҡыйылған....

Тотош уҡырға 267

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр 16.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъяны ап-аҡҡа күмеп ҡар яуа, тауҙар өйөлә... Үкенескә ҡаршы, әлегә был турала хыялланырға...

Тотош уҡырға 100